+28 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
22 Ноября 2024, 09:55

"Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара үтте

Красноусолдағы “Әкиәт”" балалар баҡсаһында "Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара гөрләп үтеп китте.

"Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара үтте"Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара үтте
"Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара үтте

“Әкиәт” балалар баҡсаһында халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләгән әһәмиәтле сараларҙың йыш уҙғарылыуы ҡыуаныслы. Шундайҙарҙың береһе “Рухлы ғаилә – ил ҡото” тип аталды. Ул Ғаилә йылына, Әсәйҙәр көнөнә арналды. Бында Йәрмиевтар, Юлмөхәмәтовтар, Хөсәйеновтар, Халиҡовтар ғаиләләре үҙ-ара ярышты. Ярыштарҙа сәм тойғоһо, еңеүгә ынтылыш менән бергә дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү мөхите урынлашты. Сөнки ғаиләләрҙең күбеһе йыл әйләнәһенә ошондай сараларҙа осрашып, дуҫлашып бөткән. Уларҙың сығыштары береһенән-береһе сағыуыраҡ, йөкмәткелерәк ине. “Аҡбуҙат”, “Йәйғор” төркөмдәре балалары ла әүҙем ҡатнашты был сарала. Сараны тәрбиәсе Лилиә Әсҡәт ҡыҙы Килмөхәмәтова йәнле итеп алып барҙы. Тәрбиәсе Луиза Мөхәмәҙей ҡыҙы Мәүлетҡолова өләсәй ролендә йомаҡтар ҡойҙо, һорауҙар биреп ғаиләләрҙең белемен дә тикшереп ҡараны. (Сара барышы хаҡында тулыраҡ гәзиттең киләһе һандарында яҙырбыҙ).

"Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара үтте
"Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара үтте
"Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара үтте
"Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара үтте
"Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара үтте
"Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара үтте
"Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара үтте
"Матур ғаилә - ил күрке" тип аталған сара үтте
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас