Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2024, 09:15

Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу: төп һорауҙарға яуаптар

Батыр пьедесталдан төшә, яңыртылған сүрәттә кире ҡайтыр өсөн. Һәйкәлде реставрациялау өсөн уны һүтеү ниңә кәрәклеген, был эш күпме ваҡыт аласағын һәм Салауат Юлаев үҙ урынына кире ҡайтмаҫ тип ниңә ҡурҡырға кәрәкмәгәнен ентек-ле аңлатабыҙ.

Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу:  төп һорауҙарға яуаптар
Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу: төп һорауҙарға яуаптар

Өфөлә хаҡлы рәүештә Башҡортостандың төп символы тип һаналған Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерләнәләр. Скульптор Сосланбәк Тавасиев тарафынан 1967 йылда тыуҙырылған был монумент ауырлығы 40 тонна тирәһе булған 10 метрлы суйын атлы статуянан тора. Реставрация проекты тарихи-мәҙәни экспертизаны ике тапҡыр уңышлы үтте һәм әле Главгосэкспертизала баһалау көтә.
Эксперт комиссияһы составына бына кемдәр инә: эксперт комиссияһы рәйесе - Дарья Александровна Зайцева, эксперт комиссияһының яуаплы секретары – Александр Михайлович Быков һәм эксперт комиссияһы ағзаһы – Алексей Петрович Хорликов. Уларҙың бөтәһе лә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау эштәрен уҙғарыуға дәүләт экспертизаһы төҙөүҙә ҙур тәжрибәгә эйә.
Һәйкәлде реставрациялау буйынса эштәр 2024 йылдың ноябрендә башланасаҡ, ул Өфө ҡалаһы бюджеты иҫәбенән финансланасаҡ һәм был маҡсатҡа 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүлергә планлаштырыла. Реставрация күпме ваҡытты алыр, экспертиза нимә ти, йүнәтеү өсөн һәйкәлде ни өсөн пьедесталдан алып торорға кәрәк – беҙҙең мәҡәләлә.
Һәйкәл авария хәлендә тип танылды
2024 йылдың 14 октябрендә Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса Башҡортостан Республикаһы идаралығы федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәр башҡарыуға документтарҙың дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса актты баҫтырып сығарҙы. Документацияны Ҡазандағы “ТСНРУ” АЙ-һе әҙерләгән, экспертизаны Санкт-Петербургтан “С.П.Бург һәм партнерҙар” ЯСЙ-е хеҙмәткәрҙәре үткәргән. Һығымтанан күренеүенсә, монумент авария хәлендә һәм ентекле реставрацияға мохтаж. Скульптурала ҡойоп эшләнгән элементтарҙа айырыла башлаған урындар бар, шул сәбәпле ярыҡтар һәм металл коррозияһы башланған. Постаменттың үҙендә сатнаған плиталар, ярылып сыҡҡан фрагменттар, бик ҙур ышҡылған урындар бар. Ҡурғандың яҡ-яғы елләп кипкән һәм ултырған.
Шулай итеп, ат менән һыбайлы скульптураһы үҙе генә түгел, һәйкәл торған пьедестал да, хатта йыл һайын йылғаға табан шыла барған ҡурған да ремонт талап итә. Ремонтты һаман һуҙыу тотош һәйкәлдең емерелеүенә килтереүе бар.
Нимәләр эшләнәсәк
Аттың йүгәнендәге юҡҡа сыҡҡан элементы – геометрик биҙәктәр сүкеп эшләнгән тәңкә - тергеҙеләсәк, ул һәйкәлгә тарихи оҡшашлыҡты ҡайтарасаҡ. Шулай уҡ тарихи төҫөн – ҡарағусҡыл һороно ҡайтарырға планлаштырыла, ул 2005 йылда йәшелгә әйләндерелгән ине. Һәйкәлдең ауырлыҡты күтәреү һәләтен тергеҙер өсөн эстәге авария хәлендәге металл каркас алыштырыласаҡ. Постамент ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса элеккеһен ҡабатлаған шымартылған ҡара гранит блоктар менән йөҙләнәсәк. Проект шулай уҡ ҡурғандың иң тәүҙәге формаһын һәм габариттарын да тергеҙеүҙе, уны нығытыуҙы күҙ уңында тота.
Алырға ярамай ҡалдырырға
Эксперттар бер тауыштан, скульптура постаменттан алынып, махсус әҙерләнгән һәм йыһазландырылған бинала реставрацияланырға тейеш, тип раҫлай. Сөнки һәйкәлдең эске каркасын алыштырырға кәрәк.
- Һәйкәл бер нисә конструктив үҙенсәлектән тора. Тышҡы ҡапламы ғына – 60-тан ашыу өлөш. Был ҡаплам эсендә швеллерҙарҙан һәм двутаврҙарҙан торған терәк каркас урынлашҡан. Экспертиза эстәге шул каркасты алыштырырға кәрәклеген раҫлай, шуға каркасҡа үтеп булһын өсөн һәйкәлде һүтергә кәрәк. Һәйкәлде урынынан алмайынса быны эшләп булмай, - тине Башҡортостан Республикаһы Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы бу-йынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов.
Һәйкәл 40 тоннанан ашыу тарта, уны һүтмәйенсә ремонтлау бик хәүефле. Һәйкәл торған ҡурғандың үҙен дә тәртипкә килтерергә планлаштырыла, скульптураны һүтмәйенсә уға ныҡлап үтеп булмаясаҡ. Тап ошо сәбәптәр буйынса проектлаусылар һәйкәлде һүтеү эштәре хәүефһеҙ башҡарылырға тейеш тигән ҡарарға килгән.
- Һүтеп алғанда, скульпторға реставрацияны тыныс шарттарҙа һәм һәр яҡлап күреп эшләргә мөмкин буласаҡ. Проект документацияһын әҙерләүсе ойошманың “Тыуған ил-Әсә саҡыра!” һәйкәлен реставрациялау тәжрибәһе бар ҙа инде, - тип билдәләне эксперт.
Барлыҡ дәлилдәр тап ошо рәүешле реставрациялау файҙаһына булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан халҡында һорауҙар тыуа: ни өсөн “Тыуған ил-Әсә саҡыра!” скульптураһы урынында ремонтланған, ә башҡорт батырын мотлаҡ цехҡа алып китергә кәрәк?
- Волгоградтағы скульптура башлыса тыш яҡлап ремонтланған. Икенсенән, ул скульптура әле торған урынында бетондан ҡойоп эшләнгән, шуға уны һүтеү мөмкин булмаған. Ул үҙенә башҡа бер осраҡ, - тип һөйләй билдәле скульптор, 40-тан ашыу монументаль композициялар авторы Салауат Щербаков. - Сала-уат Юлаев һәйкәлен оҫтаханала ремонтлауҙың бик күп өҫтөнлөктәре бар, - тип иҫәпләй әңгәмәсебеҙ. - Цехта һәйкәлдең эсен асырға, яҡтыртып, йылытып ҡарарға, каркасын ҡарарға, алмаштыраһын алмаштырырға, иретеп йәбештереү эштәре башҡарырға мөмкин. Йәғни оҫтаханала уны барлыҡ художество үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тергеҙергә мөмкин, тышта уларҙы эшләп булмай. Унда һауа шарттары ла, башҡа уңайһыҙлыҡтар ҙа ҡамасаулаясаҡ. Унан килеп, постамент менән ҡурғанды ремонтлау мәсьәләһе лә киҫкен тора.
Һәйкәлдәрҙе һүтеү – киң таралған тәжрибә
Күп кенә архитектура объект-тары реставрация ваҡытында һүтеп торолған. Быға сағыу миҫалдарҙың береһе – “Эшсе һәм колхозсы” скульптураһы. 2004 йылдың октябрендә һәйкәлде ашығыс рәүештә ремонтҡа алып китәләр – ул ярым емерелгән металл өйөмөнә әйләнеп барған була. Тутыҡ төпкә шул тиклем ныҡ үткән була, скульптураны, һәр береһен айырым тергеҙер өсөн, 40 өлөшкә һүтергә тура килә. Реставрациянан һуң Мәскәүҙең төп символдарының береһе яңы постаментҡа урынлаштырыла.
Ҡыҙыл майҙандағы Кузьма Минин менән кенәз Дмитрий Пожарский һәйкәле лә шундай уҡ яңырыу юлы үтә. Боронғо скульп-тура халыҡ йыйып биргән аҡсаға булдырыла, уның өҫтөндә эш хатта 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда ла дауам итә.
Шундай уҡ юл менән 2020 йылда Мәскәүҙә маршал Жуков һәйкәле реставрациялана. Бындай миҫалдарҙы илебеҙҙең башҡа ҡалаларында ла, сит илдәрҙә лә табырға була. Мәҫәлән, 2017 йылда һүтеп алыу юлы менән Лондондағы Елизавета башняһын (ул Биг Бен булараҡ нығыраҡ билдәле) реставрациялай башлайҙар. Ремонт эштәре биш йыл барған.
Салауат Юлаев һәйкәлен “кире ҡайтарырға онотоу” мөмкин түгел
Һәйкәлде урынынан алғас, кире ҡуймаясаҡтар, тигән имеш-мимеш бөтөнләй нигеҙһеҙ. Улай тип ҡайғырырға һис кәрәкмәй. Монументты тергеҙеү эштәре Өфөлә башҡарыласаҡ. Баш ҡалабыҙҙа бының өсөн барлыҡ шарттар бар.
Монументты тота һалып онотоп булмай. Салауат Юлаев һәйкәле – республиканың айырылғыһыҙ символы. Күп рәсәйлеләр өсөн Башҡортостан тап Салауат Юлаев һәйкәле һәм исеме менән күҙаллана.
Уның образы Башҡортостанда йәшәүселәр тормошоноң барлыҡ өлкәләренә тығыҙ үтеп ингән. Уның хөрмәтенә бик күп архитектура объекттары, урамдар, ауылдар, район, ҡала аталған. Украинала, Эстонияла, Ҡаҙағстанда уның исеме урамдарға бирелгән. Батырҙың исемен бөтә илгә билдәле хоккей клубы йөрөтә, дәүләт ордены һәм премияһы булдырылған.
Республикала йыл һайын Салауат Юлаев көндәре байрам ителә, уның сиктәрендә Салауат йыйыны республика фольклор байрамы үткәрелә. 2024 йылдың йәйендә батырҙың тыуған яғы – Салауат районында “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы асылды.
Башҡортостан халҡы өсөн батырҙың образы һәм иҫтәлеге генә мөһим роль уйнамай. Республиканың рәсми гербында ҡалҡып килгән ҡояш фонында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнгән. Бөтә был символдар һәм объект-тар Башҡортостан өсөн Салауат Юлаевтың ни тиклем әһәмиәтле булыуын даими хәтерләтеп тора.
Хатта беҙҙең заман геройҙары ла Салауат Юлаев менән тығыҙ бәйле. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ милли гвардия составындағы Салауат Юлаев исемендәге айырым әһәмиәтле башҡорт батальондарында тора. Был батальондарҙағы хәрби хеҙмәткәрҙәр Донбаста һәм Курск өлкәһендә һуғышсан бурыстарҙы батырҙарса үтәй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт батыры Александр Невский, Кузьма Минин, Дмитрий Пожарский, Александр Суворов һәм Михаил Кутузов менән бер ҡатар халыҡ ҡаһармандары исемлегенә инә. Милли батырыбыҙ образы фашист илбаҫарҙары менән көрәштә әүҙем файҙаланыла. 1943-1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла башҡорт халҡының милли батырына бәйле исем менән аталған ике ғәскәри часть – бронепоезд һәм артиллерия полкы була. Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов ғәскәре алдында сығыш яһағанда йыш ҡына: “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!”- тип әйтер булған.
Һәйкәлдәрҙе реставрациялауҙы милли үҙаңды һәм тарихи күсәгилешлелекте һаҡлауға булышлыҡ итеүсе киләсәккә инвес-тиция менән сағыштырырға була. Ул, республика символы булараҡ роленә баҫым яһап, монументҡа тәүҙәге йөҙөн һәм тарихи статусын ҡайтарырға мөмкинлек бирә.

 

ФЕКЕР
Фаил ЗӘЙНЕТДИНОВ, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
- Республикала йәшәүселәрҙең борсолоуы аңлашыла, әлбиттә. Ләкин һәйкәлдең үҙенең торошо ла борсоуға һала. Уны реставрацияларға һис шикһеҙ кәрәк. Был осраҡта беҙ ысынлап та тәжрибәле реставраторҙар фекеренә таянырға тейешбеҙ. Һәм был эш мотлаҡ асыҡ алып барылырға, эш барышы хаҡында мәғлүмәт етерлек булырға те-йеш. Белгестәр әйтеүенсә, эште һаман һуҙғанда, һәйкәлдең ишелеп төшөү ҡурҡынысы ла бар. Ә быға һис юл ҡуйырға ярамай. Республикабыҙ символын шундай хәүеф аҫтына ҡуйһаҡ, киләсәк быуындар беҙҙе ғәфү итмәҫ.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: