-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь , 17:20

“Трубканы ҡуйығыҙ!” мәғлүмәт кампанияһы бара

Телефондан  шылтыратыу - кибермошенниктарҙың иң һөҙөмтәле ҡоралы.

Ә аҡсаны һаҡлап ҡалыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы – шикле номерҙарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәү. Әгәр ҙә шылтыратыуға яуап бирһәгеҙ шылтыратыусы 

  • - үҙен үҙәк Банк хеҙмәткәре булып танытһа,

 

  • - банк картаһы мәғлүмәттәрен асыҡлаһа;
  • - аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә тәҡдим итһә;
  • - смс-тан кодты хәбәр итеүҙе һораһа;
  • - инвестицияларҙан супер килем гарантиялаһа;
  • - һылтанма буйынса күсергә тәҡдим итһә – һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ!
  • Трубканы ҡуйығыҙ- кибермошенничествоны иҫкәртеү буйынса мәғлүмәт кампанияһы шулай тип атала, уның инициаторы булып Рәсәй Банкы тора. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: енәйәтсе менән ни тиклем оҙағыраҡ һөйләшкән һайын, аҡсаны юғалтыу мөмкинлеге лә арта, сөнки һәр һорауығыҙға мутлашыусынан отошло яуап әҙерләнгән. Уяу булығыҙ!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: