Зәйтүнә Вәли ҡыҙы иң ҙур башҡорт ауылы булған Сәйетбабала 1934 йылдың 22 ноябрендә Хәкимә һәм Вәли Ҡотлогилдиндарҙың һигеҙенсе балалары булып донъяға тыуған. 1953 йылда 10-сы класты яҡшы билдәләргә тамамлап, әсәһе Хәкимә инәй әйткәнсә, бала саҡтан уҡ медицинаны үҙ итеп, Өфө ҡалаһының Совет урамында урынлашҡан медицина техникумына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, фельдшер-акушерлыҡ бүлегенә уҡырға инә. Тырышып уҡып, тик “5” билдәләренә генә тамамлай был уҡыу йортон. Медицина институтына йүнәлтмә бирһәләр ҙә, уҡыуын дауам итмәй, эшкә ҡайтырға ашыға. Уға Мәләүез ҡалаһына эшкә йүнәлтмә бирәләр, әммә ул тыуған ауылына эшкә ҡайта. Ул ваҡытта Сәйетбаба ауылында медпункт эшләп, унда мөдирлек эшен фельдшер Әсҡәт Әхмәт улы һәм уның тормош иптәше Фәриҙә Таҡый ҡыҙы Резбаевтар эшләгән була. Ә Зәйтүнә Вәли ҡыҙы акушерка булып эш башлай. Медиктар етмәү сәбәпле, вакцинатор, патронаж сестра, акушерка, фельдшер эштәрен дә алып бара. Көн-төн тип тормай, ауырыуҙарға ярҙам ҡулы һуҙа ул.
Бер йыл күңел һалып эшләгәс, ауылдың уңған егете Талип Искәндәр улы менән ғаилә ҡорорға ҡарар итәләр һәм Зәйтүнә Вәли ҡыҙы кейәүгә сыға. Тормош иптәше Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге интернат-мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған була. Уларҙың мөхәббәт емеше булып улдары тыуа, уға Алик тип исем ҡушалар.
Йәш саҡтан уҡ егәрле, эшсән, уңған, кешелекле Зәйтүнә Вәли ҡыҙы үҙенең төп эшенән тыш йәмәғәт эштәрен дә алып бара. Күп тапҡырҙар ауыл Советы депутаты, урындағы радио тапшырыуҙары дикторы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, эшендә профком рәйесе, һәр саҡ ра-йон гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе була, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрен үҙе ойоштороп йөрөй. Ә хәҙер хаҡлы ялда булһа ла ветерандар советы ағзаһы булып тора.
Бар яҡтан да һәләтле булыуына Сәйетбаба мәктәбендә уҡытҡан уҡытыусыларына ҙур рәхмәтле Зәйтүнә Вәли ҡыҙы. Ибраһим Мәүлетҡолов, Исмәғил Үтәгәнов, Зиннәт Ғарифуллин, Мәрйәм Гәрәева, Асия Сәйфуллина һәм башҡаларҙы оло хөрмәт менән иҫкә ала бөгөн. Сәйетбаба дауаханаһында 40 йыл эшләү дәүерендә уға ун табип менән эшләргә тура килә.
- Кеше һаулығы һағында бергә эшләгән табиптар Ришат Килмөхәмәтов, Винера Маннанова, Минибай Ишмөхәмәтов, Әсҡәт Резбаев, Илдар Нуретдинов, Әмир Заһиҙуллин һәм башҡаларҙы иҫкә алып китмәйенсә мөмкин түгел, - ти Зәйтүнә Шәмситова бергә эшләгән коллегаларын иҫкә төшөрөп.
Ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында уяу торған аҡ халатлы фәрештә – Зәйтүнә Вәли ҡыҙы дүрт тиҫтә йыл эсендә меңәрләгән балаларҙың “кендек инәһе” булған кеше лә. Уларҙың кендеген ҡырҡҡан ваҡытта изге теләктәр теләп әйтер булған. “Минең кеүек медик булығыҙ” тигәндәре араһынан Зариф Суфиянов, Гөлсөм Вәлиева, Луиза Мәүлетҡолованы атап үтте ул.
Хөкүмәтебеҙ Зәйтүнә Шәмситованың эшләгән осорҙағы хеҙмәтен баһалап, 1986 йылда “Почёт Билдәһе” ордены һәм бик күп Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләгән. Уңған эшсе лә, әсәй ҙә, өләсәй ҙә ул. Талип Искәндәр улы менән матур донъя ҡороп, өйҙәрендә һәр саҡ тәртип, таҙалыҡ булдырып, өлгөлөләр рәтендә булдылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше хәҙер мәрхүм инде. Оҫта тальянсы, шахматсы булараҡ та уны хөрмәтләп хәтерләй ауылдаштары. Улдары Алик Шәмситов Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ. Бөгөнгө көндә ҡатыны Рәйлә Сәхи ҡыҙы менән 5 балаға олатай-өләсәй ҙә улар. Зәйтүнә Вәли ҡыҙының Булат ейәне юрист, Ләйсән ейәнсәре магазин мөдире булып эшләп йөрөйҙәр.
Әллә нисә ауылды хеҙмәтләндергән Сәйетбаба участка дауаханаһында ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәренә тоғро булып, баш баҫып эшләгән Зәйтүнә Вәли ҡыҙы үҙенең белеменә, тәжрибәһенә таянып эшләгән йылдарында күпме кешенең һаулығын яҡшыртҡан, беренсе ярҙам күрһәткән, был донъяға ауаз һалған сабыйҙарҙы беренсе булып ҡулына алған... Барыһын да сабыр үткәреп, хеҙмәттән йәм табып, ауыл-
даштарына күтәренке кәйеф, күңел йылыһы өләшкән. Үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылаған медицина хеҙмәте ветеранына оҙон-оҙаҡ шатлыҡлы ғүмер, һаулыҡ, ҡартлыҡ бәхете, гелән шулай йәш күңелле булыуын теләп ҡалабыҙ.