+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь , 18:00

Батыр исеме мәңгеләштерелде

21 октябрҙә Игенйылға ауылы мәктәбендә мөһим һәм иҫтәлекле ваҡиға булды. Районыбыҙҙың ҡаһарман улдарының береһе, Украиналағы махсус хәрби операция барышында ерҙә тыныслыҡ хаҡына һәләк булған Земфир Ғилметдин улы Вәлишиндың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү уңайынан үҙе белем алған Игенйылға мәктәбе фасадында тантаналы шарттарҙа мемориаль таҡтаташ асылды.

Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде

 Земфир Вәлишин 1979 йылдың 21 октябрендә Игенйылға ауылында тыуып-үҫеп, ошо ауыл мәктәбендә урта белем ала. Махсус һөнәрселек училищеһында ла уҡый. Төрлө эштә эшләй. Тормош иптәше Әлфиә Салауат ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, Красноусолда төпләнгәндәр. Өс балаға ғүмер биреп, өлкән улдары Азамат медицина университетының 2-се курсында, Айгиз Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге гимназияның 9-сы класында, Алтынай ҡыҙҙары КБГИ-ның 4-се класында уҡый. Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланғас, Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттә булған яугирға саҡырыу килә. МХО башланғандан алып, Земфир Ғилметдин улы Ватанын һаҡлауға баҫа. Яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң,
йәнә яу һыҙығына юллана. 24 декабрҙә сираттағы хәрби задание ваҡытында яугирҙың ғүмере өҙөлә. Тап бөгөн Земфир Вәлишинға 45 йәш тулған булыр ине...

Тантаналы сарала район хакимиәте вәкилдәре, райондыңхәрби хәрәкәттәр ветерандары, батырҙың әсәһе, ҡатыны, улы, ҡыҙы, яҡындары, ҡәйнә-ҡайныһы, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы һәм башҡалар ҡатнашты. Сығыш яһаусылар Земфир Вәлишинды яҡты хәтирәләр менән иҫкә алды.

Мемориаль таҡтаташ мәктәпкә ингән балаларға, халыҡҡа, ҡунаҡтарға Земфир Ғилметдин улының тап ошонда уҡығанын иҫкә төшөрөп, иҫтәлекле билдә булып торасаҡ. Тантананан барыһы ла аяҙ күк йөҙө, тыныс тормош теләп таралышты.
Батырға мәңгелек дан!

 

Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: