+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь , 09:05

Юлсылар династияһы

“Башкиравтодор” йәмғиәтенең бер быуатлыҡ тарихында сығыштары менән Ерек ауылынан булған, юл тармағындағы хеҙмәткә икеһенә бергә 60 йылдан ашыу ғүмерҙәрен бағышлаған аталы-уллы Фәрит Мөхәмәтвәли улы менән Рәфит Фәрит улы Мөхәмәтҡоловтар ҙур урын биләй. Азат Рәфит улының район юл төҙөү-ремонтлау идаралығында эшләгән 10 йылын ҡушһаң, дөйөм стаждары тағы ла артып китер ине. Тик Азат, бындағы эш урынын ҡалдырып, Себер тарафтарына вахта ысулы менән эшкә юлланған.

Юлсылар династияһы
Юлсылар династияһы

Юл тармағы ветераны Фәрит Мөхәмәтвәли улы Ленин һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры. Тәүге орденға ул 1975 йылда “Ленинизм” колхозында шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн лайыҡ булған. Икенсеһе һуңғараҡ бирелгән. 1970 йылдар аҙағында данлыҡлы механизаторҙы юл участкаһына эшкә килергә күндерәләр. Тәжрибәле тракторсыға башта “Т-130”, һуңынан яңы “Т-4” (“Алтай”) тракторҙарын ышанып тапшыралар. Колхоздағы кеүек, эшен бар тырышлығын һалып, намыҫ менән башҡара һәм етәкселек бындай намыҫлы эшсене шундуҡ күреп, хеҙмәтен тейешенсә баһалай. Үҙенең эшмәкәрлеге йылдарында Ф.Мөхәмәтҡоловҡа Павловка ауылы янындағы юлды күтәртергә, Үтәк ауылы йүнәлешендәге, Рус Саскүле һәм Аҡкүл ауылдары араһындағы юлдарҙы тигеҙләргә һәм төҙөргә, Цапаловка ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе һалыуҙа ла, район үҙәгендә урау юл төҙөлөшөндә лә һәм башҡа күп участкаларҙағы эштәрҙә ҡатнашырға тура килә.
Ветерандың улдары Рәфит менән Рәүеф бала саҡтарынан уҡ атайҙарының трактор кабинаһында ултырып, баҫыу-яландар буйлап йөрөп, “тимер ат”ты ауыҙлыҡларға өйрәнә. Үҫмер саҡтарынан тракторсы һәм комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләйҙәр.
Атайҙан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Рәфит улы атаһының юлын дауам итеп, ғүмерен тракторсы һөнәренә бағышлай. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә алып, күрше - Яугилде һигеҙ йыллыҡ, Бурлы урта мәктәбен тамамлай. 4-се класта уҡығанда уҡ тракторсы атаһынан күреп, трактор штурвалы артына ултырып ҡарап, бәләкәйҙән техникаға тартылып буй еткергән үҫмер, оҙаҡ уйлап тормай, Стәрлетамаҡтағы һөнәрселек училищеһында тракторсылар әҙерләү бүлегендә был һөнәрҙе үҙләштерә. Был һөнәр нескәлектәренә төшөнөп, ҡулына таныҡлыҡ алғас, йәнтөйәгенә әйләнеп ҡайтып, “Ленинизм” колхозында тракторсы булып эш башлай. Ҡораллы Көстәр сафына алынып, өлкән стрелок (снайпер) булып, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайта. Артабан колхозда эшен дауам итә. Ә атаһы район үҙәгендә юл төҙөү-ремонтлау бүлегендә эшләп йөрөй. 1985 йылда Рәфит Фәрит улы ла ДРСУ-ға эшкә килә. Тәжрибәле механизаторға ҡеүәтле “К-700”-ҙе ышанып тапшыралар, артабан “Т-170”-тә (бульдозер), ә 1996 йылдан автогрейдерҙа эшләп, был эшен ҡалдырған. Хәҙер юл хеҙмәте ветераны булып тора. 2011 йылда намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн Рәфит Мөхәмәтҡоловҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул пенсияла булһа ла, сафта ҡала әле.
Рәфит Фәрит улы эшендә генә түгел, тормошонда ла тырыш, донъясыл, хәстәрлекле, һәйбәт ғаилә башлығы, өлгөлө атай, яратҡан олатай. 1986 йылда Ҡырмыҫҡалы районынан йүнәлтмә буйынса район мәғариф бүлегенә эшкә килгән Фәймә Нурғәле ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, матур ғаилә булып йәшәйҙәр. Сынъяһау итеп донъя көтәләр. Ҡыҙ һәм улға атай-әсәй булып, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре – шатлыҡ-һөйөнөстәре. Ҡыҙҙары Ирина кейәүҙәре Фидан менән Ҡырмыҫҡалыла төпләнгән, 13 йәшлек Искәндәр һәм Рамзан (10 йәш) исемле улдар үҫтерәләр. Улдары Азат килендәре Анна менән Красноусолда йәшәй, Тимур (9 йәш) менән Самира (5 йәш) исемле балаларҙың ата-әсәһе.
Атай-әсәйҙәре Фәрит менән Зәкирә Мөхәмәтҡоловтар үҙҙәре ҡыҙ (Тәскирә) менән ике улға (Рәфит, Рәүеф) атай-әсәй булып, 58 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, йәштәргә биргеһеҙ итеп, матур донъя көтәләр, бәхетле ғүмер кисерәләр.
Һөнәри байрамдары менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, байрамса кәйеф теләйбеҙ.

Юлсылар династияһы
Юлсылар династияһы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: