- Евгений Игоревич, суд приставтарының төп бурыстары нимәнән ғибәрәт, шул хаҡта әйтеп үтһәгеҙ ине?
- Ғәҙеллек һаҡсыһы булараҡ, Ғафури суд приставтары хеҙмәте үҙ эшмәкәрлегенә бөтә көсөн һала һәм Рәсәй судтарының абруйын нығытыуға үҙ өлөшөн индерә. Федераль законға ярашлы, приставтар эшмәкәрлеге суд һәм башҡа вәкәләтле органдар ҡарарҙарын ваҡытында һәм законлы үтәүгә йүнәлтелгән.
Суд приставтары-башҡарыусыларҙың төп бурысы - төрлө суд акттарын, ағымдағы эшмәкәрлеге башҡарма документтар талаптарын ғәмәлдә үтәүгә һәм бурыстар суммаһын тулы күләмдә түләтеүгә йүнәлтелгән. Улар иңенә түләнмәгән эш хаҡын ҡаплау иҫәбенә бурыстарҙы, балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе ҡарауға алименттар; бурыстарҙы ҡайтарыу; енәйәттәрҙән күрелгән зыянды ҡаплау; ваҡыты үткән кредиттар, коммуналь хеҙмәттәр, түләнмәгән штрафтар; һалымдар, йыйымдар, дәүләт пошлиналарында бурыстарҙы түләтеү; эште ҡайтарыу; торлаҡ биреү, хәүефле объекттарҙы һәм уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу; янғын, экологик, сәнәғәт хәүефһеҙлеген боҙоуҙарҙы бөтөрөү; законһыҙ ҡоролмаларҙы һүттереү кеүек бурыстар һалынған.
- Быйылғы эшмәкәрлегегеҙгә ҡыҫҡаса байҡау яһап үтмәҫһегеҙме?
- Ғафури районы Суд приставтары бүлексәһендә 732 миллион һумдан ашыу суммаға 14153 башҡарыу производствоһы бар. Бәләкәй коллективҡа был бик ҙур йөкләмә. Шуға ҡарамаҫтан, һәр береһе буйынса һөҙөмтәле һәм сифатлы эшләргә тырышабыҙ. 2024 йылда Ғафури районы бүлексәһенең суд приставтары тарафынан 62 миллион һумдан ашыу суммаға 192 башҡарыу производствоһы буйынса арест һалынған.
- Ғаилә йылында һеҙҙең коллектив тарафынан уларға ярҙам йәһәтенән нимәләр эшләнә?
- Бүлексә эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө һәм социаль әһәмиәтле йүнәлештәренең береһе булып бәлиғ булмаған балаларҙы ҡарауға алимент түләтеү тора. Был эш өҙлөкһөҙ алып барыла. Бүлексәлә был йүнәлеш буйынса эшләүсе махсус төркөм булдырылды. Булған башҡарыу производстволары буйынса бурыслы ата-әсәләрҙе балаларын ҡарауға аҡса түләргә мәжбүр итеү маҡсатында төрлө саралар әүҙем ҡулланыла – мөлкәткә арест һалыу, Мәшғүллек үҙәктәренә йүнәлтмәләр биреү, Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыуҙы һәм махсус хоҡуҡтар менән файҙаланыуҙы сикләү һәм башҡалар. Иң һуңғы сара булып бурыслыларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу тора.
- Хеҙмәтегеҙҙә кемдәр эшләй?
- Башҡортостан Республикаһы буйынса Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Ғафури районы бүлексәһендә суд приставы-башҡарыусылар А.К.Ғарифуллин, Т.В.Трофимова, З.Р.Нәбиева, И.В.Фәйзуллина, И.Р.Кәлимуллина үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй.
Йәнә бер йүнәлеш булып суд эшмәкәрлегендә тейешле тәртипте һәм башҡарыу эшмәкәрлегендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү тора.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Ғафури районы бүлексәһенең суд эшмәкәрлегендә тейешле тәртипте тәьмин итеүсе суд приставтары федераль судты, биналарҙы, мировой судьяларҙың суд участкалары биналарын, хеҙмәт подразделениеһы бинаһын һаҡлай. Уларҙың төп бурысы – судтарҙа һәм башҡарыу эшмәкәрлегендә хәүефһеҙлекте тәьмин иткәндә хеҙмәттәрен сифатлы алып барыу.
Беҙҙең бүлектә суд приставтары – сменаның өлкән суд приставы Д.М.Бохармәтов, кесе суд приставтары С.В.Собарев, Р.А.Әхмәдов, Р.А.Кәлимуллин, Эмиль һәм Эльмир Әмерхановтар эшләй.
- Рәсәй Федерацияһының Суд приставтары көнө уңайынан коллегаларығыҙға теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
- Форсаттан файҙаланып, Суд приставтары хеҙмәтенең бөтә хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән тәбрикләп, юғары һөнәри оҫталыҡ, һайлаған эшебеҙгә тоғролоҡ, һәр беребеҙгә хас ныҡышмалылыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыш ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәргә ярҙам итер, тигән ышаныста ҡалам. Хеҙмәттәре өсөн бүлексә хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәм һәм ныҡлы һаулыҡ, именлек, эштәрендә уңыштар һәм Рәсәй суд системаһы мәнфәғәтендә артабан да арымай-талмай хеҙмәт итеүҙәрен теләйем.
- Евгений Игоревич, һеҙҙең теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ! Байрамығыҙ менән!