“Тура-хан” Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейында республикабыҙ ра-йондарынан тыш Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән, Сорғот һәм Тула ҡалалары оҫталары ҡатнашлығында үткән ХIV “Ҡорама-туй” республика фестиваль-конкурсында Ҡауарҙы ауы-лынан Фәрзәнә Васикованың “Халыҡ оҫтаһы” номинацияһында фес-тиваль-конкурс лауреаты тип билдәләнеүе хаҡында гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн инде гәзит уҡыусыларыбыҙҙы Фәрзәнә Әнүәр ҡыҙы менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.
Фәрзәнә алыҫ Ҡырғыҙстанда тыуып үҫә.
– Бик күп йылдар элек атайым Әнүәр менән әсәйем Минихәнә өйләнешкәс тә, төҙөлөш эштәренә тип, ауылдан Кемеров өлкәһенә сығып китәләр. Атайым оҙаҡ йылдар шахтала, ә әсәйем теген фабрикаһында эшләй. Ул һәм ҡыҙҙары тыуа. Шахта эше еңелдән түгел бит инде, бер осор атайым ныҡлы ғына ауырый башлай һәм табиптар уға климатты үҙгәртергә кәрәклеген әйтеп, Ысыҡкүл тирәһендә урынлашырға кәңәш итәләр. Бына шунан улар Ҡырғыҙстанда төпләнәләр. Оҙаҡламай ғаиләлә өсөнсө бала булып мин донъяға килгәнмен, - тип үҙе менән таныштырҙы ул. - Әсәйем оҫта тегенсе булды, сигеү эштәренә лә маһир ине. Һырып эшләгән картиналарын рамға ҡуйып стенаға элеп ҡуя торғайны. Ул картиналарҙы әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Өйҙә электр теген машинаһы бар ине. Әсәйем беҙгә кейемдәрҙе гелән генә үҙе тегеп кейҙерҙе. Ә мин 5-се класта уҡығанда уҡ тегергә өйрәндем, шуға ла урта мәктәпте тамамлағас, тегенсе һөнәрен үҙләштереп, ательела тегенсе булып эшләнем. Олоғая килә әсәйем тыуған яғына күсеп ҡайтайыҡ тип һүҙ башланы һәм 2002 йылда Ҡауарҙыға ҡайттыҡ.
Ауылға ҡайтҡас бер ара Фәрзәнә магазинда һатыусы булып эшләй, һуңынан байтаҡ йылдар сирле әсәһен тәрбиәләй. Бушыраҡ ваҡыттарында ҡул эштәре менән булыша.
- Бынан өс йыл элек әсәйемде ерләгәс, нимә эшләргә, нимә менән шөғөлләнергә, тип уйлай башланым. Кейем-фәлән тегеү нисектер ялҡытҡайны, ниндәйҙер күңелгә ятҡан яңы, ят шөғөл тапҡы килде. Электән ара-тирә ҡул аҫтында булған киҫентеләрҙе йыйып япмалар, салфеткалар, сумкалар тегә инем инде. Шулай интернеттан ҡул эштәренә бәйле төрлө төркөмдәрҙе ҡарап ултырғанда Ҡорамасылар төркөмөнә тап булдым һәм ҡыҙыҡһынып ҡорама ҡорау техникаһын, алымдарын үҙаллы өйрәнә башланым. Төрлө биҙәктәрҙе, төҫтәрҙе, фигураларҙы сиратлаштырыу тәртибен яйлап үҙләштерә-үҙләштерә әкренләп эшкә тотондом. Ул саҡта мин ауылда Минзәлә Нәзирова етәкселегендәге Ағинәйҙәр ойошмаһына ҡушылып, төрлө сараларҙа ҡатнашып, ҡул эштәремде күргәҙмәгә ҡуя инем инде.
Әйткәндәй, Фәрзәнәнең ҡул эштәрен мин үҙем дә 2023 йылда, Имәндәш ауылы ағинәйҙәре ойошторған Ҡорама туй байрамында күрҙем һәм уның оҫталығына һоҡланып туя алманым. Хәйер, күптән ҡорама ҡораған оҫталар ҙа уның эштәрен ҡыҙыҡһынып ҡараны һәм район ҡорамасылары араһында тап Фәрзәнәнең эштәре иң матуры тип табылды.
- Бына ошондағы еңеүем миңә көс-дәрт бирҙе, илһамландырҙы. Республика Ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаеваның маҡтау һүҙҙәре ҡанатландырҙы һәм шул ваҡытта мин дә үҙ алдыма, башҡорт халҡының боронғо биҙәктәрен өйрәнеп, уларҙы тергеҙеү маҡсатын ҡуйҙым, - тип һүҙен дауам итә оҫтабикә.
Уның һөйләгәндәрен тыңлап, үҙеңде милли биҙәктәр, уларҙың мәғәнәһе, ҡорама ҡорау техникаһы буйынса мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәресендә ултырғандай хис итәһең, шул тиклем илһамланып, төплө итеп аңлата. Мәҫәлән, әүәлдән беҙҙең халыҡ йәшел, ҡыҙыл, ҡара төҫтәргә өҫтөнлөк биргән, зәңгәр төҫ бик һирәк, ә һоро, һары төҫ бөтөнләй ҡулланылмаған икән. Йәнә ҡусҡар орнаменты малсылыҡ, байлыҡ символы булһа, ромб - игенселек, йөрәк - ҡунаҡсыллыҡ билдәһе. Тап ошондай орнаменттар менән эшләнгән ҡорамалар йорттоң, ғаиләнең ҡотон, именлеген һаҡлаусы бетеү ролен дә үтәй. Сөнки һәр оҫта теге йәки был эште изге, яҡты уй-теләктәр менән башлап, уны илһамланып, бар күңелен һалып башҡара...
- Биҙәктәрҙе интернеттан да өйрәнәм, үҙем дә уйлап сығарам. Ҡорама ҡорауға тотонһам, йоҡлап киткәнсе күҙ алдымдан төрлө биҙәктәр китмәй. Был шөғөлөм шул тиклем оҡшай, күңелемә ял, рәхәтлек бирә, – ти Фәрзәнә. – Эштәремдә “аппликация” һәм “синель” техникаһына өҫтөнлөк бирәм. “Синель” алымындағы эштәрҙе йыуған һайын яңы төҫтәре асылып, үҙгәреп тора. Бер техниканы үҙләштерһәм, тағы ла дәртләнеберәк ҡатмарлырағына тотонам.
Фәрзәнә Әнүәр ҡыҙы төрлө тарафтағы оҫталарҙың эше менән дә даими ҡыҙыҡһына.
- Иркутск ҡалаһынан ҡорамасы Капитолина Журавликтың оҫталыҡ дәрестәрен даими ҡарап барам һәм уның эштәренә сикһеҙ һоҡланам. Уның джинсы туҡымаларҙан синель техникаһы буйынса ҡораған ҡорамаһы айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы ла үҙем дә башҡорт орнаменттары һәм биҙәктәре менән ошондай япма ҡораным. Тап ошо эштәрем юғары баһаланды ла инде, - ти оҫта. – Ошондай мәртәбәле фестиваль-конкурста ҡатнашыуым минең өсөн ысын мәғәнәһендә оҫталыҡ мәктәбе булып, тағы ла ҡатмарлыраҡ эштәргә дәртләндерҙе.
Күңеле саф, матур булған кеше генә матурлыҡты ярата һәм күрә белә, тиҙәр. Фәрзәнә Әнүәр ҡыҙы тап шундай кеше. Тегеү эштәренән тыш фотоға төшөрөргә лә ярата икән ул. Һүрәт төшөрөүгә лә әүәҫ. Был һәләте ҡыҙҙарына ла бирелгән. Ике ҡыҙ әсәһе ул. Оло ҡыҙы Камилә УфФУ-ла “Мәғлүмәт системаһы һәм уны программалаштырыу”, ә Илвина ҡыҙы УХПК- ла дизайнер һөнәрен үҙләштерә. Икеһе лә һүрәт төшөрөргә ярата.
Оҫта ҡорамасы үҙе белгәндәрҙе башҡаларға, бигерәк тә балаларға ла өйрәтеү хыялы менән йәшәй. Ауыл биләмәһендә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың береһе ошо йүнәлештә проект төҙөп, Башҡортостан Башлығы гранты конкурсына тәҡдим итһә, бәлки еңеүгә өлгәшеп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо шөғөлөн тергеҙеү буйынса эште башларға мөмкин булыр ине, ти ул.
Төрлө төҫтәге туҡыма киҫәктәрен ялғап, үҙенсәлекле матурлыҡ, сәнғәт өлгөһө тыуҙырған Фәрзәнә Әнүәр ҡыҙына халҡыбыҙҙың матур шөғөлөн артабан да үҫтереп, ҡулынан һөйөнөп, һәр ваҡыт шулай тормошто йәмләп йәшәүен, бар уй-хыялдарын тормошҡа ашырыуын теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.