+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь , 09:00

Өлгөлө ғаиләләр – ауылдарыбыҙ ҡото

Бөгөнгө көндә йәштәрҙең ҙур ҡалаларҙы хуп күреп, еңел тормош эҙләп шунда күпләп ағылыуҙарын күҙәтергә була, ә инде тыуған ерен ташлап китмәй, шунда төпләнеп, үҙ тырышлыҡтары менән матур итеп донъя ҡороп, балалар үҫтереп, күркәм итеп йәшәгән ғаиләләргә һоҡланырға ғына ҡала. Ауылдарҙың киләсәге лә үҙ төбәгенә ҡот биреп, йәмләп йәшәүсе ғаиләләр ҡулында бит. Шундай ғаиләләрҙең береһе - Ерек ауылынан Әсфәндийәровтар был йәһәттән барыһына ла өлгө булып тора.

Өлгөлө ғаиләләр – ауылдарыбыҙ ҡото
Өлгөлө ғаиләләр – ауылдарыбыҙ ҡото

Ҙур булмаған Ерек ауылының Үҙәк урамында үҙенә әллә ҡайҙан тартып торған, күркәм йорт ихатаһына үтәбеҙ. Иркен ихатаға аяҡ баҫыу менән бында егәрлеләр, тырыштар йәшәгәне күренеп тора. Шлакоблоктан һалынған һарай, гараж, уның тирәһендә ултырған “Беларусь” һәм уға төрлө тағылмалар, мунса, шулай уҡ урамды биҙәп ултырған сәскәләр күҙгә ташлана. Йорт тупһаһы аша үтеү менән хужа кеше беҙҙе әйҙүкләп ҡаршыланы, уңарсы хужабикә лә килеп сығып, ҡунаҡ бүлмәһенә алып инде. Күҙ ҡарашы шундуҡ ҙур бүлмәнең түрендә тиҫбе тартып ултырған ҡупшы ағинәйгә һәм уның артына иркәләнеп кенә йәшенеп, ҡарашы менән йылмайып беҙҙе күҙәткән малайға төштө.
- Атайымдың әсәһе Зөлғәнифә Шакир ҡыҙы була. Ауылдағы иң өлкән кеше, 95 йәш уға. Сәйетбаба ауылынан Ереккә килен булып төшөп, хәҙер һигеҙенсе тиҫтәгә яҡын ошо ауылда йәшәй. Ә уның янында беҙҙең бәләкәй улыбыҙ Искәндәр, уға биш йәш әле, - тип, беҙҙе үҙенең оло һәм кесе быуыны менән таныштырҙы Данис Рәмил улы.
Ғәлиә менән Данис Әсфәндийәровтар 2014 йылда ғаилә ҡороп, өләсәләре янында өй һала башлай. 2015 йылда яңы өйҙө төҙөп бөтөп, өләсәләрен дә үҙҙәре менән йәшәргә бергә алғандар. Был тормоштоң ағын-ҡараһын, михнәттәрен күп күргән ағинәй бөгөн Ҡөрьән уҡып, ейәне, килене, бүлә-бүләсәрҙәре менән шатланып ғүмер кисерә. Күрше Яугилде ауылында йәшәүсе Гөлнур килене лә һәр саҡ килеп, балаларының, ҡәйнәһенең хәлен белеп тора.
- Өләсәйебеҙҙең хәҙер күҙҙәре насар күрә. Беҙҙең бер-бер артлы тыуған балаларыбыҙҙы бәләкәй саҡтарында ҡарашып, күҙ-ҡолаҡ булды инде. Ололарына бейәләй-башалтайҙарын да бәйләп ҡуя торғайны. Әле балалар уға йөрөп килергә булһынмы, бар яҡлап та ярҙам итәләр, - тип һүҙгә ҡушылды Ғәлиә Камбулат ҡыҙы.
Ауыл ерендә бар эште лә эшләп үҫкән Данис Рәмил улы Бурлы мәктәбендә белем алғандан һуң, шофёр-тракторсы һөнәре ала. Ырымбурҙа хәрби бурысын да механик-шофёр булып үтәй. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егеттең ауылға һатыусы булып эшкә килгән Ғәлиә исемле ҡыҙға күҙе төшә. Егет күп балалы ғаиләлә үҫкән Юлыҡ ауылы һылыуын ҡулдан ысҡындырмаҫҡа үҙенә һүҙ бирә. Артабан бер-береһенә ғашиҡ булған йәштәр өйләнешәләр һәм Ерек ауылында төпләнергә ҡарар итәләр. Данис ике балалы ғына ғаиләлә үҫкәнлектән, үҙенең балалары ишле булыуын теләй. Хоҙай уның теләген тормошҡа ашырып, уларға биш бала бүләк иткән. Оло улдары Динислам Красноусолдағы һөнәрселек колледжында икенсе курста уҡып йөрөй. Ул группаларының кураторы, уҡытыусыһы Йәмилә Рәжәп ҡыҙы Әбделмәнова етәкселегендә төрлө олимпиада, конкурстарҙа ҡатнашып, һәйбәт һөҙөмтәләр ҙә күрһәтеп өлгөргән. Әле яңы ғына ижади эш менән Бөтә Рәсәй фестивалендә беренсе урын алыуға өлгәшкән. Унан ике йәшкә бәләкәй икенсе улдары Данилға - 15, Азалия ҡыҙҙарына – 12, Дианаға – 8, ә Искәндәргә 5 йәш. Иң бәләкәсенән тыш ҙурҙары Бурлы мәктәбендә уҡып йөрөйҙәр. Балалар барыһы ла ата-әсәһенә ярҙам итеп, эш рәтен белеп үҫәләр. Өләсәй тәрбиәһе лә йоғонтоһоҙ ҡалмай, балалары олоно-оло, кесене-кесе итеп, тәрбиәле, тәртипле булып үҫеп киләләр.
Заманса иркен йортҡа газ, һыу үтеп, бар уңайлыҡтар булдырылған. Күпләп һыйыр малы, ат тоталар, тауыҡ, ҡаҙ аҫрайҙар. Данис Рәмил улы Бурлы ауыл биләмәһе хакимиәтендә шофёр булып эшләп йөрөй, ә Ғәлиә Камбулат ҡыҙы йорт эше менән мәшғүл. Әсфәндийәровтар ауылда төпләнеп ҡалыуҙарына бер ҙә үкенмәй, күптәргә өлгө булып, тырышып донъя көтәләр. Үҙ көсөң менән тапҡан мал-мөлкәт ҡәҙерле була, балалар өсөн дә ул ҙур тәрбиә мәктәбе. Улар кеүек шундай егәрле, татыу ғаиләләр ауылдың киләсәген яҡтыраҡ, ышаныслыраҡ итә лә инде.

Өлгөлө ғаиләләр – ауылдарыбыҙ ҡото
Өлгөлө ғаиләләр – ауылдарыбыҙ ҡото
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: