+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь , 09:15

Батыр исеме мәңгеләштерелде

21 октябрҙә Игенйылға ауылы мәктәбендә районыбыҙҙың ҡаһарман улдарының береһе, Украиналағы махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Земфир Ғилметдин улы Вәлишиндың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү уңайынан үҙе белем алған мәктәп фасадында тантаналы шарттарҙа мемориаль таҡтаташ асылды. Тап ошо көндө Земфир Вәлишинға 45 йәш тулған булыр ине...

Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде

Земфир Вәлишин 1979 йылдың 21 октябрендә Игенйылға ауылында тыуып-үҫеп, ошо ауыл мәктәбендә урта белем ала. Стәрлетамаҡ һөнәрселек лицейында уҡып, электрогазосварщик һөнәрен үҙләштерә. Төрлө эштә эшләй. Төньяҡ Осетияла 429-сы мотоуҡсылар полкында сроклы хәрби хеҙмәт үтә. 1999 йылда бүлек командиры вазифаһында кесе сержант Земфир Ғилметдин улы Чечен Республикаһы территорияһында хәрби хәрәкәттә ҡатнаша. Тормош иптәше Әлфиә Сала-уат ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, Красноусолда төпләнгәндәр. Өс балаға ғүмер биреп, өлкән улдары Азамат медицина университетының 3-сө курсында, Айгиз Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге гимназияның 10-сы класында, Алтынай ҡыҙҙары КБГИ-ның 5-се класында уҡый.
2022 йылдың 22 сентябрендә илебеҙҙә махсус хәрби операция башланғас, Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттә булған яугирға саҡырыу килә. МХО башланғандан алып, Земфир Ғилметдин улы Ватанын һаҡлауға баҫа. Яраланып, Тамбов госпиталендә дауаланғандан һуң, йәнә яу һыҙығына юллана. 2023 йылдың 24 декабрендә сираттағы хәрби задание ваҡытында яугирҙың ғүмере өҙөлә. З.Ғ.Вәлишин 12 ғинуарҙа тыуған ауылы зыяратында ерләнде. Үлгәндән һуң РФ-ның Ҡаһарманлыҡ һәм Миңлеғәле Шайморатов ордендары менән наградланған.
Тантаналы митингыла район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Нурсилә Хәсәнова, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар Файруз Ғимаҙиев, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров, райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары, МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ата-әсәләре, район мәҙәниәт һарайы вәкилдәре, Земфир Вәлишиндың әсәһе Рәмилә Ниғмәт ҡыҙы, тормош иптәше Әлфиә Салауат ҡыҙы, кесе улы, ҡыҙы, ҡәйнә-ҡайныһы, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы һәм туғандары, яҡындары, дуҫтары, таныштары ҡатнашты.
Алып барыусылар сараны асыҡ тип иғлан иткәс, мәктәп уҡыусылары тарафынан РФ һәм БР флагтары күтәрелеп, Гимндары яңғыраны. Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Нурсилә Хәсәноваға бирелеп, ул үҙ сығышында: “Бөгөн һәммәбеҙ өсөн дә мөһим ваҡиға. Беҙ Земфир Вәлишинға мемориаль таҡтаташ асабыҙ. Кесе сержант, мотоуҡсылар отделениеһы уҡсыһы, ҡаһарман яҡташыбыҙ Украиналағы МХО-ла хәрби бурысын үтәгәндә Донбастың тыныс халҡын яҡлап, Ватаныбыҙ өсөн батырҙарса һәләк булды. Бөгөнгө көндә илебеҙҙә барған ваҡиғалар мотлаҡ тарихҡа инер. Киләсәк быуын Земфир кеүек яугирҙарыбыҙҙың батырлыҡтары менән ғорурланып, улар хаҡында белеп үҫер. Шундай батыр улдар тәрбиәләгән атай-әсәйҙәр алдында баш эйәбеҙ. Хөрмәтле Рәмилә Ниғмәт ҡыҙы! Һеҙ ысын Герой үҫтергәнһегеҙ. Улығыҙ районыбыҙҙың, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең ғорурлығы булды һәм булып ҡаласаҡ. Уға иң яҡшы кешелек сифаттары биргән өсөн уҡытыусыларына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Земфир Вәлишин тураһында яҡты иҫтәлек барыбыҙҙың йөрәгендә мәңге йәшәйәсәк, Геройға мәңгелек дан! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныс күк йөҙө теләйем”, - тине.
Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар Файруз Арыҫлан улы барыһын да тәбрикләп, үҙ сығышында Земфир Ғилметдин улының ысын патриот булыуын, ул киләсәк быуын өсөн өлгө булып торасағын билдәләне.
- Бөгөн Игенйылға ауылында иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс ваҡиға. Төньяҡ Кавказда булған хәрби хәрәкәттәр ветераны, Украинала барған МХО-ла батырҙарса һәләк булған Земфир Вәлишинға иҫтәлекле таҡтаташ асырға йыйылғанбыҙ. Ул Дан орденының тулы кавалеры Х.Х.Яркалов тыуған нигеҙҙә тыуып-үҫеп, буй еткергән. Тимәк, был нигеҙҙән икенсе Герой сыҡты. Земфир бала саҡтан тырыш, әниһенә беренсе ярҙамсы, апаһына, энеһенә терәк булды. Ул ауыл менән бәйләнеште бер ҡасан да өҙмәне. Үҙенең туғандарын, ғаиләһен ныҡ яратты. МХО башланғас, мобилизация нигеҙендә унда юлланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, декабрҙә батырҙарса һәләк булды. Земфирҙың әниһенә, тормош иптәшенә, балаларына, яҡындарына сабырлыҡ, түҙемлек теләйем, - тип һөйләп үтте Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Зиннур улы.
Ф.Яҡупов исемендәге һуғышсан хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Илфат Закиров, Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың тормош иптәше Любовь Александровна Земфир Вәлишинды хөрмәт менән иҫкә алып, был таҡтаташ һәр беребеҙ өсөн изге урын булып ҡалыуын бәйән иттеләр.
- Үҙең уҡытҡан уҡыусың тураһында “ине” тип һөйләп тороу бик ҡыйын. Ул класта йәш буйынса иң бәләкәйе булһа ла, ныҡышмал, тырыш булды, белем алырға ихтыяр көсө лә ҙур ине. Земфир яҡшы артист та ине, еңел генә итеп бейей ҙә торғайны. Күңелдә яҡшы иҫтәлектәр генә ҡалдырҙы. Кескәй саҡтан әтиһеҙ үҫкәс, барыһына терәк, һәр кемгә хәстәрлекле була белде. Йәшәүҙе, тормошто яратты. Алтын ҡуллы булды, күп өйҙәргә йылылыҡ үткәрергә булһынмы, заманса итеп көпләтергәме, ул оҫта итеп эшләп ҡуйҙы. Үҙенә алмашҡа алма кеүек өс бала ҡалдырҙы. Балаларына Хоҙай оҙон ғүмер бирһен”, - тип һөйләп үтте Земфир Вәлишиндың беренсе уҡытыусыһы Зилә Сәйетбатталова һәм үҙе яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Яугирҙың ҡәйнәһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова үҙенең сығышында кейәүен улы кеүек күреүен әйтеп, МХО-ла ҡатнашҡан барлыҡ ир-аттарға бағышлап яҙған шиғырҙарынан “Улыма” тигән йыйынтыҡты район хәкимиәте ярҙамы менән баҫтырып сығарырға йөрөүҙәрен әйтеп, һөйөклө кейәүенә арнап яҙған шиғырын тәҡдим итте.
Земфир Ғилметдин улының тормош иптәше Әлфиә Салауат ҡыҙы күҙ йәштәре аша: ”Был ғәрәсәтле һуғыш беҙҙең ғаиләбеҙгә лә килеп инде. Тыныс, матур йәшәп ятҡанда ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙҙы мәңгелеккә беҙҙең аранан алып китте. Бөгөн бында Земфирҙы белгән кешеләр йыйылған. Барыһы ла уны тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алыр. Сөнки ул үҙе лә кешеләрҙе яратты. Һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашығыр ине, әйтерһең дә тиҙерәк йәшәп ҡалырға ашыҡты. Уның эргәһендә беҙ һәр ваҡыт яҡлаулы, һаҡлаулы инек. Ваҡыт - дауа, тиҙәр. Әммә ваҡыт үткән һайын йөрәктәге яралар кәмемәй. Ошо ваҡытта беҙҙе ташламаған, һәр саҡ ярҙамға килгән һәм бөгөн уның исемен мәңгеләштереүҙә ҡатнашҡан барыһына ла ҙур рәхмәтлебеҙ. Үҫеп килеүсе малайҙарға, егеттәргә һәр ваҡыт ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ булыуҙарын, кәрәк икән үҙҙәренең ғаиләләрен, илдәрен һаҡларға әҙер булып үҫеүҙәрен теләр инем. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, унда йөрөгән ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтһындар”, - тип йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерҙе.
Бына тулҡынландырғыс мәл етте – аҡ япма төшөрөлөп, таҡтаташ асылды. Уны район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Нурсилә Хәсәнова менән Земфир Ғилметдин улының тормош иптәше Әлфиә Вәлишина асты. Барыһының да ҡарашы ҡурҡыу белмәҫ көслө рухы йөҙөндә сағылған, йылмайып баҡҡан Земфирҙың таҡтаташтағы фотоһына төбәлгән. Ирекһеҙҙән күҙҙәргә йәш тула. Мемориаль таҡтаташ мәктәпкә ингән балаларға, халыҡҡа, ҡунаҡтарға Земфир Ғилметдин улының тап ошонда уҡығанын иҫкә төшөрөп, иҫтәлекле билдә булып торасаҡ.
Яугир иҫтәлегенә тынлыҡты ярып автомат залпы яңғыраны. Был ерҙәге тыныслыҡ өсөн ғүмерен аямаған яугирға мәңгелек дан, хөрмәт ауазы булды. Таҡтаташ алдына сәскәләр һалынды. Тантананан барыһы ла аяҙ күк йөҙө, тыныс тормош теләп таралышты.

 

Яратҡан уҡыусым
Земфирҙың яҡты иҫтәлегенә
Аяҙ көндө йәшен һуҡҡан
кеүек булды
Һинең үлемеңдең хәбәре.
Йөрәктәрҙе һыҡратты
Хәбәрҙәрҙең иң-иң хәтәре.
Күҙ алдында үтте бала сағың,
Хәтерҙәрҙә мәктәп йылдарың.
Ҡәһәр һуҡҡан һуғыш сүпләй
Ауылыбыҙҙың аҫыл улдарын.
Бәләкәйҙән ҡыйыу булдың,
Уңған булдың, ҡоросһоң.
Һәр миҙгелен йәшәүеңдең
Сағыу биҙәкләргә тырыштың.
Һәр нәмәгә ҡулың оҫта булды,
Тотҡан ерҙә уттар уйнаттың.
Йөҙөңдәге йылмайыуың менән
Туң йөрәктәрҙе лә уяттың.
"Һөйкөмлө һөйәк", - тиҙәр,
Һинең кеүектәр тураһында.
Ҡыйыу бер бөркөтө булдың
Игенйылға - тыуған ауылыңда.
Чечнянан иҫән ҡайтып,
Ғаилә ҡороп, матур йәшәнең.
Ғаиләң тулы: кәләшкәйең,
Ике улың, ҡыҙың - сәсәгең.
Һөйөклөһө инең әниеңдең,
Туғандарыңа булдың таяныс.
Йәп-йәш кенә көйө
һәләк булдың,
Ни тиһәң дә бик тә аяныс.
Һин йәшәргә бик теләгән инең,
Йәшәүҙәрҙән кем туйған?
Йөрәккәйҙәр семетеп китә
Үлем тигән хатта бер уйҙан.
Яраларың төҙәлеп тә бөтмәй
Ҡабат киттең ҡанлы һуғышҡа.
Баштарыңдан ниҙәр үтте икән
Өҙгөләнгәндә һуңғы һулышта.
Ауыл зыяратына кәүҙәң ҡайтты,
Зар илатып күптәрҙе.
Һыҡрау, әрнеү, үкһеү
Ярып торҙо хатта күктәрҙе.
Үҙеңдән һуң яҡты эҙҙәр
Ҡалдырып киттең, Земфир,
тормошта.
Яҡты маяҡ булып
балҡырһың һин,
Киләсәктә беҙҙең тормошта.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: