+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Октябрь , 09:05

Килә шофёр, елә шофёр, руле төшмәй ҡулынан

Ауыл малайҙарының ҡайһыһы ғына үҫкәс шофёр булырға хыялланмай икән? Ысынлап та, күптәренең хыялы тормошҡа аша. Юлыҡ ауылында йәшәүсе Нурғәле Яҡупов та малай сағында хыял итеп һайлаған был һөнәргә ғүмере буйы тоғро ҡала. Яҙмыш уға автомобиль рулен тотторған, водитель һөнәрен һайлап, ул бер ҙә яңылышмаған. Был һөнәрҙе һайлауға шулай уҡ водитель булып эшләгән Миңлегәрәй ағаһының да йоғонтоһо ҙур булған. Нурғәле Миңлеғәле улы 45 йыл инде руль артында. Ошо йылдар арауығында нисәмә мең саҡрым юлдар үтелгән...

Килә шофёр, елә шофёр, руле төшмәй ҡулынан
Килә шофёр, елә шофёр, руле төшмәй ҡулынан

Юлыҡ ауылында ишле - алты балалы Мәстүрә Ғәйфулла ҡыҙы менән Миңлеғәле Әхмәҙғәле улы Яҡуповтар ғаиләһендә тыуып үҫеп буй еткерә Нурғәле. Тыуған ауылы мәктәбендә урта белемгә эйә булғас, артабан һөнәр алыу маҡсатында Күмертау районының Маячный ҡасабаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, автослесарь-водитель һөнәрен үҙләштерә. Йәнтөйәгенә ҡайтып, “Мағаш” колхозында “ГАЗ-52” (бензовоз) автомашинаһында шофёр булып тәүге хеҙмәт юлын башлай. Нурғәле Миңлеғәле улының хеҙмәт юлы 1979 йылдарҙан башланған. Әрме хеҙмәтенә алынып, Ватан алдындағы изге бурысын водитель булып үтәп ҡайта. Артабан колхозда яратҡан эшен дауам итә. 1992 йылда колхозға өр-яңы “ГАЗ-53” автомашинаһы ҡайтарылғас, уны тәжрибәле водителгә ышанып тапшыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, колхоз тарҡала.
Бар ғүмерен водитель һөнәренә бағышлаған тәжрибәле водитель 2013 йылда Юлыҡ мәктәбенә эшкә килеп, тиҫтә йылдан ашыу “Газель” микроавтобусында Һабай ауылы балаларын мәктәпкә ташый. Үҙ һөнәренең нескәлектәрен төплө белгәнлектән, коллективта абруй ҡаҙанған.
Ғаилә ҡороп, йорт һалып сыҡҡандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош юлдашы ваҡытһыҙ мәрхүмә булған. Эшендә генә түгел, тормошонда ла яңғыҙы ғына булһа ла матур итеп донъя көтә, өлгөлө һәм хәстәрлекле атай ҙа. Өс бала – Азат, Айгөл, Айратҡа атай булып, тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙы Айгөл тормошҡа сыҡҡан, Салауат кейәүе менән Самира исемле ҡыҙға атай-әсәй булып, үҙен ейәнсәрле олатай булыу бәхетен кисерткәндәр.
Барыр юлдарығыҙ ҙа, үтер тормош һуҡмаҡтарығыҙ ҙа һәр саҡ һикәлтәһеҙ, уң булһын, Нурғәле Миңлеғәле улы.

Килә шофёр, елә шофёр, руле төшмәй ҡулынан
Килә шофёр, елә шофёр, руле төшмәй ҡулынан
Килә шофёр, елә шофёр, руле төшмәй ҡулынан
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: