+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Октябрь , 09:05

Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!

4 октябрҙә Ҡарағай ауылында Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекты, тарих һәм архитектура һәйкәле булып торған уникаль Покров сиркәүе алдында 1941-1945 йылдарҙа Имәндәш ауыл советы ауылдарынан фронтҡа киткән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтəлегенə яңыртылған обелиск асылды.

Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!
Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!

2024 йылда президент гранттары Фонды Ҡарағай ауылында Покров ғибәҙәтханаһын тергеҙеү проектын хуплай. Сиркәүҙең стеналары XIX быуат аҙағы - XX быуат башында урындағы оҫталар тарафынан уҫаҡ ағасынан бер бөртөк ҡаҙаҡһыҙ буралған. 1940 йылдарҙан ул үҙ маҡсатында файҙаланылмай, яйлап юҡҡа сығыуға дусар була. 2023 йылда Ҡарағай сиркәүен ҡотҡарыуға “Ҡаты ер” Хәйриә фонды директоры, проект лидеры Татьяна Геннадьевна Хлёсткина ныҡлы тотона. Яҡташыбыҙ Татьяна Хлёскина менән Василий Калачигов Президент грантына конкурста ҡатнашып еңеп сығалар һәм сиркәүҙе реконструкциялау эшенә тотоналар. Шулай уҡ йәш быуынға иҫтәлекле тәрбиә урыны булһын, тип, обелис-
кыны ла яңыртырға ҡарар итәләр.
Тантаналы митингыла район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш, етештереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Артур Ғафаров, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов, Өфө епархияһы тарихсыһы Павел Егоров, Еңеү ирекмәндәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындары, ошо тирә ауылдар халҡы ҡатнашты.
Сара Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын тыңлау менән башланды. Иң тәүҙә Салауат хәҙрәт Түзбәков Ҡөрьән аяты уҡып, йыйылыусыларҙы берҙәмлеккә, татыулыҡҡа өндәне. Покров сиркәүе настоятеле Филипп Евдокимов һәләк булғандар хөрмәтенә панихида үткәрҙе.
Район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш, етештереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Артур Ғафаров митингыла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, был объект Покров сиркәүен тергеҙеү проекты буйынса төҙөкләндерелеүен билдәләне. Шулай уҡ ул урындағы халыҡҡа, ирекмәндәргә, сиркәүҙең мәхәллә кешеләренә, “Ҡаты ер” Хәйриә фондына, Президент гранттары фондына һәм обелискыны тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индереүселәргә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Бөгөнгө ваҡиға Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтерҙең тарихи факттар ғына түгел, ә тере тарих булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Ғаиләләребеҙ, ата-бабаларыбыҙ тарихы. Беҙҙең төп бурысыбыҙ - Бөйөк Еңеүҙе онотмау, йәштәрҙе Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығы өлгөһөндә, патриотизм рухында тәрбиәләү. Ҡаһармандарыбыҙ мәңге беҙҙең хәтерҙә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Артур Вәсим улы.
Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы сығыш яһап: “Обелиск үткән быуаттың 90-сы йылдарында уҡ “Еҙем” колхозы көсө менән төҙөлгәйне, бөгөн һәйкәл урындағы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың Президент гранттары конкурсында еңеүе һәм ауылдың битараф булмаған халҡы ярҙамы менән үҙенең икенсе ғүмерен алды. Һәйкәлгә гранит плиталар ҡуйылды, шулай уҡ унда Имәндәш ауыл биләмәһенән һуғышҡа киткән 243 яугирҙың исем-фамилияһы яҙылған. Беҙ яу яланында батырҙарса һәләк булған һәм еңеү менән ҡайтҡан геройҙарыбыҙ, Еңеүҙе яҡынайтып, үҙҙәрен йәлләмәйенсә көнө-төнө тылда эшләгән яҡташтарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Йәштәр үҙ иле менән ғорурланырға, уның тарихын белергә һәм Рәсәйҙең ысын патриоттары булырға тейеш. Яугирҙарыбыҙҙың батырлығын, сыҙамлығын һәм ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ауыл биләмәһендә асылған был һәйкәл ярҙамында тарихыбыҙҙың бер өлөшөн, яугир ауылдаштарыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлекте һаҡлап алып ҡалып, киләсәк быуынға тапшыра алырбыҙ, тип ышанабыҙ”, - тине.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтəлегенə яңыртылған обелискыны асыу хоҡуғы Ҡарағай ауылында йәшәүсе, Покров сиркәүенең һуңғы руханийы ейәнсәре, һуғыш йылы балаһы Валентина Дьяченкоға бирелеп, ул йыйылыусыларға: “Бөгөн һеҙҙең менән ошо изге урында булыуыма бик шатмын. Һәйкәл гранитына уйып яҙылған һәр кемде изге тип иҫәпләйем. Исемлектә атайымдың исеме лә бар. Уның өсөн һуңғы булған алыштың шаһиттары һөйләүенсә, ауыр яраланған ата-йым, аяғына баҫырға мөмкинлеге булмағас, үҙенең көрәштәштәренә “Алға!” тип ҡысҡырып булһа ла көс өҫтәгән. Үҙ ҡаны менән тарих яҙған олатай-өләсәйҙәремде киләсәк быуын онотмауын теләйем”, - тине үҙ сығышында 85 йәшлек Валентина Александровна һәм обелискынан ҡыҙыл таҫма төшөрөлөп, барыһы ла яңыртылған һәйкәл алдына үтте.
Һуңынан обелискыны асыуға һәм яҡын-тирәләге майҙансыҡты төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индергән бер төркөм әүҙемселәр Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Тантаналы митинг һәйкәлгә сәскәләр һалыу менән тамамланды. Һуғыш яланында батырҙарса һәләк булған геройҙарыбыҙ һәм еңеү менән ҡайтҡан яҡташтары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыны яңыртыуға ауыл халҡы ла сикһеҙ шат ине. Бөгөн Ҡарағай ауылындағы өр-яңы төҫ алған, өҫтөндә Ҡыҙыл Йондоҙ балҡыған обелиск һәр кемде үҙенә тартып, күркәм урын булып тора.

 

“Президент гранттарында беҙҙең йәмәғәтселәр әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан йыл һайын әүҙемлеге һәм йәлеп ителгән сумма буйынса президент гранттары фонды конкурсы буйынса тәүге бишәү иҫәбенә инә. 2013 йылдан 2024 йылға тиклем республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының 935 проекты бер миллиард һумдан ашыу дөйөм суммаға ярҙам алды. 2024 йылда президент гранттары Фондының беренсе конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының 46 проекты 65,7 миллион һумлыҡ ярҙам алыуға өлгәште. Еңеүҙәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге 10 төбәге иҫәбендә дүртенсе һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урынды биләй”, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һуңғы сығыштарының береһендә.

Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!
Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!
Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!
Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!
Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!
Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!
Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: