Азат Миңлеғужа улы 1963 йылдың 23 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. 1970 йылда ошо ҡала мәктәбендә 1-се класҡа барып, шунда 10-сы класты тамамлай. Артабан 1-се профессиональ училищела белем алып, шофер-тракторист һөнәре ала. Бала сағы Яңы Ҡарамыш ауылында өләсәһе менән олатаһында үтә. 1981 йылдың 15 ноябренән 1983 йылдың 5 майына тиклем хәрби хеҙмәт бурысын үтәй. 1983 йылдың 6 майынан 1983 йылдың 30 ноябренә тиклем Афғанстан Демократик Республикаһы территорияһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. “СССР Ҡораллы Көстәренең 70 йыллығы”, “Афған халҡынан рәхмәт” миҙалдары менән наградланған. Ғаилә хәле: айырылышҡан.
2024 йылдың 20 октябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хәрби комиссариатынан контракт буйынса уҡсы вазифаһында хәрби хеҙмәткә инә. 2024 йылдың 10 ноябрендә Рәсәй Федерацияһының махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡанда Украинаны демилитаризациялау һәм денацификациялау ваҡытында һәләк була.
Матәм сараһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов, район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров, районыбыҙҙың хәрби-иҫәп пункты етәксеһе Игорь Ступников, яҡындары, туғандары, Яңы Ҡарамыш ауылы халҡы ҡатнашты.
Сығыш яһаусылар Азат Миңлеғужа улының яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, уның һуңғы һулышынаса үҙ бурысына тоғро ҡалып, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булыуын әйтеп үттеләр.
Азат Миңлеғужа улының апаһы ла уның намыҫлы, һәйбәт кеше булыуы хаҡында һөйләп үтте.
Һуңынан Азат Мәҡсүтовтың яҡындарына мәңге һаҡланыуға Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы тапшырылды.
Илебеҙҙең тоғро улы ил тыныслығы, яҡты киләсәк өсөн ғүмерен бирҙе. Мәңгелек йоҡоң тыныс, урының ожмахта булһын, яугир!