-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь , 16:10

Юрмаштарҙың ҡыуанысы сикһеҙ

Имәндәш ауыл биләмәһенә ҡараған төпкөлдәге Юрмаш ауылына асфальт юл “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” (ППМИ) ярҙамында түшәлеп, бөгөн уны тантаналы шарттарҙа асыу булды.

Юрмаштарҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Юрмаштарҙың ҡыуанысы сикһеҙ

Асфальт һалынған юлды тантаналы шарттарҙа асыуға район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Светлана Рәшит ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, уның белгестәре, ауыл һәм күрше-тирә ауылдар халҡы килгәйне.

Ошо юлды һалдырыу өсөн бар тырышлығын һалған Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов тантанала сығыш яһап: ”Хөрмәтле Юрмаш ауылы халҡы, килгән ҡунаҡтар! Бөгөн был юлға ысын күңелдән шатланабыҙ. Бының өсөн подрядсыларға - Зөфәр Хафизов етәкселегендәге Ғафури юл ремонт-төҙөлөш идаралығы юл эшселәренә, ошо программаны күтәреп алған ауыл халҡына, ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе Илфат Үтәгәновҡа һәм район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Светлана Ғөбәйҙуллинаға һәм уның командаһына, бағыусыларға, ауыл депутаттарына һәм башҡаларға рәхмәтлебеҙ. Ул юл 560 метр булып, ауылдың бер осонан икенсеһенә тиклем килеп етте. Ауыл халҡының берҙәм булыуы ла ошо эште атҡарып сығырға этәргес көс бирҙе”, - тине һәм ошо ҙур эштә ярҙам ҡулы һуҙған бер төркөм кешеләрҙе Имәндәш ауыл биләмәһенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләп үтте.

Светлана Рәшит ҡыҙы ла сығыш яһап, юлдың оҙаҡ хеҙмәт итеүен һәм барыһына ла һаулыҡ, матур тормош теләне.

Был көндө ауыл халҡының шатлығы сикһеҙ ине. “Элек урамдан техника үтһә саң туҙаны күтәрелә, ямғыр ваҡытында, яҙлы-көҙлө бысраҡ булды, хәҙер инде ялтырап ятҡан асфальттан ғына йөрөйәсәкбеҙ, рәхмәт инде", - тип ҡыуанысын белдерҙе ауыл халҡы.

Юрмаштарҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Юрмаштарҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Юрмаштарҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Юрмаштарҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Юрмаштарҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Юрмаштарҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Юрмаштарҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Юрмаштарҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: