2024 йылдың 31 октябрендә полицияға “Красноусол” шифаханаһында ғаиләһе менән ял итеүсе Краснокама районы гражданы Р.-ҙан ғариза килде. Гражданин Р.-ҙың кеҫә телефонына шылтыратып, үҙҙәрен электр селтәре хеҙмәткәре тип таныталар һәм электр хисаплағыс приборын алмаштырырға кәрәк, тип аңлаталар. Р. үҙенең Краснокама районынан ситтә ял итеүен әйткәс, ялдан ҡайтҡандан һуң теләгән көнгә ҡабул итеүгә яҙа алабыҙ, тип белдерәләр. Бының өсөн уға телефонына смс-хәбәр менән килгән кодты әйтеп, раҫларға тәҡдим итәләр. Ир шулай итә лә. Артабан Р.-ға икенсе номерҙан, был юлы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы хеҙмәткәрҙәре булып шылтыратып, мошенниктар Р.-ҙың “Госуслуги”ҙағы шәхси кабинетын ватып ингән һәм уның банк иҫәбендәге аҡсаларын сит илгә күсерергә иткәндәр, ләкин беҙ был операцияны туҡтатып өлгөрҙөк, тип белдерәләр. Ләкин аҡсаһын кире ҡайтарыр өсөн “хәүефһеҙ иҫәп” асып, бар аҡсаны шунда күсерергә кәрәк, тиҙәр. Р. телефонында “Уралсиб” банкының мобиль ҡушымтаһын асып, “хәүефһеҙ иҫәп”кә 225000 һум аҡсаһын күсерергә итә, ләкин банк был операцияны үткәрмәй һәм ир әңгәмәселәренә был хаҡта әйтеү менән улар һөйләшеүҙе туҡтата, тик шул саҡта ғына ир үҙенең саҡ алдаҡсылар ҡорбаны булмай ҡалғанын аңлай.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлеге иҫегеҙгә төшөрә:
- банк картаһы мәғлүмәттәрен, шулай уҡ смс-хәбәрҙәрҙәге кодтарҙы БЕР КЕМГӘ ЛӘ әйтмәгеҙ;
- һеҙ белмәгән кешеләр үтенесе буйынса, улар хатта үҙҙәрен банк, Эске эштәр министрлығы, ФСБ, прокуратура йәки Тәфтиш комитеты хеҙмәткәре тип танытһа ла, бер ниндәй ҙә финанс операциялары (картаға ҡулаҡса һалыу йәки алыу, электрон юл менән аҡса күсереү) башҡармағыҙ;
- танышығыҙға аҡса күсерерҙән алда уға ябай телефон йәки бүтән мессенджер аша шылтыратығыҙ;
- Интернеттағы иғландар буйынса ойошмаларға инвестиция һалыуҙа ҡатнашмағыҙ;
- Интернеттағы билдәһеҙ һылтанмалар аша үтмәгеҙ!
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлегенең дежур часы телефоны: 8(34740)2-12-02.
Раян МӨХӘМӘТШИН,
район эске эштәр бүлеге начальнигы,
полиция подполковнигы.