+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2024, 05:16

“Йөрәктә – наҙ, ә күҙҙәрҙә –һөйөү...”

21 ноябрҙә район мәҙәниәт йортонда Әсәләр көнөнә арнап үткәрелгән сара тап шулай тип аталды. Эйе, тик әсәйҙәр йөрәгендә генә бөтмәҫ наҙ һаҡлана, тик уларҙың күҙҙәре балаларына, тирә-яҡҡа һөйөү менән баға.

“Йөрәктә – наҙ, ә күҙҙәрҙә –һөйөү...”“Йөрәктә – наҙ, ә күҙҙәрҙә –һөйөү...”
“Йөрәктә – наҙ, ә күҙҙәрҙә –һөйөү...”

Сараның тәүге өлөшөндә район хакимиәте башлығы Венер Вахитов махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеген һаҡлап батырҙарса һәләк булған ҡаһарман ягирҙарҙарҙың ата-әсәләре, ҡатындары менән осрашты.
-Бөгөн бик тә тулҡынландырғыс һәм ҙур әһәмиәткә эйә булған байрамға йыйылдыҡ,- тине Венер Фәнир улы тамашасылар залындағы төп тамашасылар – әсәйҙәрҙе байрам менән тәбрикләп.- Һәр беребеҙҙең тормошонда әсәйҙәр иң мөһим урынды биләй, һәр беребеҙ өсөн әсәй иң ҡәҙерле кеше. Донъялар нисек кенә үҙгәреп, беҙ ҡайҙа ғына булһаҡ та әсәйҙәр менән эске бәйләнеш һис өҙөлмәй. Улар беҙҙе һаҡлай, яҡлай, асыуланғанда ла, хатта, улар беҙҙе яратып ҡына әрләй. Барыһы өсөн дә рәхмәт Һеҙгә, ҡәҙерле әсәйҙәр.
-Әсәй булыу оло яуаплылыҡ та, ғорурлыҡ та ул. Бөгөн ҡулдарына ҡорал алып, махсус хәоби операция биләмәһендә илебеҙ именлеген һаҡлаған ҡаһарман яугирҙарҙың әсәләренә батыр, ысын ил һаҡсылары тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн айырым рәхмәт әйтеп, оло хөрмәт менән улар алдында баш эйәм. Шулай уҡ күп балалы, етем ҡалған балаларҙы үҙ ҡосағына алған оло йөрәкле әсәйҙәргә ҙур рәхмәт. Һаулыҡ, именлек теләйем һеҙгә. Балаларығыҙ рәхмәтендә шатлыҡ - һөйөнөстәр менән оҙон-оҙаҡ ғүмер итегеҙ, - тигән иң изге теләктәрен еткерҙе район етәксеһе байрам сараһында ҡатнашыусы барса әсәйҙәргә.
Еңеү ҡорбандарһыҙ булмай, тиҙәр...Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйҙәргә иң ауыр ҡайғы – уландарын юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә. Венер Фәнир улы Ватаныбыҙҙың именлеге, тыныслығы, балаларҙың бәхетле киләсәге өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙарҙың ата-әсәйҙәренә улдарының ҡаһарманлығы өсөн орден –миҙалдарын тапшырған мәлдә тотош зал аяғүрә баҫып алҡышлап, уларға үҙ хөрмәтен һәм рәхмәтен белдерҙе.
Артабан район мәҙәниәт йорто артистары, балалар бейеү коллективтары иң матур йыр-бейеүҙәрен бүләк итте. (Байрам саралары тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.)

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

“Йөрәктә – наҙ, ә күҙҙәрҙә –һөйөү...”
“Йөрәктә – наҙ, ә күҙҙәрҙә –һөйөү...”
“Йөрәктә – наҙ, ә күҙҙәрҙә –һөйөү...”
“Йөрәктә – наҙ, ә күҙҙәрҙә –һөйөү...”
“Йөрәктә – наҙ, ә күҙҙәрҙә –һөйөү...”
“Йөрәктә – наҙ, ә күҙҙәрҙә –һөйөү...”
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас