-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь , 15:26

Яҡташтар өсөн иң ҡәҙерлеһе – беҙҙең иғтибар

Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, сентябрь аҙағында республикабыҙҙан 35-се иң ҙур күләмле гумконвой оҙатылды. Уны туплауҙа тотош республика халҡы әүҙем ҡатнашты. Шулай уҡ республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла тос өлөш индерҙе. Респуб-лика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, ирекле батальондар һәм мотоуҡсылар полкына республикабыҙҙа етештерелә башлаған дрон-камикадзелар ҙа оҙатылды. Күңел йылыһы һалып әҙерләнгән бөтә посылкалар, төҙөлөш материалдары, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы яҡташтарыбыҙға муниципалитеттар етәкселәре тапшырҙы. Был гумконвой составында районыбыҙ вәкилдәре лә булды.

Яҡташтар өсөн иң ҡәҙерлеһе – беҙҙең иғтибар
Яҡташтар өсөн иң ҡәҙерлеһе – беҙҙең иғтибар

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Ғафаров, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Валерий Мөхәмәтйәров һәм район хакимиәте водителе Евгений Шмельков ике еңел машинала (береһе тағылмалы) Ғафури яугирҙарына сираттағы 38-се гуманитар ярҙамды алып барҙы. Ҡатмарлы һәм хәүефле оҙон юлдан йөрөп ҡайтҡан Артур Вәсим улынан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
- Ундағы егеттәр һәр гумконвойҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сөнки һәр посылка, балаларҙың хаттары уларҙы тыуған яғы, ғаиләһе, яҡындары менән бәйләп торған, уларға яңы көс, һулыш биреүсе ниндәйҙер серле тылсымға эйә кеүек. Икенсенән, был уларға тыуған яҡтарынан килеүселәр менән күҙмә-күҙ аралашыу, ихлас ярҙамдары өсөн яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеге лә бирә, - ти ул.
- Райондан оҙатылған сираттағы гумконвойҙың дөйөм ауырлығы ике тонна самаһы тәшкил итте. Махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙ һорауы буйынса тупланған сираттағы конвойҙа квадрокоптер, генератор, мас-кировкалау селтәрҙәре, окоп шәмдәре, медикаменттар, йылылыҡ пушкаһы кеүек иң кәрәкле әйберҙәрҙән тыш, төрлөһөнән аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр ҙә бар ине.
Беренсе туҡталыш Красный Луч ҡалаһында булды. Бында төндә генә килеп еткәнлектән, машинала йоҡланыҡ. Иртә менән һәр яҡлап яҡташтар ағыла башланы. Беренселәрҙән булып “Перекуп” исемле яҡташыбыҙ килеп етте, - тип дауам итте Артур Вәсим улы. - Уға тәғәйенләнгән посылкалар менән бергә балалар баҡсаһынан ебәрелгән бер хатты ла тапшырҙым. Хатты ҡулына алып асыу менән яугирҙың күҙҙәре йәшкә мансылды, ныҡ тулҡынланды. “Һөйөклө атайым, беҙ һине бик һағындыҡ. Һинең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм һинең иҫән–һау әйләнеп ҡайтыуыңды көтәбеҙ,” - тип яҙған ете йәшлек Динара исемле бала. Яугирҙың үҙенең дә бәләкәй ҡыҙы бар икән...
Икенсе яҡташыбыҙҙы көткән арала бындағы госпиталгә әҙерләнгән медикаменттар, “Красноусол” шифаханаһы ебәргән төрлө консервалар, һуттар, шифалы һыу, шәкәр-кофе һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы тапшырып өлгөрҙөк. Ул арала көткән кешебеҙ ҙә килеп етте. Исемле посылкаларҙы алыуҙан да бигерәк, ул һәләк булған яҡташыбыҙ Филүс Лоҡмановтың ата-әсәһенә тапшырыу өсөн шәхси әйберҙәрен бирергә ашыҡты. Был да беҙгә ныҡ ауыр тәьҫир итте, кейемдәре урынына иҫән-һау килеш үҙен ата-әсәйҙәре янына ялға алып ҡайт ине лә бит...
Артабан Краснодонск ҡалаһына юл тотоп, ундағы госпиталгә тигән әйберҙәрҙе тапшырғас, ”Ҡауарҙы” позывнойлы йәнә бер яҡташыбыҙҙы көттөк. Тик хәрби заданиела булыу сәбәпле, ул үҙе килә алмайынса, такси ебәрҙе. Һуңынан шылтыратып белештек, тәғәйенләнгән посылкалар уға тулыһынса барып еткән. Оҙаҡламай Донецк ҡалаһындағы танк подразделениеһынан да килеп еттеләр. Посылкаларҙы тапшырып, улар оҙатыуында Луганскиға барып еттек. Бергәләп төшкө аш ашап, бер аҙ аралашып өлгөрөүгә, бер-бер артлы был тарафта булыусы яҡташтар ағыла башланы. Хатта иң алыҫ нөктәнән “Уфа” позывнойлы егет тә килеп етте.
Новоайдарово, Донецк ҡалаларына барып етеп, ул тарафта булыусы һәр бер яҡташыбыҙға тәғәйенләнгән посылкаларҙы ҡулдан-ҡулға тапшыра алдыҡ. Шулай уҡ ата-әсәләре менән күптән бәйләнешкә сыға алмайынса госпиталдә ятҡан яҡташыбыҙ менән дә осраштыҡ. Госпиталгә лә байтаҡ медикаменттар ҡалдырҙыҡ.
Яугирҙар менән аралашып, беҙҙең яҡташтарға ярҙам итеүҙең матди һәм әхлаҡи яҡтан ни тиклем мөһим булыуына тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Уларҙың һәр береһе даими ярҙамдары өсөн ра-йон халҡына, шулай уҡ күңел йылыһын һалып, ихласлыҡ менән яҙылған хаттар өсөн мәктәп уҡыусыларына, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәргә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Алғы һыҙыҡта был хаттар беҙҙең күңелебеҙҙе йылыта, ти улар. Беҙҙең егеттәр менән бер подразделениела хеҙмәт иткән Алтай өлкәһе яугиры ғафуриҙарҙың ҡыйыу, берҙәм, ихлас һәм йомарт булыуҙарына һоҡланды. "Тыуған яҡтарынан посылка алған һайын барыһы менән дә ихлас бүлешәләр. Ысын һәм тоғро яуҙаштар улар", - тине ул яҡташтарыбыҙ хаҡында. Үҙеңдекеләр хаҡында шундай маҡтау һүҙҙәре ишетеү шатлыҡлы, әлбиттә.
Алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға иң кәрәкле әйберҙәрҙе алып, гуманитар йөктө туплауға тос өлөш индергән “Красноусол” шифаханаһы, “Восход-СТ” АП-һына, райондың Эшҡыуарҙар советына, район эске эштәр бүлегенә, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәренә, барса предприятиелар һәм ойошмалар коллективтарына, ирекмәндәргә, ауылдар халҡына оло рәхмәт белдерге килә. Илебеҙ именлеген һаҡлаусы яҡташтарыбыҙ менән артабан да тығыҙ бәйләнештә булып, даими ярҙам итеп, хәстәрлек менән солғап аласаҡбыҙ. Яҡташтарының, ауылдаштарының ярҙамы уларға көс һәм ышаныс өҫтәй. Һәм беҙ, имен һәм тыныс тормошта йәшәүселәр, уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә бурыслыбыҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА яҙып алды.

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
Бөтә подразделениелар - мобилизацияланыусылар ҙа, контрактниктар ҙа Башҡортостандың ярҙамына мохтаж. Һәр ваҡыт командирҙар һәм үҙебеҙҙең егеттәрҙән Башҡортостандың һәр кешеһенә, һәр ойошма, һәр муниципалитетына ҡарата рәхмәт һүҙҙәрен генә ишетәм. Сөнки республикабыҙ өсөн махсус хәрби операцияға ярҙам итеү ҙур әһәмиәткә эйә. Был ысынлап та шулай.

Яҡташтар өсөн иң ҡәҙерлеһе – беҙҙең иғтибар
Яҡташтар өсөн иң ҡәҙерлеһе – беҙҙең иғтибар
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: