-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь , 13:20

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары иғлан ителде

Башҡортостанда 2024 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары иғлан ителде
Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары иғлан ителде

Бына улар лауреаттар:

- «Ашҡаҙар» гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров, махсус хәрби операция геройҙары тураһында мәҡәләләр циклы өсөн;

- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Роман Якимчук, ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади тематикаға материалдар өсөн;

- «Башҡортостан» телекомпанияһы журналистары коллективы Ләйлә Владимирова, Виталий Ермаков, Марс Камалетдинов, Дмитрий Каретко, Альбина Ҡасимханова, Нурислам Хәйриев, Айҙар Шәрипов, «Башҡортостан каникулдары» проекты өсөн.

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары иғлан ителде
Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары иғлан ителде
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: