+9 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
25 Ноября 2024, 12:00

Ғафури эҙәрмәндәре форумда ҡатнашты

 Туймазыла II республика мәктәп эҙәрмәндәр отрядтары форумы үтте, унда Ғафури районы вәкилдәре — “Батыр” һәм “Пересвет” отрядтарынан эҙәрмәндәр ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғафури эҙәрмәндәре форумда ҡатнаштыҒафури эҙәрмәндәре форумда ҡатнашты
Ғафури эҙәрмәндәре форумда ҡатнашты

Форум “Хәтер вахтаһы 2024”-те ябыу тантанаһынан башланды. Пленар өлөштән һуң форумда ҡатнашыусылар Туймазы ҡалаһының 3-сө мәктәбендә булды, унда муниципаль методик майҙансыҡтарҙа ҡатнашты, Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция осорондағы ҡорал күргәҙмәләрен, шулай уҡ музей экспозицияларын ҡараны. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар тураһында хәтерҙе һаҡлау буйынса әүҙем эшләгән өсөн Ғафури районы эҙәрмәндәре Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Ғафури эҙәрмәндәре форумда ҡатнашты
Ғафури эҙәрмәндәре форумда ҡатнашты
Ғафури эҙәрмәндәре форумда ҡатнашты
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас