+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь , 09:57

Ололарға һәм инвалидтарға социаль ярҙам

“Ҡаршылыҡтарҙы емереп” III Бөтә Рәсәй форумында бөгөнгө “Түңәрәкөҫтәл”дәрҙең береһе Ололар һәм инвалидтарҙы стационар, ярымстационар формаһында һәм өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, оҙайлы ҡарау системаһы, стационарҙы алмаштырыусы технологиялар индереү” тигән темаға арналды.

Ололарға һәм инвалидтарға социаль ярҙам
Ололарға һәм инвалидтарға социаль ярҙам

  Уны Ленинград өлкәһе губернаторының “Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау” эшмәкәрлеге йүнәлеше буйынса кәңәшсеһе Елена Эльсалиева алып барҙы.

 “Түңәрәк өҫтәл”дә сығыш яһаусы Республика онкология диспансерының медицина реабилитацияһы бүлеге мөдире, физиотерапевт,   медицина фәндәре кандидаты Лена Мәҡсүтова ололарға хас йәрәхәттәр уларҙың сәбәптәре һәм һаҡланыу ысулдары хаҡында һөйләне.

  Билдәле булыуынса, олоғайған кешенең хәрәкәте насарая, ул  аяғында ныҡлы баҫып тора алмай, йыш ҡолап бара. Ҡолау иһә бик күп насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, ололарҙың тап ҡолау арҡаһында бот муйынтығы һына. Лена Фәйзи ҡыҙы килтергән миҫалдан күренеүенсә, Рәсәйҙә һәр биш минут һайын бер кеше бот муйынтығын һындыра. Бындай йәрәхәт алған биш кешенең берәүһе 6 – 12 айҙан һуң, һауыға алмай, яҡты донъя менән хушлаша. Шулай уҡ уларҙың 50 проценты инвалид булып ҡала, тик 25 проценты ғына нормаль тормошҡа кире ҡайта ала.

Шунлыҡтан мөмкин тиклем ололарҙы ҡолауҙан һаҡлау мөһим. Кеше нилектән ҡоларға мөмкин һуң? Табип әйтеүенсә быға уңайһыҙ аяҡ кейеме лә, остеопороз, артыҡ кәүҙә ауырлығы, кешенең мускулдары йомшарыуы ла, күреү һәләте  насарайыуы, ҡолаҡтарының иешетеп етмәүе лә  сәбәпсе булыуы мөмкин. Шунлыҡтан ололарға мускулдарын, һөйәктәрен нығытырға булышлыҡ итеүсе күнекмәләр эшләү зарур. Ул һәр кемдең хәленә ҡарап, айырым билдәләнә. Бынан тыш, оло йәштәге кешенең туҡланыу рационы  туҡлыҡлы матдәләргә һәм витаминдарға бай булырға тейеш. Олоғая барған һайын Д витаминын йышыраҡ ҡулланырға кәңәш ителә. Даими рәүештә күҙҙе, ҡолаҡтарҙы, һөйәктәрҙең ныҡлығын тикшертеп тороу мөһим. Һәм  өҫкә һәм аяҡҡа уңайлы аяҡ кейеме һайларға кәрәк.

  Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Зөлфирә Радик ҡыҙы Маскулова  социаль ярҙамға мохтаж граждандарға стационар һәм ярымстационар шарттарҙа ярҙам күрһәтеү тураһында һөйләне. 

    — Беҙҙең республикала 7 меңдән ашыу кеше даими рәүештә психоневрология йәки ололар өсөн интернаттарҙа йәшәй. Әлеге ваҡытта кешеләр ошондай интернаттарға эләкмәһен, мөмкин тиклем үҙҙәре өйрәнгән мөхиттә ҡалһын өсөн бик күп альтернатив программалар әҙерләнә.  Һәм ошо маҡсаттан сығып, беҙҙең интернат базаһында  граждандарға көндөҙ килеп йөрөү бүлеге асылды. Ул Өфө ҡалаһының Богдан Хмельницкий урамында 68/1 йортонда урынлашҡан. Унда   социаль  хеҙмәтләндереүгә  мохтаж булған оло йәштәгеләр, 18 йәште уҙған инвалидтар йөрөй ала. Улар аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр йөрөй. Курс – 18 көн. Пациенттың физик хәленә ҡарап, төркөмдәр төҙөлә һәм уларға социаль медицина, психологик, педагогик ярҙам күрһәтелә.   Күптәргә бындай  социаль ярҙам бушлай күрһәтелә, йәки өлөшләтә генә түләйҙәр.   

    “Именлек”  республика геронтология үҙәгенең бүлек мөдире Марина Апсаликова  үҙенең сығышында өй шарттарында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән  ауырыуҙарҙы оҙайлы ҡарау мәсьәләһенә туҡталды. “Бындай категория граждандарға өйрәнгән мөхиттә һәм яҡындары янында ҡалыу мөһим,  – тине ул.  – Шул уҡ ваҡытта  махсус медицина ярҙамы ьалап ителгән кешеләрҙе ҡарау – ул айырым  һөнәри квалификация талап иткән ҙур хеҙмәт. Ҡарау өсөн кеше яллау һәр кемдең ҡулынан килмәй.  Уларҙың хеҙмәте өсөн түләү айына 40 мең һумға барып баҫа. Һөҙөмтәлә граждандар эшен ташларға, шәхси тормошон артҡы планға күсерергә, ғаиләһенән балаларынан баш тартырға  мәжбүр була.

2023 года “Демолграфия” милли проекты сиктәрендә (уның бер өлөшө төбәк проекты “Өлкән быуын”)  республикала өлкән быуын граждандарын һәм инвалидтарҙы ҡарау өй шарттарында оҙайлы ҡарау буйынса  пилот проект тормошҡа ашырыла башланы. Беҙҙең Геронтология үҙәге лә ошо проектта ҡатнаша”, – тип Марина Сергеевна  был проект менән ентекләп таныштырҙы.

Фото:Ю.Кәримов. 

Ололарға һәм инвалидтарға социаль ярҙам

Ололарға һәм инвалидтарға социаль ярҙам
Ололарға һәм инвалидтарға социаль ярҙам
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: