+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь , 09:00

Юлсы – ауыр һәм яуаплы хеҙмәт

Октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә (быйыл ул 20 октябргә тура килә) Юл хужалығы эшсәндәре көнө билдәләнә. “Башкиравтодор” ЯСЙ-енең Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығының Ғафури участкаһы эшселәре лә һөнәри байрамдарын ҡаршылай. Уларға юлдар селтәрен төҙөк һәм тәртиптә тотоу бурысы йөкмәтелгән. Һөнәри байрамдары уңайынан участка етәксеһе – Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе Зөфәр Мәғәсүм улы ХАФИЗОВ үҙе етәкләгән коллективтың эшмәкәрлеге менән таныштыра. Һүҙ – етәксегә:

Юлсы – ауыр һәм яуаплы хеҙмәт
Юлсы – ауыр һәм яуаплы хеҙмәт

- Башта шуны әйтеп китергә кәрәк, быйыл “Башкиравтодор” йәмғиәтенең барлыҡҡа килеүенә - 100 йыл. Юл хеҙмәтенә (элгәре шулай атала ине) Ф.Ғ.Басиров, район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы коллективы менән оҙаҡ йылдар Ф.Ә.Ишморатов етәкселек итте. Ошо йылдар арауығында республиканың, шулай уҡ районыбыҙҙың юл тармағында бик күп мөһим эштәр башҡарылды: асфальт өҫлөклө автомобиль юлдары төҙөлдө, насарҙары ремонтланды, яңылары һалынды. Хәҙер район үҙәге менән ауылдарҙы һәйбәт юлдар тоташтыра. Йәмғиәт ҡарамағындағы беҙҙең предприятие коллективы иңенә районыбыҙҙағы 543 саҡрым (шуның 299 саҡрымы – муниципаль-ара, 244-е урындағы әһәмиәттәге юлдар) оҙонлоғондағы төрлө өҫлөклө юлдарҙы тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү, ремонтлау бурысы һалынған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оптималләштереү юл тармағына ла ҡағылмай үтмәне. Хәҙер беҙҙең Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы Стәрлетамаҡ ДРСУ-һына ҡарай, быға ярашлы, штат та ҡыҫҡарҙы. Заманында ҙур коллектив булған (100-ҙән ашыу кешене берләштерҙе) идаралыҡта бөгөн йыйыштырыусы һәм ҡарауылсыны ла иҫәпләп 52 кеше эшләй. Шулай уҡ заказдар ҙа кәмей, хәҙер улар конкурс нигеҙендә бүленә. Нигеҙҙә беҙҙең юлсылар ағымдағы йылда күрше Ишембай районында асфальт юл һалыу (3,5 км) менән мәшғүл булды. Быйыл планға ярашлы, район буйынса юлсылар бригадаһы Имәндәш ауыл биләмәһенең Юрмаш ауылындағы Коллектив урамына 550 метр арауыҡтағы юлға асфальт түшәйәсәк. Юрмаштарға был эштә “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы ярҙамға килгән. Яңғыҙҡайын ауылында ла тап ошо программа буйынса Советтар Союзы Геройы З.Әсфәндийәров урамында 500 метр арауыҡтағы юлды асфальтланылар. Цапаловка-Игенйылға ауылдары араһындағы 2,3 км юл участкаһына асфальт һалыу планлаштырыла. Ул күсмә, быйыл шуның 1 саҡрымына бер ҡат асфальт һалып, киләһе йылға тамамлап ҡуйыу иҫәбебеҙ. Юлдар төҙөү, ремонтлау менән бер рәттән юл эшсәндәре автомобиль юлдарының соҡор-саҡырлы участкаларын ямау, тигеҙләү, юл билдәләре урынлаштырыу, уларҙы буяу, юлдарҙағы тотҡарлыҡ ҡоролма-кәртәләрен тәртиптә тотоу, юл ситтәрен сабыу, юл һыҙаттарындағы ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡыу һәм башҡа эштәр менән дә мәшғүл була.
Көндәлек эштәр менән бер рәттән ҡышҡы осорға әҙерлеккә лә ҙур иғтибар бирелә. Эшселәребеҙҙең бер өлөшө ҡышҡы техниканы, шул иҫәптән ҡар таҙартыу, ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы (ҡатнашма ла әҙерләнә) һибеү өсөн ҡулайлаштырылғандарын ремонтлау менән мәшғүл.
Проблемалар булыуға ҡарамаҫтан (яғыулыҡ-майлау материалдарының, запас частарҙың ҡытлығы), эшселәребеҙ ваҡыттары менән иҫәпләшмәйсә, һөҙөмтәле эшләргә тырыша.
Беҙҙә бар ғүмерен юл хужалығындағы эшкә бағышлап, ҙур тәжрибәгә эйә булыусылар ҙа, яңы ғына эш башлап, тырышлыҡтары, эштәренә яуаплы, етди ҡарауҙары менән үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеүселәр ҙә бар. Улар: механизаторҙар Виктор Ергунов, Вячеслав Баранов, Наил Бәхтейәров, водителдәр Рим Ишмаев, Рәзиф Рәхмәтуллин, юл эшселәре Максим Суздальцев, Андрей Худяков, асфальт заводынан Сергей Федосеев, юл мастерҙары Рауил Мәүлетов, Ирик Стукалов, ремонтсылар Алексей Тарасов, Риф Әбйәлилов, Хәниф Фәтҡуллин һәм башҡалар. Юл хеҙмәте ветерандарынан Рәфит Фәрит улы Мөхәмәтҡолов, Әхтәм Кәлимулла улы Ғәйнуллин, Рәмил Шәрәфетдин улы Әбсәләмов, Рауил Зәки улы Мәүлетов, Риф Рәшит улы Әбйәлилов, Владимир Владимирович Кулагин - хаҡлы ялдалар, араларында бер нисәүһе эштәрен дауам итә. Улар ДРСУ-ла оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә ҙур һәм бай тәжрибә туплауҙан тыш, һәр ҡайһыһы төрлө кимәлдәге бүләкләүҙәргә, уларҙың өсәүһе үҙ ваҡытында ҙур дәүләт наградаларына лайыҡ булды: Р.Мөхәмәтҡолов менән Р.Мәүлетов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, Р.Әбсәләмов “РФ-ның почётлы төҙөүсеһе” исемдәрен йөрөтә.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы (улар – 30, эшләп йөрөүселәр ҙә бар) һөнәри байрамыбыҙ – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым. Еңел булмаған эштәрендә уңыштар, бәхетле оҙон ғүмер, именлек, күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы, иң мөһиме – ныҡлы, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, илгә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләйем.

Юлсы – ауыр һәм яуаплы хеҙмәт
Юлсы – ауыр һәм яуаплы хеҙмәт
Юлсы – ауыр һәм яуаплы хеҙмәт
Юлсы – ауыр һәм яуаплы хеҙмәт
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: