+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь , 09:00

Хеҙмәттәре ҡатмарлы һәм күп яҡлы

Полицияның участка уполномоченныйҙарының көндәлек хеҙмәте ҡатмарлы һәм күп яҡлы. Бер яҡтан, тәүәккәллек, һөнәри оҫталыҡ, сетерекле хәлдәрҙә юғалып ҡалмауҙы талап итеп, енәйәт ҡылыусылар менән көрәште үҙ эсенә алһа, икенсенән, уларҙың бурысы кешеләр именлеге хаҡында даими хәстәрлек күреү. Шуға ла участковый – халыҡҡа иң яҡын тороусы, бәлә-ҡаза килә ҡалһа, тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашығыусы, кешеләр мәнфәғәтен яҡлаусы ла ул. 17 ноябрь - һөнәри байрамдары уңайынан район эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйҙары бүлексәһе начальнигы, полиция подполковнигы Ирек Әхмәт улы ХӘСӘНОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Хеҙмәттәре ҡатмарлы һәм күп яҡлы
Хеҙмәттәре ҡатмарлы һәм күп яҡлы

- Полицияның участка уполномоченныйҙары хеҙмәте – эске эштәр органдары структураһында иң оло бүлексәләрҙең береһе булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Участка уполномоченныйҙары – башҡаларҙан айырмалы рәүештә, хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенең алғы сафында – халыҡҡа иң яҡын тороусылар булып, ауыр криминаль йөктө тарта тиһәң дә хата булмаҫ. Улар граждандарҙың иреген һәм хоҡуҡтарын, мөлкәтен закон нигеҙендә, дәүләт исеменән һаҡларға һәм яҡларға хоҡуҡлы. Икенсе төрлө әйткәндә, участка уполномоченныйҙары халыҡтың ышанысын аҡлау, улар менән тығыҙ бәйләнештә булып, мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу эшен алып барырға тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, ул үҙ участкаһындағы хәлде контролдә тотоп, һәр кемдең тын алышын белеп торһа, халыҡ араһында закондарҙы аңлатыу, хоҡуҡ тәртибен өйрәтеү буйынса даими эш алып барһа ғына енәйәтселекте булдырмауға өлгәшә ала. Ғөмүмән, участка уполномоченныйының тынғыһыҙ хеҙмәтен бер ниндәй үлсәүҙәр менән дә билдәләп булмай. Ул ҙур яуаплылыҡты, түҙемлек, сабырлыҡ, уяулыҡ, үҙ-үҙең менән иҫәпләшмәүҙе талап итеүсе хеҙмәт.
Беҙҙең участка уполномоченныйҙары бүлексәһенең 10 айлыҡ эш һөҙөмтәләренә килгәндә, участка уполномоченныйҙары тарафынан 80 енәйәт эше асылды, хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 495 административ протокол төҙөлгән.
Участка уполномоченныйҙары бүлексәһе 8 хеҙмәткәрҙе берләштерә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, эске эштәр бүлегендәге кеүек беҙҙең бүлексәлә лә хеҙмәткәрҙәр етешмәүе эшмәкәрлегебеҙҙә ауырлыҡ тыуҙыра. Биш участка уполномоченныйы етешмәй. Участковыйҙарҙың һәр ҡайһыһына биләмәләр бүлеп бирелгән. Түҙемлек, сабырлыҡ, физик яҡтан әҙерлек, шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең психологияһын белеүҙе талап иткән участка учполномоченныйы һөнәрен үҙ итеүселәр: Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләрен участка уполномоченныйы полиция подполковнигы Илшат Хәлит улы Кинйәбулатов, полиция капитаны Александр Вячеславович Костин (Аҡкүл, Яңғыҙҡайын, Мораҡ, Буруновка, Үтәк ауыл биләмәләре), полиция кесе лейтенанты Илнур Радик улы Ниғәмәтуллин (Табын, Бельский, Ташбүкән, Толпар, Ташлы ауыл биләмәләре), полиция капитаны Руслан Радик улы Мәжитов (Бурлы, Имәндәш ауыл биләмәләре), Красноусол ауыл биләмәһендә Новосёлка биҫтәһен полиция өлкән лейтенанты Илшат Нәфис улы Мөхәмәтйәнов, полиция өлкән лейтенанты Артур Венер улы Ҡунафин (Үҙәк), полиция лейтенанты Файруза Әҡсән ҡыҙы Аҡҡужина (Дауахана ҡаласығы) хеҙмәтләндерә. Һәр ҡайһыһы служебный автомашиналар (“Шевроле-Нива”, “Лада-Гранта”) менән тәьмин ителгән.
Район эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйҙары бүлексәһенең участковый-ветерандарынан Ф.Ғ.Фәхретдинов, Р.З.Заһиҙуллин, М.М.Шәйәхмәтов, Н.С.Ҡунафин, Ә.С.Йосопов, Ә.С.Ғайсин, Н.И.Петров, Ә.Ғ.Бохармәтов, С.К.Ишкин, А.Ә.Аралбаев, А.Т.Әмерханов, Ғ.Ғ.Суфиянов һәм башҡаларҙы билдәләп үтергә кәрәк.
Барлыҡ коллективты, ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ – Участка уполномоченныйҙары көнө менән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, именлек, Ватаныбыҙ хаҡына хеҙмәттә уңыштар теләйем.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: