-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Октябрь , 09:00

Теләк һәм алға ынтылыш менән

Районыбыҙҙа Балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү буйынса уңышлы эшләп килә һәм бында балалар өсөн киң хеҙмәттәр күрһәтелә. Ошо үҙәктең өҫтәмә белем биреү педагогтарының береһе, Рус география йәмғиәтенең район бүлексәһе, Балалар ижады үҙәгенең “Йәш геолог”, “Йәш армия” берекмәһе етәксеһе, үҙ эшен күңел биреп башҡарыусы Айрат Ришат улы Миңлебаев тураһында һүҙебеҙ.

Теләк һәм алға  ынтылыш менән
Теләк һәм алға ынтылыш менән

Яңғыҙҡайын ауылында тыуып үҫкән Айрат Ришат улы ошо ауыл мәктәбендә уҡыған сағында уҡ география фәнен яратып ҡабул итә. Быға уҡытыусыһы Борис Йомағоловтың дәресте ҡыҙыҡлы итеп алып барыуы, төрлө миҫалдар килтереп һөйләүе лә этәргес була. Тыуған ауылында 11-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ күп профилле педагогия колледжының тәбиғи-география факультетына уҡырға керә. Бында күңел биреп, теләп уҡый, үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәр туплай. 2008 йылда колледжды тамамлап, география уҡытыусыһы дипломы алған йәш белгес Красноусолдағы 2-се мәктәптә эш башлай. Бында дүрт ай ҙа эшләп өлгөрмәй, хәрби хеҙмәткә алына. Хәрби бурысын Тажикстанда сик буйы ғәскәрҙәрендә үтә. Әрме хеҙмәтенән һуң яңынан быға тиклем эш башлаған мәктәптә ең һыҙғанып эшкә тотона. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары белем ала. 2013 йылда Балалар ижады үҙәгенә эшкә күсеп, үҙенең һөнәренә тап килгән шөғөлөн үҫтереү буйынса күңел һалып эшкә тотона.
Айрат Миңлебаев Ғафури районы территорияһы буйлап бихисап геологик маршруттар эшләгән. Бөтә йәш категориялары өсөн фәнни-белем биреү экскурсиялары, лекциялар ойоштороу ҙа һәр кемдең ҡулынан килерлек эш түгел. Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн яланда тыуған яҡты өйрәнеү экскурсиялары ла үткәрә. Балалар-үҫмерҙәр туризмы инструкторы. 2018 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй патриотик тәрбиә биреүҙең һөҙөмтәле технологиялар конкурсы финалисы.
- Балаларҙы яратам, улар менән рәхәтләнеп шөғөлләнәм. Ғаиләм дә һәр эшемдә терәк, таяныс булып тора. Атай-әсәйемә рәхмәтлемен. 2011 йылдан йәш геологтар слётында ҡатнашыу өсөн мәктәп уҡыусылары командаһын әҙерләйем. 2016, 2018 йылдарҙа Мәскәү, Төмән ҡалаларында “Ер һәм кеше” Бөтә Рәсәй олимпиадаһында Башҡортостан йыйылма командаһы етәксеһе булдым. Эшебеҙ күп яҡлы һәм ҡыҙыҡлы. Тәбиғәт ҡомартҡыларына, тарихи урындарға бай районыбыҙға туристар бик күп килә. Улар күпселек “Алтын сөй”ҙө, “Еңеү” мәмерйәһен, Ҡотлоғужа аҡбур ятҡылыҡтарын күрергә теләй. Был урындарҙың тарихы, үҙенсәлектәре, топонимдары, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тураһында һөйләйем. 2016 йылдан район буйынса “Йәш армия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик ижтимағи хәрәкәтенең урындағы штабы етәксеһемен. “Йәш армия”сылар республика конкурстарында, ярыштарында, акцияларында ҡатнаша. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса төп эшебеҙ – балаларға ла, өлкәндәргә лә тәбиғәт ҡомартҡыларын күрһәтеү-танытыу ғына түгел, ә уларҙы емерергә, боҙорға ярамағанлығын аңлатыу, - ти Айрат Ришат улы эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләп.
Балалар ижады үҙәгендә эшләп килгән берекмәлә 30-50 бала шөғөлләнә, был һан үҙгәреп тора. Быйыл 4-се класс уҡыусылары менән тулыланған. Геология кабинетында минералдар ҡуйылған ҙур стенд, палеонтологик күргәҙмә, башҡа методик ҡулланмалар урын алған. Уҙған йыл Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ярҙамы менән Рәсәй һәм Башҡортостандың спилс-карталары һатып алынған. Уҡыусылар уны мауығып йыя. "Рәсәйҙе беләм" федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса партнёрҙар ҙа булғандар. Үҙәккә “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы “Йәш турист” һәм “Эко-донъя” йүнәлештәре буйынса ҡорамалдар (һанлы һәм компьютер техникаһы, туристик ҡоролмалар) алынған. Республикабыҙҙа икенсе тапҡыр уҙғарылған халыҡ-ара “ГеоВызов” геология чемпионатында ҡатнашыусыларға, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының студенттары уҡыу-ялан практикаһы сиктәрендә районға килгәндә, Айрат Ришат улы күргәҙмә ойош-
тороп, экскурсовод булараҡ йөрөгән. Улар Ҡотлоғужа аҡбур ятҡылыҡтары, Красноусол минераль һыу сығанаҡтары, “Көгөш” һәм “Алыҫ Төлкәҫ” геологик киҫелештәренә сәйәхәт ҡылған. Балалар ижады үҙәгенең һәләтле белгесе 2021 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы гиды” Бөтә Рәсәй конкурсында “Еҙем” һәм "Уҡлыҡая тауы тәбиғәт паркы” видеоһы менән экотуризм номинацияһында ҡатнашҡан. Һәләтле педагогтың ҙур күләмле республика педагогтары конкурсында район данын яҡлап сығыш яһауы ла маҡтауға лайыҡ. “Йөрәгемде балаларға бирәм-2023” республика конкурсында “Туристик-крайҙы өйрәнеү йүнәлеше буйынса өҫтәмә белем биреү педагогы” номинацияһында 3-сө урын яулап, үҙенә лә бик күп тәжрибә туплаған. Шуны ла әйтергә кәрәк, Миңлебаевтар ғаиләһе менән дә сәйәхәт ҡылырға ярата. Быйылғы Ғаилә йылында Учалы, Ейәнсура райондарында булып, бик күп тәьҫораттар алғандар.
Өҫтәмә белем биреү педагогының һайлаған һөнәрен күңел биреп башҡарыуы, яратҡан шөғөлөн тормошта ҡулланыуы уны артабан үҫергә, эҙләнергә этәрә. "Һайлаған һөнәреңдең яратҡан шөғөлөң менән тап килеүе мөһим. Ғаилә, сәйәхәт, география - минең йәшәү рәүешем," - ти ул. Районыбыҙ тәбиғәте, географик атамалары, тарихы тураһында ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп һөйләй белгән йәш белгескә алда ла илһамланып эшләүен, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүен, уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Теләк һәм алға  ынтылыш менән
Теләк һәм алға ынтылыш менән
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: