0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь , 09:05

Сифат аҙнаһы башлана

Йыл һайын ноябрҙең икенсе аҙнаһында - Бөтә донъя Сифат аҙнаһы, ә ноябрҙең икенсе кесе йомаһында Бөтә донъя сифат көнө билдәләнә. Быйыл Сифат аҙнаһы – ноябрҙең 11-енән 17-һенә тиклем, сифат көнө 14 ноябрҙә үтә.

Сифат көнөнөң девизы: “Рәсәй – Сифат билдәле ил”.
Тауарҙар тап килергә тейешле иң беренсе критерий – уларҙың кешеләр һәм әйләнә-тирә мөхит өсөн хәүефһеҙ булыуы, икенсеһе – нормаларға, запростарға һәм ҡулланыусы көткәнгә тап килеүе.
Тауар һатып алғанда уның яраҡлылыҡ ваҡытын, нисек төрөлгәнен һәм составын иғтибар менән тикшерергә кәрәк. Та-
уар тураһындағы мәғлүмәт аҙыҡ-түлектең үҙендә йәки айырым төр аҙыҡ-түлек продукттары өсөн ҡабул ителгән ысул менән ҡапҡа, этикеткаға, ярлыҡҡа, эслек-ҡағыҙға текст итеп йәки маркировка ярҙамында рус телендә бирелергә тейеш.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк: тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлекте тик һыуытҡыс ҡорамалдары булған магазиндарҙа ғына һатып алырға кәрәк. Етештереүсе тарафынан маркировкала күрһәтелгән һаҡлау шартына иғтибар итегеҙ. Продукцияны һаҡлау тәртибе уның сифатына ныҡ йоғонто яһай.
Аҙыҡ-түлек продукттарын һаҡлағанда сауҙа предприятиеһында тауар күршелеге ҡағиҙәһе күҙәтелергә тейеш. Сей аҙыҡ-түлек һәм ярымфабрикаттарҙы бешереп әҙерләнгән аҙыҡ-түлек менән бергә һаҡларға ярамай. Сей һәм ҡулланыу өсөн әҙер продукцияны бер үлсәүҙә үлсәү ҙә санитар нормаларҙы боҙоу булып тора.
Р.ФӘТТӘХОВА,
юрисконсульт.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: