Йыл һайын октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был байрамды “Башавтотранс” ДУП-ы филиалы - Красноусол автотранспорт предприятиеһы лайыҡлы ҡаршылай. 27 кешене берләштергән предприятие менән 24 йыл “Рәсәй Федерацияһының почётлы автотранспортсыһы” (дөйөм стажы – 42 йыл) исемен йөрөткән Анатолий Иванович Гребнев етәкселек итә. Һөнәри байрамдары уңайынан А.ГРЕБНЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Анатолий Иванович, һеҙгә традицион һорау - һөнәри байрамығыҙҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ?
- Ысынлап та, һөнәри байрамды билдәләгәндә башҡарған эштәрҙе барлау, йәғни йомғаҡ яһау йолаһы йәшәй. Әйтергә кәрәк, предприятиебыҙҙың күрһәткестәре республика АТП-лары араһында насар түгел, урта рәттәбеҙ. Беҙҙең предприятиеның 9 айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, шуны билдәләп үтергә кәрәк: предприятиебыҙҙың тулайым килеме 33 миллион һум тәшкил итте. Әммә сығымдар күберәк булды. Әлбиттә, был яғыулыҡҡа, запас частарға, ремонт һәм техник хеҙмәтләндереүгә хаҡтар артыуы менән бәйле булды. Предприятие автобустары ҡала яны маршруттарында - 46 мең, ҡала-арала 43 мең пассажирҙы хеҙмәтләндергән.
Әле беҙҙең ҡарамаҡта төрлө маркалы өс тиҫтәгә яҡын автобус иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа предприятиебыҙҙың автопаркы өр-яңы автобустар менән тулыланды. Был йәһәттән “Башавтотранс”ҡа республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың иғтибарын тоябыҙ. Уның аҡыллы сәйәсәте һөҙөмтәһендә төбәк һәм федераль программаларға ярашлы автопредприятиелар автобустар менән тәьмин ителә. Беҙгә Ҡытайҙа етештерелгән юғары уңайлылыҡлы (хатта һәр бер урындыҡҡа телефонды зарядлау ҡулайламаһы урынлаштырылған), хеҙмәтләндереү кимәле юғары булған 53 урынлыҡ ике “Ютонг” (Yutong ZK 6128) автобусы бүленде, улар Красноусол-Өфө маршруттары буйынса пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә. Был маршрут буйынса автобусты хеҙмәтләндереүсе тәжрибәле, ҙур хеҙмәт стажына эйә водителдәрҙең береһе Заһир Үзбәков көн дә рейсҡа сыға. Был автобустарҙың уңайлылығын пассажирҙар һынап, юғары баһаһын бирҙе лә инде. Быйыл шулай уҡ алты “Форд” һәм бер “ПАЗ-Вектор” автобустарына эйә булдыҡ.
- Маршруттар буйынса ла бер нисә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине. Районыбыҙ ауылдарына, ҡалаларға автобус йөрөшө нисегерәк?
- Көн дә “Красноусол” шифаханаһы-Өфө, “Красноусол” шифаханаһы-Стәрлетамаҡ ҡала-ара маршруттары буйынса 5-әр рейс яһала. Һәр йәкшәмбе шифахана-Салауат ҡалаһы (Ишембай ҡалаһы аша) йүнәлешендәге автобус рейсҡа сыға. Хәҙер Антоновка-Аҡкүл-Ҡотлоғужа, Красноусол-Стәрлетамаҡ маршруттары буйынса өр-яңы “Газель-Некст”, Ҡауарҙы-Красноусол, Имәндәш-Красноусол, Мораҡ-Буруновка-Красноусол маршруттары буйынса яңы алынған “ПАЗ-Вектор” автобустары пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә. Районыбыҙҙың барлыҡ ҙур ауылдарына ла тиерлек автобустар тотҡарлыҡһыҙ йөрөп тора. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһендә Үзбәк-Ибраһим-Красноусол маршруты буйынса пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүсе автобусҡа урындан водитель тәғәйенләү мәсьәләһен хәл итһәләр, бик һәйбәт булыр ине.
- Запас частар һәм яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтар күтәрелә, улар артынан билет хаҡтары ла арта... Быларҙы иҫәпләмәгәндә, һеҙҙең эштә һөйөнөслө мәлдәр ҙә барҙыр?
- Һәр бер эштең үҙенең яҡшы һәм насар мәлдәре була, әлбиттә. Беҙҙең тармаҡта ыңғай моменттар, әлбиттә, ярайһы ғына. Мәҫәлән, былтыр водителдәрҙең категорияларын күтәреү һәм күп йыллыҡ хеҙмәт өсөн выслуга тергеҙелде. Ағымдағы йылдың сентябренән Хөкүмәт ҡарары менән артыҡ эшләнгән сәғәттәр өсөн өҫтәп түләүҙәр үҙ көсөнә инде. Хәҙер ҙур хеҙмәт стажына эйә тәжрибәле I категориялы артыҡ эш сәғәттәре булған водителдәр айына 70-90 мең һум эш хаҡы алыу мөмкинлегенә эйә. Былар автобус водителдәренә бик яҡшы мотивация булып тора.
Әммә был хаҡтар бушҡа түләнмәй, предприятиела эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эше еңелдән түгел. Водителдәр көн һайын бик күп саҡрым юл үтә. Һауа торошо ла төрлөсә булырға мөмкин: ямғырлы, ҡарлы-буранлы, юлһыҙлыҡ һәм башҡаһы. Бынан тыш, уяулыҡты һаҡларға, шулай уҡ пассажирҙарға ҡарата иғтибарлы булырға, улар араһында төрлө кимәлдәге һәм оло йәштәгеләр ҙә бар. Бындай көндәлек мәшәҡәттәр профессионалдарҙың ғына көсөнән килерлек.
Әлбиттә, махсус хәрби операция менән бәйле күңелһеҙ хәлдәр ҙә булды. Былтыр водитель итеп Тимофей Виноградовты эшкә ҡабул иткәйнек. Беҙҙә оҙаҡ та эшләмәне, өгөтләүгә ҡарамаҫтан, эштән китеп, контракт буйынса МХО-ға хеҙмәткә юлланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл ярымдан һәләк булды.
- Һөнәри байрам уңайынан айырыуса һөҙөмтәле эшләгән, коллектив ғорурлығы булып торған, маҡтаулы хеҙмәткәрҙәрҙе атап үтмәҫһегеҙме?
- Әлбиттә, бар ундайҙар. Ғөмүмән, беҙҙең коллектив эшсән, берҙәм, барыһы ла һыналған, тәжрибәлеләр, 20-25 йыл хеҙмәт стажына эйәләр, үҙ бурыстарына яуапһыҙ ҡарап, илке-һалҡы башҡарыусылар беҙҙә оҙаҡ торламай. 27 кешене берләштереп, уларҙың 14-е – водителдәр, 6-һы – инженер-техник хеҙмәткәрҙәр, 3-һе – слесарҙар, 3-һе – ремонт-ярҙамсы эшселәр. Һәр ҡайһыһы үҙенә еткерелгән бурыстарҙы тейешенсә башҡара. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан араларынан ҡайһы берҙәрен төрлө бүләкләүҙәргә тәҡдим иттек. Бына, мәҫәлән, ҡала-ара маршруты “Форд” автобусы водителе 30 йылға яҡын хеҙмәт стажына эйә булған Йәүҙәт Мөхәмәтшин Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ буласаҡ. Баш бухгалтер Фәнилә Карпунинаның фотоһүрәте “Башавтотранс” ДУП-ының “Почёт таҡтаһы”нда урын аласаҡ. Водитель Марсель Фәтҡуллин менән диспетчер-кассир Ғәлиә Вахитова БР Транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитетының Рәхмәт хаттары, водителдәр Владимир Никифоров “Башавтотранс” ДУП-ының Маҡтау грамотаһы, Инсаф Урманшин “Башавтотранс” ДУП-ының Рәхмәт хаты, Асҡар Абдуллин Красноусол АТП-һының Маҡтау грамотаһы, секретарь-эш башҡарыусы Елена Фәйезова Красноусол АТП-һының Рәхмәт хаты менән бүләкләнәсәк.
- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандарығыҙҙы ла иҫкә төшөрөп үтмәҫһегеҙме?
- Башта бар ғүмерен беҙҙең предприятиеға арнап, лайыҡлы, намыҫлы хеҙмәт юлы үткән оҙон ғүмерле хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы билдәләп үтергә кәрәк. Улар: “КрАЗ” йөк автомашинаһы водителе булып эшләгән Нәжметдин Шәрәфетдин улы Латиповҡа быйыл декабрҙә 94 йәш тула, Венер Әнүәр улы Солтановҡа - 76, Владимир Александрович Плескоға – 71, Николай Александрович Ипатовҡа - 87 йәш. Миңниәхмәт Рәхим улы Шафиҡов менән Павел Николаевич Петров киләһе йыл юбилейҙарын – 70 йәштәрен билдәләйәсәк. В.А.Плеско ветерандар ойошмаһын етәкләй. Беҙҙә водителдәр династияһынан Петровтар: атайҙары Николай Егорович АТП-ла шофёр булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, улдары Павел менән Владимир уның юлын да-уам итеп, хәҙер икеһе лә пенсияла. Александр Плесконың улдары Владимир һәм Сергей, өлкәне бар ғүмерен АТП-ла водитель һөнәренә бағышлап, хаҡлы ялға сыҡты, ә кесеһе “КрАЗ”-да шофёр булып эш башланы, әммә һөнәрен уҡытыусыға алыштырып, ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаны.
- Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Форсаттан файҙаланып, һөнәри байрам уңайынан барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, районыбыҙ автотранспортсыларын, ветерандарыбыҙҙы тәбрикләйем, иҫәнлек-һаулыҡ, имен тормош, байрамса кәйеф, ерҙә тыныс күк йөҙө булыуын теләйем.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Байрамығыҙ менән!