-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Октябрь , 09:00

Тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ!

Яңы уҡыу йылы алдынан иғлан ителгән “Беренсе тапҡыр - беренсе класҡа!” конкурсында 1176 тауыш йыйып еңеүсе булған Айбулат Зәйнешевтың үҙе менән дә танышыу насип булды беҙгә. Еңеүсегә инселәнгән бүләкте алырға ул инәһе Илмира Шакир ҡыҙы һәм атаһы Айнур Әнүр улы менән килгәйне. Бик тә һөйләшмәҫ, оялсан егет булып сыҡты Айбулат. Биргән һорауҙарға күҙ ҡарашы йә булмаһа баш ҡағып ҡына яуап бирҙе. Тик күҙ ҡарашында сағылып киткән шуҡлыҡ осҡондары ғына уның асылда тиҫтерҙәре, яҡындары араһында тиктормаҫ, шаян-шуҡ малай булыуын аңғарта.

Тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ!
Тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ!

Әйткәндәй, Айбулат “Беҙҙең Башҡортостан” төркөмөндә үткән ошондай уҡ конкурстың финалында ҡатнашҡайны. Һәм бында ла иң күп тауыш йыйып, республика кимәлендәге еңеүсе булды ул. Беренсе тапҡыр беренсе класҡа барғанда уҡ бер түгел ике тапҡыр еңеүсе булған Айбулатҡа артабан да уңыштар ғына теләйбеҙ.
Красноусолдан Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының 1-се класына уҡырға барған Тимур Вәлиев 486 тауыш йыйып, 3-сө урын алғайны. Ул да редакцияға әсәһе Таңсулпан Айҙар ҡыҙы менән килде. Айбулат кеүек үк Тимур ҙа баҫалҡы булып сыҡты. Мәктәптә уларҙы ҡыҙҙар менән ултыртыуҙары ла оҡшап етмәй икән. Икеһенең дә парта артында яҡын дуҫтары менән ултырғылары килә. Йәнә Тимур йүгерергә, баҫтырыш уйнарға ярата. Ә ҙурайғас... таксист булырға хыяллана. Хәйер, бала саҡта кем генә шофёр, машинист, лётчик йә булмаһа генерал булырға хыялланмай. Иң мөһиме, һаулыҡлы, тырыш, аҡыллы бала булһындар. Алда тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр, ҡаҙаныштар көтһөн уларҙы.
М.Мәмәтҡолова.

Тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ!
Тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ!
Тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: