Президент гранттары фонды ярҙамында үткәрелгән был сарала традицион уҡ атыуҙы популярлаштырыу, халыҡты спорт менән даими шөғөлләнеүгә һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү, уҡсыларҙың спорт һәм техник оҫталығын күтәреү, тыуған төйәктең тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, әхлаҡи һәм патриотик сифаттарҙы формалаштырыу төп маҡсат булды.
Ярыш Юлыҡ, Красноусол, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Имәндәш, Ҡаранйылға ауылдары уҡсылары командалары ҡатнашлығында 7 йәш төркөмөндә үтте. Шуныһы һөйөнөслө, уҡсылар ярыштан-ярышҡа оҫтара килә. Ә инде спорттың был төрөнә үҫмерҙәр генә түгел, ҡыҙҙарҙың да ылығыуы һәм улар араһында яңынан-яңы исемдәр асылыуы икеләтә шатлыҡлы.
Ошондай турнирҙарҙа үҙен һынап ҡараусылар ҙа артҡандан-арта. Был юлы ла мәргәнлектәрен һынап ҡарарға теләүселәр байтаҡ булды. Шулай итеп, 12-13 йәшлектәр төркөмөндә Рәнис Ғәлин менән Дилә Абдуллина (Ҡауарҙы), 14-17 йәшлектәр араһында Тимур Мусин (Красноусол), Мәҙинә Урманшина (Имәндәш), 18 йәштән ололар араһында Асфат Юлбарисов (Сәйетбаба) һәм Динера Биктимерова (Еҙем-Ҡаран) еңеүселәр тип билдәләнһә, тәжрибәле уҡсылар араһында Красноусолдан Илшат Хәбибуллин "Ғафури районының иң мәргән уҡсыһы" тип танылды. Еңеүселәр һәм призёрҙарға Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Сарала тыуған яҡтың тарихи хәтерен тергеҙеүгә һәм һаҡлауға ҙур өлөш индереүсе, һәр яңы башланғысты күтәреп алып, ихлас ярҙам итеүсе ауылдаштарыбыҙ Азамат Рәшит улы Урманшин менән Марат Фәтҡолла улы Мөхөтдиновтың ҡатнашыуы турнирҙың мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы.Турнирҙың ойошҡанлыҡ менән үтеүен тәьмин итеүсе Илдар Әбделмәнов (баш судья), Илһам Байбулдин, Кәрим Кәримов, Рәфис Рәшитов составындағы судьялар коллегияһына рәхмәт белдерәбеҙ. Сараны ойоштороуҙа Юлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе коллективы, Юлыҡ ауылы мәҙәнәт йортоноң художество етәксеһе Вәкил Юлмөхәмәтов ҙур ярҙам күрһәтте.
Рәхимйән ЮЛЫҠОВ,
“Юлыҡ” ТОС-ы етәксеһе.