+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2024, 06:45

Башҡортостандан тележурналист Рәмзиә Кәримова МХО-ға юлланды

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, билдәле тележурналист Рәмзиә Кәримова беренсе ҡатын-ҡыҙҙар отряды ирекмәндәре сафына баҫты һәм МХО биләмәһендәге хәрби госпиталгә эшкә юлланды. Алдағы бер нисә аҙнала ул медиктарға ауырыу һәм яралы һалдаттарҙы ҡарарға ярҙам итәсәк.

Башҡортостандан тележурналист Рәмзиә Кәримова МХО-ға юлландыБашҡортостандан тележурналист Рәмзиә Кәримова МХО-ға юлланды
Башҡортостандан тележурналист Рәмзиә Кәримова МХО-ға юлланды

«Мин илемә рәхмәтлемен, ғүмер буйы дәүләт миңә ярҙам итте, юғары баһаланы. Хәҙер миңә ярҙам итергә ваҡыт. Мин журналист булып эшләйем, ҙур аҡса ебәреү мөмкинлегем юҡ, әммә шәхси иғтибар һәм хәстәрлек менән ярҙам итә алам. Ирем менән өлкән ҡыҙым минең ҡарарымды аңлап ҡабул итте булды, кесеһе ебәрергә теләмәне. Әммә мин ыңғай ҡарайым. Хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә барыһы ла булырға мөмкин, күҙаллап булмай, әммә барыһы ла яҡшы булыр тип ышанам», – тине Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостандан тележурналист Рәмзиә Кәримова МХО-ға юлланды
Башҡортостандан тележурналист Рәмзиә Кәримова МХО-ға юлланды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас