Халыҡ менән осрашыуҙа район хакимиәте башлығы Венер Вахитов һәм уның урынбаҫарҙары, район Советы секретары Марсель Йәнмырҙин, Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов, “Ватанды һаҡлаусылар” фондынан Рәмзиә Юлмөхәмәтова, “Эко-Сити” ойошмаһы вәкиле ҡатнашты.
Бельский һәм Табын ауыл биләмәләре башлыҡтары Юнир Әхмәров менән Фидан Ғүмәров халыҡты эштәр торошо менән таныштырҙы, киләсәк пландар менән уртаҡлашты. Ә халыҡ, үҙ сиратында, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, проблемалар тураһында һөйләне. Ауыл халҡы мәле тура килгәндә яңы район башлығына һорау-теләктәрен әйтеп ҡалырға тырышты, бәлки, әллә ҡасандан бирле һөйрәлеп килгән ҡайһы бер мәсьәләләр сиселер, тигән өмөт ҙур уларҙа.