- Рәмзиә Сергеевна, төп эшегеҙҙең дә яуаплы һәм тынғыһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, нисек районда ғына түгел, тотош республика кимәлендә танылған һәм һәр кемгә ихлас ярҙам итә алған ирекмән булып киттегеҙ?
- Кемгәлер ярҙам итеү беҙҙең быуында бала саҡтан тәрбиәләнгәндер. Мәктәп йылдарында “Тимурсылар” командаһында әүҙем эшләнек, оло инәй-олатайҙарға гелән ярҙам иттек. Ғөмүмән, ауыр ваҡытта кемгәлер ярҙам ҡулы һуҙыуҙы үҙемдең бурысым тип күрәм. Кешеләргә ярҙам итеү, улар менән аралашыу күңелгә йылылыҡ өҫтәй, – ти Рәмзиә Сергеевна. - Уйлап ҡараһаң, ирекмәнлек күптән булған бит. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда аслыҡтан, ауыр эштән интеккән ҡатын-ҡыҙҙар төн йоҡоларын йоҡламай һалдаттарға йылы әйбер бәйләгән, картуф киптергән. Еңеү өсөн балаларының "ауыҙҙарынан йолҡоп" тигәндәй яугирҙарға посылка әҙерләгән. Бөгөн, Аллаға шөкөр, ул замандағы һымаҡ ас-яланғас ултырмайбыҙ, әммә еңеү, егеттәребеҙҙең тиҙерәк имен-һау ҡайтыуы өсөн беҙ ҙә берләшергә, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Быны ра-йон халҡы ла аңлай, һәр кем был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Үҙемә килгәндә инде, махсус хәрби операция башланып, тәүге өлөшләтә мобилизация буйынса Яңғыҙҡайын ауылы биләмәһе егеттәре саҡырыу алғас та WhatsApp-тағы ауыл чатында: “Әйҙәгеҙ, уларҙы бөтөн кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп, хөрмәтләп оҙатыу өсөн аҡса йыяйыҡ”, - тигән иғлан яҙҙым. Уны тотош ауыл халҡы дәррәү күтәреп алып, йәһәтләп аҡса йыйҙыҡ, бөтә кәрәк-яраҡтар тупланған махсус сумкалар һатып алдыҡ. Оҙатыу сараһы ойоштороп, изге теләктәр менән уларҙың һәр береһенә ошо сумкаларҙы тапшырҙыҡ. Һуңыраҡ саҡырылған егеттәрҙе лә шулай тотош ауыл менән оҙаттыҡ. Әҙерлек үтеп, алғы һыҙыҡҡа ингәс тә улар менән бәйләнеште өҙмәнем, нимәләр кәрәген белешеп торҙом. Бер мәлде ауылдашыбыҙҙан “Рәмзиә апа, мунса кәрәк ине”, тигән үтенес килде. “Ҡайын” МУП-ы ауыл халҡы менән берләшеп, йәһәт кенә мунса эшләп ебәрҙек, күп тә үтмәй, “генератор, мотоцикл кәрәк” тигәнерәк заявкалар алдым. Тотош ауыл биләмәһе менән бергәләп уларын да хәл иттек. Торараҡ инде үҙебеҙҙекеләр генә түгел, райондың башҡа ауылдарынан китеүселәрҙән дә заявкалар килә башланы. Сөнки яугирҙарҙан килгән теге йәки был үтенесте хәл итеү өсөн уларҙың командирҙары менән дә бәйләнешкә сығырға тура килгеләп, минең телефон номеры ҡулдан-ҡулға күсте. Яҡташтарыбыҙ шәхси үтенестәре менән дә мөрәжәғәт итә, уларҙың да һәр береһенә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Шулай әкренләп беҙгә яҡын булған башҡа райондарҙан саҡырылған яугирҙар менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырылды.
Оҙаҡламай “Ғафури районы ирекмәндәре штабы” төҙөлөп, мине етәксе итеп һайлап ҡуйҙылар һәм штабта беҙ алты кеше: Олег Афанасьев, Жанна Хизбуллина, Светлана Таһирова, Марина Виноградова һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны Илфат Закиров. Көндөң бер өлөшөн төп эшемдә үткәрһәм, тәүлектең ҡалған өлөшө МХО-ға бәйле хәстәрлектәр менән үтә, ҡулдан телефон төшмәй тип әйтергә була.
- Тимәк сираттағы һәр гумконвой алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың һорауҙарынан сығып туплана?
-Тап шулай, ярҙамды яугирҙарҙың заявкаһынан сығып йыябыҙ. WhatsApp һәм "Бәйләнештә" селтәрендә ирекмәндәр штабы чатын һәм төркөмөн булдырҙыҡ. Беренсе сиратта нимәләр кәрәген шунда яҙабыҙ, әленән-әле төрлө акциялар иғлан итәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар генератор, рациялар, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡалар кәрәк тип яҙалар, шылтыраталар. Уларҙы алырға аҡса йыйыу башлана. Ауылдар халҡы бергә йыйылып, маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, носки, эске кейем, еүеш салфетка кеүек беренсе кәрәк-яраҡтар йыялар, тупланған аҡсаға кәрәкле әйберҙәр алына. Уның араһында кемдер бирсәткә-ойоҡтар бәйләй, ҡорот киптерә, башҡа күстәнәстәр әҙерләй. Ауылдарҙан ылау-ылау булып посылкалар килә башлай, красноусолдар инде заявкаларҙа күрһәтелгән әйберҙәрҙе тура штабҡа алып килә. Ирекмәндәр пунктында уларҙы ҡаптарға тултырабыҙ. Хәрбиҙәрҙән килгән кәрәкле әйберҙәр исемлеге тулылана бара. Ҡаҙауҙар, сүкеш, көрәк, балта, резина итектәр, бинокль, газ баллондары, окоп шәмдәре, электр йылытҡысы, эсәр һыу, машиналар өсөн запас частар, тәгәрмәстәр һәм башҡалар... Әҙ генә урын ҡалһа, сәй, салфетка, ойоҡбаш һалырға була. Посылканы алғас та, һалдат тәмле сәй эсеп йылынһын тип, печенье-кәнфитен, ҡуйыртылған һөт, консервалар һалабыҙ. Кәрәкле әйберҙәр туп-ланды, хәҙер уларҙы тултырып, ҡаптарҙы матурлап нығытып, “Һаҡла үҙеңде, яугир! Көтәбеҙ һеҙҙе!”, тип тышына яҙырға ғына ҡала...
“Гуманитар ылау тәғәйен урынға барып етте”, тигән хәбәр килгәс, ҡулсалағы те-
йен кеүек, тағы ла заявкалар бу-йынса эш башлана. Әле генә йәнә бер яугир машинаһыҙ ҡалыуҙарын яҙып, мотоцикл булһа ла таба алмаҫһығыҙмы, тип үтенгән. Донецк өлкәһендәге яҡташтарыбыҙҙың блиндажы янып, бер нәмәһеҙ ҡалғандар. Уларға ашығыс рәүештә, ныҡлы һыуыҡтар башланғанға тиклем, төҙөлөш материалдары ебәрергә кәрәк. Йәнә кемдәргәлер тепловизор, мейес, генератор, фольгаизолон, йоҡо ҡапсыҡтары. Бына шулай ирекмәнлек эше. Күп саҡта ғаиләң, бөтмәҫ эшең ситкә шылдырыла. Иң мөһиме, ут эсендә йөрөгән егеттәр бирешмәһен.
- Рәмзиә Сергеевна, һәр гумконвойҙы туплауҙа тотош район халҡы, барса ойошмалар, предприятиелар, эшҡыуарҙар ҙа ҡатнашалыр...
- Әлбиттә. Махсус хәрби операция башланғандан алып, дөйөм көс менән махсус операция биләмәһендәге яугирҙарға 13 млн һумлыҡ ярҙам ебәрҙек. Шул иҫәптән 43 автомобиль, 34 генератор, 10-дан ашыу квадрокоптер, 8 тепловизор, 6 тактик наушник, 40 радиостанция, 18 мейес (буржуйка), 30 бензобысҡы, 68 шуруповёрт, 700-гә яҡын маскировкалау селтәрҙәре, бик күп дронға ҡаршы япмалар, 3 мунса, бик күп төҙөлөш материалдары һәм юғарыла әйтеп үтелгән әйберҙәр оҙатылды. Ә дарыуҙар, медицина кәрәк-яраҡтары, башҡа әйберҙәр тултырылған посылкаларҙың иҫәбенә сығырлыҡ та түгел. Сираттағы гумконвой әҙерләнә, тигән хәбәр алыу менән штабҡа һәр ауылдан 10-15-ләгән посылка килтерелә.
Бында кемделер айырып күрһәтеү мөмкин дә түгел, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларынан башлап һәр мәктәп, предприятие, һәр ойошма-учреждение, ауыл биләмәләре, шәхси эшҡыуарҙар, барса йәмәғәт ойошмалары, һәр ғаилә ҙур өлөш индерә. Райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әленән-әле түләүле концерттар ойоштороп, билет һатыуҙан килгән аҡсаны ярҙам фондына тапшыра. WhatsApp, шулай уҡ “Бәйләнештә”ге төркөмдә штабтың эшмәкәрлеге, сираттағы гумконвойҙы әҙерләүҙә район халҡының нисек ҡатнашыуы менән һәр кем таныша ала.
Шулай ҙа ошо бер нисә көн эсендә булған ике ваҡиға тураһында айырым әйтеп китке килә. Алғы һыҙыҡтағы бер яҡташыбыҙ, офицер: “Подразделениелар араһында даими бәйләнеш булдырыу өсөн бик кәрәк һәм уңайлы булған ҡеүәтле “питбайк” таба алмаҫһығыҙмы?”, - тип мөрәжәғәт иткәйне. Районыбыҙҙа төпләнгән әрмән һәм изидтар диаспораһы тиҙ арала аҡса туплап, өр-яңы техника һатып алғандар һәм уны яҡташыбыҙға оҙатыу өсөн штабҡа килтереп тапшырҙылар. Йәнә кемдәрҙер яҡташтарға ярҙам булһын тип машинаһын, мотоциклын килтереп ҡалдыра. Әлеге көндә штабта гуманитар ярҙам алып барыусы машинаны дрондарҙан һаҡлау өсөн РЭБ (радио-электрон һуғыш системаһы) һатып алыуға аҡса йыйыла. Был системаның хаҡы - 150 мең һум самаһы. Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың ҡатыны Любовь Александровна был маҡсатҡа 40 мең һум аҡса күсерҙе лә инде. Бик күптәр был башланғысты дәррәү күтәреп алып, һәр кем мөмкинлегенә ҡарап фондҡа аҡса күсерә. Дөйөм тырышлыҡ менән был мәсьәләне лә хәл итербеҙ тип ышанам.
- Һеҙ алғы һыҙыҡтағыларҙың һорауы буйынса уларға кәрәкле әйберҙәрҙе туп-лап оҙатыуҙан тыш, яраланып төрлө госпиталдәрҙә дауаланыусыларға ла, яугирҙарҙың ғаиләләренә, ата-әсәһенә ярҙам да итәһегеҙ...
- Тап шулай. Оҙаҡ ваҡыт бәйләнешкә сыҡмаған яугирҙарҙы эҙләп табырға ла тура килгеләй. Яраланыусыларҙың ҡайҙа, ниндәй госпиталдә икәнен табып, ул төбәктең ирекмәндәре менән бәйләнешкә инеп, яугирға ярҙам итеүҙәрен һорайым. Үтенесте берәү ҙә кире ҡаҡмай, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп, беҙҙең менән даими бәйләнештә булалар. МХО-лағыларҙың һорауҙары буйынса кемдеңдер ата-әсәһенә утын килтерелә, башҡа төр ярҙам күрһәтелә. Билдәле булыуынса, районда МХО-лағы яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге эшләй. Улар менән берлектә балалар өсөн айырым саралар үткәрелде, бик күптәр шифаханала һәм ял-һауыҡтырыу лагерында ял итте. Шулай уҡ фонд ярҙамы менән район хакимиәте, “Красноусол” шифаханаһы һәм “Ватанды һаҡлыусылар” яугирҙарҙың ата-әсәләренә лә шифаханала ял итеү мөмкинлеге бирелде. Ғөмүмән, уларҙың барыһы ла иғтибар үҙәгендә һәм кәрәк саҡта һәр береһенә тейешле ярҙам күрһәтелә.
Алғы һыҙыҡтан ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугирҙар менән дә даими осрашып, уларҙың уй-теләктәрен уртаҡлашабыҙ, беренсе сиратта нимәләр кәрәген белешәбеҙ һәм мөмкин булған тик-лемен биреп ебәрәбеҙ. Әле бына ошо көндәрҙә генә "Макс" һәм "Грозный" позывнойлы ике яугир менән осраштыҡ.
Уңайлы мәлдән файҙаланып, тотош район халҡына, барса хеҙмәт коллективтарына берҙәмлектәре, ихлас ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтке килә. Райондаштарыбыҙҙың берҙәмлегенә һоҡланып бөтә алмайым. Артабан да әлегеләй берҙәм булып, алғы һыҙыҡта илебеҙ именлеге, тыныслығын һаҡлаған ир-егеттәребеҙгә ихлас ярҙам итеп, Еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ тип ышанам.
- Рәмзиә Сергеевна, шундай йөкмәткеле һәм әһәмиәтле әңгәмә өсөн зур рәхмәт. Эйе, беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ һәм бөгөн һәр кем махсус хәрби операцияның тиҙерәк тамамланып, еребеҙҙә именлек, тыныслыҡ урынлашыуын, ир-уландарҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә Собханғолова әңгәмәләште.
Радий Хәбиров, Республика Башлығы:
“Ике йыл буйына «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләре ҡарамағындағы штаб әүҙемселәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн байтаҡ эш башҡара. Хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар һатып алыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итә, оло йәштәге туғандары менән ултыра, балаларҙы мәктәптән ҡаршы ала. Мөрәжәғәттәр күп, ике йыл эсендә штабтың ҡыҙыу элемтәһе 15 мең шылтыратыу ҡабул иткән. Шул уҡ ваҡытта ирекмәндәрҙең үҙ ғаиләһе, мәшәҡәте бар. Штаб эшенең тағы бер мөһим йүнәлеше — хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренә ярҙам күрһәтеү. Волонтерҙар гуманитар йөк йыя, маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, ҡоро душтар, күстәнәстәр әҙерләй. Барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм.”