-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь , 14:33

Автосервис асылды

Республика көнөнә арналған байрам саралары  халыҡ өсөн күптән бик тә кәрәкле булған юл буйы сервисы объектын –Красноусол ауылының  Гагарин урамы осондағы “Авто Лидер» комплексын асыуҙан башланды.

Автосервис асылды
Автосервис асылды

Ысынлап та, был комплекс район халҡы өсөн генә түгел, йыл әйләнәһенә республикабыҙ, хатта тотош Рәсәйҙең  төрлө мөйөштәренән “Красноусол” шифаханаһына, Балалар санаторийына дауаланырға, шулай уҡ гүзәл тәбиғәтебеҙ ҡосағында ял итергә килеүселәр өсөн дә бик мөһим һәм ул автотуризмды үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе бер фактор булып тора. Комплекста автосервис, шиномонтаж, автомобилдәрҙе йыуыу хеҙмәте күрһәтеләсәк. Бинаның икенсе ҡатында кафе асыу планлаштырыла. Шулай уҡ 6 эш урыны булдырыласаҡ.

Яңы объектты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Нурсилә Хәсәнова, Башҡортостан Республикаһының  Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса  Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александра Авдеева, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Ғафаров, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Валерий Мөхәмәтйәров  һәм район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Фаил Зәйнетдинов ҡатнашты.
-Был проектты шәхси эшҡыуар Фато Авдоян “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә 2022 йылда район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тәҡдим итте. Район етәкселеге халыҡ өсөн бик кәрәкле булған юл буйы сервисы объекты төҙөү проекты хупланы һәм 2023 йылда төҙөлөш эштәре башланды. Был проектҡа инвестиция күләме 30 млн. һум тәшкил итте. Быйыл районда эшҡыуарлыҡты үҫтереү  муниципаль программа сиктәрендә Фато Дгаровичҡа 400 мең һум субсидия бирелде Һәм объект ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды, - тип билдәләне Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы үҙенең сығышында һәм эшҡыуарға урындағы халыҡ, шулай уҡ юлсыларҙы хеҙмәтләндереүҙә  уңыштар теләне.

-Әйтергә кәрәк,  юл буйы сервисы объекттары  Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары булып тора. Белеүегеҙсә, һуңғы йылдарҙа  беҙҙә туризм  ныҡлы үҫеш алды. Башҡа төбәктәрҙән дә туристар күпләп килә. Шуға бәйле юл буйы сервисы ла үҫешергә,  юл буйҙарында  юлаусылар өсөн  тейешле уңайлыҡтар булдырылырға тейеш,- тип билдәләне Александра  Авдеева үҙенең сығышында.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Вәсим  улы эшҡыуарға уңыштар теләп, Фато Авдоянға район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Һәм бына  ҡыҙыл таҫма киҫелеп,  тәүге машина  автомобиль йыуыу бүлегенә индерелде.  Эшҡыуарға уңыштар һәм ҡәнәғәт клиенттар теләргә генә ҡала.

 

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:

-Башҡортостанда 1,8 мең самаһы юл буйы сервисы объекты эшләй - был бынан дүрт йылдағынан ике тапҡырға тиерлек  күберәк. Был беҙ 2021 йылда ҡабул иткән Юл буйы сервисын үҫтереү Концепцияһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе. Ул саҡта трассаларҙа  автомобилселәргә элементар  көнкүреш шарттары ла юҡ ине. Хәҙер бер бик ныҡ алға киттек. Ошо ваҡыт арауығында  821 яңы объект барлыҡҡа килде, йәнә 824-е үҙгәртеп ҡоролдо. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы  9 млрд һумдан ашты. Тотош республика буйынса  автомобилгә бензин ҡойоп, үҙең тамаҡ ялғап, ял итеп алыу өсөн  уңайлы, заманса комплекстар барлыҡҡа килде. Дөйөм  инвестиция күләме  12 млрд һум самаһы булған  200-ҙән ашыу проект буйынса эш бара.

 

Мәрхәбә Собханғолова

Автосервис асылды
Автосервис асылды
Автосервис асылды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: