-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь , 13:10

Тәүлек эсендә мутлашыусыларға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергәндәр

Тәүлек эсендә республика халҡы мутлашыусыларға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Республика эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 23 хәбәр килгән.

Тәүлек эсендә мутлашыусыларға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергәндәр
Тәүлек эсендә мутлашыусыларға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергәндәр

Рәсәй ЭЭМ-ның Иглин районы буйынса бүлегенә медицина учреждениеһының 51 йәшлек хеҙмәткәре мөрәжәғәт итә. Ҡатын интернет селтәрендә өҫтәмә аҡса эшләү тураһында иғлан күреп ҡалыуын һәм үҙенең шәхси мәғлүмәттәрен ҡалдырыуын һөйләй. Бер аҙҙан уға инвестиция аналитигынан шылтыратыу килә, ул «инвестиция иҫәбен»асырға ярҙам итә. Ялған трейдер етәкселегендә медицина хеҙмәткәре 2,5 миллион һумдан ашыу суммаға кредит ала һәм был аҡсаны ике аҙна дауамында «файҙалы проектҡа»индерә. Әммә тиҙ байығыу килеп сыҡмай.

Өфө ҡалаһы буйынса 5-се полиция бүлегенә 65 йәшлек пенсионер ҡатын мутлашыу осрағы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ҡатын уға Дәүләт хеҙмәттәре хеҙмәткәренән шылтыратыу килеүе тураһында һөйләй, ул ғариза биреүсенең аккаунтынасит кешеләрҙең инеүен тип хәбәр итә. Шәхси мәғлүмәттәрҙе яҡлау өсөн ялған хеҙмәткәр өфөлөгә смс-кодтар әйтергә кәңәш итә. Артабан «банк хеҙмәткәре»нән шылтыратыу килә. Мутлыҡ ғәмәлдәрен булдырмау һәм элек бирелгән кредит ғаризаларын юҡҡа сығарыу һылтауы менән әңгәмәсе ҡорбанды шәхси тупланмаларын 500 мең һум күләмендә «хәүефһеҙ иҫәпкә»күсерергә күндерә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Полиция, банк йәки кеҫә телефоны хеҙмәткәре шылтыратһа, телефонығыҙҙы һалығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, мутлашыусылар ялған номерҙар ҡуллана ала. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Шикле һылтанмалар һәм тикшерелмәгән сайттарға күсмәгеҙ. Уяу булығыҙ, мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләкмәгеҙ.

 

Тәүлек эсендә мутлашыусыларға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергәндәр
Тәүлек эсендә мутлашыусыларға 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергәндәр
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: