+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь , 09:00

Тыныслыҡ урынлаштырыусы

Илде һаҡлау егет кеше өсөн әүәл-әүәлдән тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурысы тип һаналған. Атай-олатайҙарҙан ҡалған данлы традицияларға, халҡыбыҙға хас булған тыуған илде һөйөү хисенә тоғро ҡалып, әле лә беҙҙең егеттәр махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса дошман менән алыша. Запорожье өлкәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Муха” позывнойлы яугирҙы (һүрәттә) ысын мәғәнәһендә ер йөҙөндә именлек, тыныслыҡ урынлаштырыусы тип әйтергә була.

Тыныслыҡ урынлаштырыусы
Тыныслыҡ урынлаштырыусы

Красноусол ауылында тыуып үҫә ул. Башланғыс белемде Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә алып, артабан башҡорт гимназия-интернатында уҡый. Уҡыуға тырыш була, спортты ярата, техника менән мауыға. Артабан Өфө дәүләт нефть-техник университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға инә. 2-се курста уҡып йөрөгәндә әрмегә саҡырылып, Хабаровск ҡалаһында танк полкында водитель-механик булып өлгөлө хеҙмәт итә. Тыуған яғына, ата-әсәһе, туғандары янына ҡайтырға күпме генә ваҡыт ҡалғас, ҡапыл ғына тормошон хәрби хеҙмәткә бәйләргә булып, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
“Муха”ның башкөллө хәрби хеҙмәткә “сумыуына” ла 10 йылдан ашыу ғүмер үтеп киткән. Был ваҡыт арауығында уға байтаҡ ҡына хәрби операцияларҙа ҡатнашырға тура килә. Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланғанға тиклем ярты йылдан ашыу Таулы Ҡарабахта тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ла ҡатнаша. Намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашыусы” миҙалы менән бүләкләнә.
Егет контракт буйынса хеҙмәтте һайлағанына һис үкенмәй. Ул блиндаж тормошона, хәрби шарттарҙағы көнкүрешкә күнегеп бөткән. Алғы һыҙыҡтағы хәлдәр тураһында һөйләп тә бармай. “Һуғыш уйын түгел, төрлө хәлдәр булыуы ихтимал. Беҙҙең өсөн иң мөһиме илебеҙҙең именлеген, тыныслығын тәьмин итеү һәм беҙ шуның ѳсѳн кѳрәшәбеҙ”, - ти ул.
Яугир менән яйлап, иркенләп һөйләшеү насип булманы. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялы тамамланып, яңынан алғы һыҙыҡтағы хеҙмәттәштәре янына юлланырға йыйына ине ул.
- Нацистарҙы тар-мар итеп ҡайтҡас яйлап редакцияға ҡунаҡҡа ла килермен әле, Аллаһы бирһә, - тине сержант дәрәжәһендәге яугир беҙҙең менән хушлашып.
Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы менән аралашҡандан һуң донъяны ошондай ябай һәм шул уҡ ваҡытта көслө рухлы, хәрби бурысты һәм намыҫты үҙ ғүмеренән дә юғарыраҡ баһалаусы, Тыуған илен яратыусы һәм хөрмәт итеүсе ир-егеттәр тотоп тороуына инанаһың. Бөгөн барыбыҙҙы ла бер уй-теләк берләштерә: илебеҙҙә тиҙерәк именлек урынлашып, уларҙың барыһына ла имен-иҫән әйләнеп ҡайтырға яҙһын.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: