-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь , 16:05

Радиктың концерты кисектерелә

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшиндың ауырып, дауаханаға эләгеүен күптәр ишеткәндер. 

Радиктың концерты кисектерелә
Радиктың концерты кисектерелә

Әле ул дауахананан сыҡҡан, әммә дауаланыуҙы дауам итә икән. "Табиптарҙың күрһәтмәһенә ярашлы, 14 һәм 15 октябрҙәге концерттарымды кисектерергә мәжбүрмен", - ти йырсы.
"Ҡәҙерле Бөрө һәм Красноусол тамашасылары! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ 14 һәм 15 октябрҙәге концерттарҙы күсерергә мәжбүрбеҙ. Һаулығымдың торошо буйынса, табиптар дауалауҙы дауам итеүҙе талап итә һәм бер нисә көн булһа ла сәхнәгә сыҡмаҫҡа кәңәш бирҙе. Концерттарҙы яҡын араға күсерергә тырышасаҡбыҙ. Өфөләге һәм башҡа концерттар графикка ярашлы үтәсәк", - тип хәбәр итәләр йырсының рәсми төркөмөндә.

Радиктың концерты кисектерелә
Радиктың концерты кисектерелә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: