+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь , 19:25

Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөгә килде

Владимир Путин XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сараларында ҡатнаша. Дәүләт башлығын Башҡортостандың алдынғы спорт объекттары менән таныштырасаҡтар.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөгә килде
Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөгә килде

17 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә Рәсәй Президенты Владимир Путин килде. Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортында уны республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Ил Президенты XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сараларында ҡатнашасаҡ. Дәүләт башлығын Башҡортостандың алдынғы спорт объекттары менән таныштырасаҡтар.

Бынан тыш, форум барышында Владимир Путин Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышын уҙғара.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөгә килде
Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөгә килде
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: