Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2024, 09:05

Ҡала ығы-зығыһынан - күптән көтөлгән сәйәхәткә

Күптән түгел баш ҡаланан килгән ғәҙәти булмаған ҡунаҡтар Ҡарағай ауылында һәм Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан Тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды һәм Еҙем йылғаһы аша аҫылмалы күпер аша үтеп, Уҡлыҡая тауы итәгенә барып етеп, районыбыҙҙың һоҡланғыс ерҙәренә таң ҡалдылар.

Ҡала ығы-зығыһынан - күптән көтөлгән сәйәхәткә
Ҡала ығы-зығыһынан - күптән көтөлгән сәйәхәткә

БР Башлығы гранттары фонды ярҙамында “Ҡаты тупраҡ” Хәйриә фондының “Юҡҡа ғына сәйәхәт итмәйбеҙ” проекты сиктәрендә ойошторолған ғаилә инклюзив турында ҡатнашыусылар иртә менән Өфөнән сәйәхәткә юлланып, билдәләнгән ваҡытҡа ҙур автобуста Ҡарағай ауылына килеп еткәйнеләр. Покров ғибәҙәтханаһы янында ҡунаҡтарҙы настоятель отец Филипп ҡаршы алып, килеүселәргә 1904 йылда төҙөлгән ғибәҙәтхана тарихы тураһында һөйләне. Ҡунаҡтарҙың бер-бер артлы яуҙырған һорауҙарына настоятель Филипп Евдокимов ихлас яуап бирҙе. Ул шулай уҡ бер аҙна элек сиркәү алдындағы майҙансыҡта Президент гранттары фонды тарафынан хупланған икенсе проект нигеҙендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә яңыртып асылған һәйкәл янына алып килеп, уның тарихын да һөйләп үтте.
- Әгәр беҙ, мөмкинлектән файҙаланып, Ватаныбыҙҙы дош-ман һөжүменән һаҡлап, яу яландарында башын һалған атай-олатайҙарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алып үтһәк, дөрөҫ булыр, тип уйлайым. Улар ауыр һуғыш йылдарында фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеп, киләсәк быуын, Еңеү өсөн ғүмерҙәрен биргән, - тине ул.
Килеүселәр обелискыға тере сәскәләр һалды, ә һуңынан һәләк булғандар өсөн доға уҡылды.
Артабан туристар ике төркөмгә бүленде. Ғибәҙәтхана тирәләй ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡатнашырға теләүселәр Ҡарағайҙа ҡалды, ҡалғандары күрше Сәйетбаба ауылына экскурсияға юлланды.
Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Эльвира Фәхретдинова мәҙәниәт йорто алдында ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, Тыуған яҡты өйрәнеү музейына алып үтте. Бай мәғлүмәттәр тупланған музей тәүге минуттарҙан уҡ үҙенең килеүселәрен хайран ҡалдырҙы. Кемдер тирмәлә төрлө экспонаттар менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә ашыҡты, кемдер ҡыҙыҡһынып һорауҙар бирҙе, ата-бабаларыбыҙҙың көнкүреш үҙенсәлектәрен асыҡларға тырышты. Ҡунаҡтар араһында тарихты яҡшы белгән һәм үҙ белемдәре менән уртаҡлашырға теләүселәр ҙә табылды. Был көндө ҡунаҡтарға экспонаттарға ҡағылырға һәм уларҙы тотоп ҡарарға ла рөхсәт ителде. Сөнки, уларҙың тирә-яҡ донъяны күрергә мөмкинлектәре булмағанлыҡтан, был төркөм кешеләр уны тотоп ҡарап тойомлай, таный бит.
Ҡарағайға ҡайтҡас, ғибәҙәтхана янында туристарҙы саф һауала тәмле төшкө аш көтә ине. Тамаҡ ялғап алғас, ҡунаҡтар Таш-Аҫты ауылына юлланды. Улар “Башҡортостан йөрәге” этнокомплексының тирмәләрен ҡарап сыҡты, ҡуйылған стелла һәм арт-объекттарҙың һәр береһен тотоп ҡарап, ентекләп тикшерҙе, шул уҡ ваҡытта гидтың һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңланы. Район ҡунаҡтарында Еҙем аша ҡуйылған аҫылмалы күпер ҙур һоҡланыу уятты.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, үҙҙәренең үҙенсәлекле хужаларын көн дауамында Ханни, Черкес, Милан һәм Андора исемле махсус өйрәтелгән эттәр оҙатып йөрөнө. Асыҡланыуынса, был йорт хайуандары хужаларына тоғро дуҫтар ғына түгел, ә бөтә нәмәлә лә төп ярҙамсылар булып тора.
- Был яҡтар шул тиклем матур, аҫылмалы күперҙән шатланып үттек, фотоға төштөк, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты сәфәрҙә ҡатнашыусыларҙың береһе Екатерина Килдейәрова. - Беҙ эттәребеҙҙе иреккә ебәрҙек, улар ҙа был сәйәхәттә яҡшы ял итте. Фондҡа яңғыҙ ғына түгел, ә ярҙамсыларыбыҙ менән бергә сәйәхәт итергә мөмкинлек биргәндәре, республикабыҙҙың тарихын белеү, ҡала ығы-зығыһынан матур урындарға сығыу, тәбиғәт ҡомартҡыларын тикшереү, дуҫтарым менән ял итеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтергә теләйем.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, проект республика ҡалалары һәм райондары буйлап сәйәхәт менән генә сикләнмәй, бынан тыш һуҡырҙар өсөн шул уҡ грант сиктәрендә смартфондар һатып алынған. Юлда уларҙың ҡайһы берәүҙәре телмәр синтезаторын ҡулланыу буйынса махсус ойошторолған уҡыу үтә, GPS-навигация һәм Яндекс-карталар менән ҡулланырға өйрәнә. Экскурсияның ҡайһы бер ҡатнашыусылары аудиогидтың Покров ғибәҙәтханаһы тарихы тураһында һөйләүен тыңлай, унда тарихи факттар ғына түгел, урындағы аҡһаҡалдарҙың аудио хәтирәләре лә ҡулланыла.
- "Юҡҡа ғына сәйәхәт итмәйбеҙ" исемле проектыбыҙ бик тәрән мәғәнәгә эйә. Тормошта тәбиғәт биргән ниндәй ҙә булһа һәләтен юғалтҡан кеше үҙ-үҙенә бикләнеп, ҡалған ғүмерен дүрт стенала ултырып үткәрергә те-
йеш түгел. Тормош бының менән генә туҡталып ҡалмай, беҙ шуны иҫбатларға тырышабыҙ. Беҙҙең проект сиктәрендә респуб-
лика буйлап сәйәхәт иткәндә һуҡырҙар һәм насар күреүселәр үҙҙәренә күп яңылыҡтар аса. Автобуста хәрәкәт итеү, йылға, һыу өҫтөндәге ҡаҙҙар та-
уышы, бәүелеп торған күпер, көҙгө үләндең еҫе, һис шикһеҙ, уларҙың һәр береһендә күп хис-тойғолар тыуҙырғандыр. Бындай сәйәхәттәрҙән улар көс алып, дәрт, шатлыҡ менән ҡайта һәм оҙаҡ ваҡыт үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Сәйәхәтселәрҙең үҙҙәренең дә бик әүҙем, сос булыуҙары ҡыуандыра, - тип һөйләне турҙы ойоштороусылар.
Асыҡланыуынса, был сәфәр БР Башлығы гранты сиктәрендә тәүге сәйәхәт түгел, быға тиклем үҙенсәлекле туристар Краснокама һәм Ишембай райондарында булған. Әйткәндәй, беҙҙең илдә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ҙур иғтибар бирелә. Быны хупларға ғына ҡала. Өфө ҡалаһынан килгән ғәҙәти булмаған ҡунаҡтарҙың да был сәйәхәттән шул тиклем ҡәнәғәт булыуҙары йөҙҙәрендә сағыла ине.

Ҡала ығы-зығыһынан - күптән көтөлгән сәйәхәткә
Ҡала ығы-зығыһынан - күптән көтөлгән сәйәхәткә
Ҡала ығы-зығыһынан - күптән көтөлгән сәйәхәткә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: