-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь , 10:09

Туризм — һәр кем өсөн

Бөгөн Өфөлә “Ҡаршылыҡтарҙы емереп”  Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә  ойошторолған “Түңәрәк өҫтәл”дәрҙең береһе   “Башҡортостан Республикаһында уңайлы туризм” темаһына арналды.

Туризм — һәр кем өсөн
Туризм — һәр кем өсөн

 Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә сәйәхәт итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мөмкинлектәре, ошо йүнәлештә уңышлы тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.

– Башҡортостан социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙы береһен биләй.  Атап әйткәндә, 2011  йылдан  башлап социаль туризм  проекттарында ҡатнаша.  Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып  балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, инвалидтар һәм пенсионерҙар өсөн социаль турҙар ойоштора башланыҡ.  Республикала тупланған тәжрибә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн бындай хеҙмәт күрһәтеү буйынса системалы эш алып барыу өсөн нигеҙ булып торорға тейеш, тип иҫәпләйем, – тине    сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаусы  БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин.

Ысынлап та, республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе туризмға йәлеп итеү, уларға республика буйлап сәйәхәт итеү өсөн мөмкинлектәр булдырыу буйынса  бик күп эштәр башҡарылған.  Был хаҡта ентеклерәк итеп  инвалидтарҙың Рәсәй  спорт союзы  президенты Флүр Нурлығаянов һөйләне.

 –  Мин Башҡортостанды инвалидылығы булған кешеләр өсөн әүҙем туризм иле, тип иҫәпләйем. Сөнки 12 йыл буйы беҙ бында әүҙем туризм фестивале үткәрәбеҙ. Был фестивалгә Рәсәйҙең 10 – 15 төбәгенән киләләр. Бәлки бик күп тә түгелдер, әммә улар  республиканың туризм буйынса ҙур мөмкинлектәрен күрә:спорт, тау, һыу туризмы...

Беренсе тапҡыр 2021 йылда коляскалағы инвалидтар Йүрүҙән йылғаһы буйлап  ете көн буйы кәмәләрҙә аҡты. Ул ваҡытта был туризм төрө өсөн тейешле ҡорамалдар,  уңайлыҡтар ҙа юҡ ине.  Хәҙер иһә был туризм төрөн ойоштороу күпкә еңелләште, — тине ул.

“Ҡаршылыҡтарҙы емереп” үҙәге эксперты  Лена Калашникова иһә ғаилә һәм инклюзив туризм проекты хаҡында һөйләне.  Уның әйтеүенсә,  барыһы ла "Ни өсөн инвалидтар урамда күренмәй?" тигән һорауға яуап эҙләүҙән башлана. Һәм 2012 йылда  тәүге тапҡыр  үҙенсәлекле балалар өсөн  ижади фестиваль ойошторола. Өс йылдан һуң һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Минең менән йөрөп кил” акцияһын иғлан итәләр. Унда 30-лап бала ҡатнаша һәм шуларҙың кемеһелер тәүге тапҡыр урамға сыға.

Күпмелер ваҡыттан ошо балаларҙың ата-әсәләренән берәү  еләккә сығып килергә тәҡдим итә. “Шунан һуң беҙ республика буйлап сәйәхәткә сығырға баҙнат иттек. Барыһын да үҙебеҙ ойошторҙоҡ, сөнки туристик   компаниялар  бындай яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алырға тырышмай”, – тип  Лена Таһир ҡыҙы  республикабыҙҙа был йүнәлештә эшләнгән аныҡ  эштәр менән таныштырып үтте.

Өфө ҡалаһынан “Сөләймән тревел” туроператоры етәксеһе Ләйсән  Сөләймәнова иһә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә Өфө ҡалаһы буйлап ойошторолған экскурсиялар, атап әйткәндә “Мин Өфөнө өйрәнәм”, “Еңеү юлдары буйлап”, “Ете  ҡалҡыулыҡ өҫтөндәге ҡала” тип исемләнгән    маршруттар менән  ентекләп таныштырҙы.    

Ярославль ҡалаһынан килгән Туризмды үҫтереү үҙәге директоры Лилиә Нурова менән Калининград ҡалаһынан “Аура” соцаиль һәм белем биреү проекттарын үҫтереү үҙәге  директоры Светлана Ниғәмәтуллиналарҙың эш тәжрибәһе менән танышыу ҙа бик ҡыҙыҡлы булды. Мәҫәлән, Калининград ҡалаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе туристик сәйәхәттәргә алып йөрөү өсөн бик шәп автобустары бар. Унда коляскалағы инвалидтарға инеү өсөн ныҡ уңайлы. Шулай уҡ улар Балтика диңгеҙе буйында пляждың бер өлөшөн инвалидтар өсөн ҡулайлаштырғандар.

 “Түңәрәк өҫтәл”дә  инклюзив туризмды үҫтереү буйынса бик күп  эшлекле тәҡдимдәр  яңғыраны.  Ғөмүмән, һөйләшеүҙән һәр кем үҙенә кәрәкле тәжрибә алғандыр, тигән ышаныс ҙур.

Туризм — һәр кем өсөн!

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: