-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь , 14:05

Владислав Третьяк: "Өфө - илдә хоккейҙы үҫтереүҙең төп үҙәктәренең береһе"

Өс тапҡыр Олимпия чемпионы, Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты, Дәүләт Думаһы депутаты Владислав Третьяк иртәгә Өфөлә үҙ эшен башлаясаҡ «Рәсәй — спорт державаһы» форумының мөһимлегенә аңлатма бирҙе.

Владислав Третьяк: "Өфө - илдә хоккейҙы үҫтереүҙең төп үҙәктәренең береһе"
Владислав Третьяк: "Өфө - илдә хоккейҙы үҫтереүҙең төп үҙәктәренең береһе"

"Өс тапҡыр Олимпия чемпионы һәм 10 мәртәбә донъя чемпионы булараҡ мин һәр спорт еңеүенең артында күпме эш тороуын беләм. Был атлеттың үҙ көсө лә, күнекмәләрҙең алдынғы ысулдары ла, әҙерлек өсөн шарттар булдырыу ҙа, медицина ла, башҡа күп нәмәләр ҙә. Ҙур спорт үҙ ҡағиҙәләре, технологиялары, серҙәре булған ҡатмарлы, күләмле тармаҡ булып тора.

Һәм ул бер урында тормай. Ул даими үҫештә, һәр ваҡыт мөһим ноу-хау, инновациялар барлыҡҡа килә. Һәм был эшләнмәләрҙе Рәсәй спорты буйынса коллегалары һәм иптәштәре менән уртаҡлашыу, бер-береңде тәжрибә менән байытыу бик мөһим. Бының өсөн «Рәсәй – спорт державаһы»форумы кеүек майҙансыҡ кәрәк.

Әлбиттә, был форумда көнүҙәк мәсьәләләр, саҡырыуҙар, перспективалар тикшерелә. Тыуған ил спорты ҡайҙа бара, киләсәктә уны нимә көтә. Беҙҙең алда ҙур бурыстар тора. Был Владимир Владимирович Путиндың Рәсәй граждандарының 70 процентын физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү тураһындағы стратегик йөкләмәһен үтәү ҙә. Һәм кадрҙар резервы, юғары кимәлдәге яңы атлеттар әҙерләү. Һәм, әлбиттә, балалар һәм үҫмерҙәр спорты. Үҫеп килеүсе быуын вәкилдәре секцияларға һәм күнекмәләргә күберәк йөрөгән һайын яҡшыраҡ. Барыһы ла профессионал булмаясаҡ, әммә спорт дисциплинаға, тырышлыҡҡа, тренер етәкселегендә эшләү һәм дөйөм тырышлыҡ менән һөҙөмтәгә өлгәшеү оҫталығына өйрәтә, команданың уңыштарына үҙ өлөшөн индерә. Был бик ҡиммәтле шәхес сифаттары, уларҙы спортсыларҙа ғына түгел, илебеҙҙең бөтә граждандарында ла тәрбиәләргә кәрәк. Бөгөн балаларға һәм үҫмерҙәргә иғтибар биреп, уларға йәш быуындың яҡшы уҡый, яҡшы эшләй һәм илебеҙҙе алға этәрә алырлыҡ күнекмәләрен өйрәтәбеҙ. Шулай итеп беҙ йәштәребеҙҙең тәндәрен генә түгел, йәндәрен дә нығытабыҙ.

«Рәсәй – спорт державаһы» форумы кеүек саралар беҙгә бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса көстәрҙе һөҙөмтәле берләштерергә ярҙам итә. Өфөгә ҡунаҡсыллығы һәм ошондай ваҡиғаларҙы ҡабул итергә әҙерлеге өсөн айырым рәхмәт әйтергә теләйем. Өфө-илебеҙҙә хоккейҙы үҫтереүҙең төп үҙәктәренең береһе, унда уйынсыларҙы әҙерләүҙең сифатлы вертикале төҙөлгән. Шулай уҡ был ҡалала юғары кимәлдәге саралар, шул иҫәптән спорт саралары ла үткәрелә алыуын беләбеҙ. «Рәсәй – спорт державаһы» форумы ла бик шәп үтер, тип ышанам", - тигән ул.

Владислав Третьяк: "Өфө - илдә хоккейҙы үҫтереүҙең төп үҙәктәренең береһе"
Владислав Третьяк: "Өфө - илдә хоккейҙы үҫтереүҙең төп үҙәктәренең береһе"
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: