-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь , 09:05

Эҙәрмәндәр эшенә йомғаҡ яһалды

Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында балаларҙа илһөйәрлек рухы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелеп, әленән-әле мауыҡтырғыс саралар ойошторола.13 ноябрҙә гимназияла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек сиктәрендә тулҡынландырғыс һәм һәр кемде уйландырырлыҡ, шул уҡ ваҡытта балаларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ матур сара үтте.

Эҙәрмәндәр эшенә йомғаҡ яһалды
Эҙәрмәндәр эшенә йомғаҡ яһалды

Сараға килгән һәр кем башта гимназияның Хәрби дан музейы стенды, “Хәтер вахтаһы”нда ҡатнашыусы эҙәрмәндәр Ленинград һәм Сталинград фронты үткән аяуһыҙ һуғыш яланынан алып ҡайтҡан патрон, каска, кружкалар, планшеттар кеүек тарихи экспонаттар ҡуйылған бай күргәҙмә менән танышты.
Билдәле булыуынса, быйыл гимназия уҡыусылары Ҡырмыҫҡалы районы мәктәптәре эҙәрмәндәре менән берлектә “Сталинград яҙы. Хәтер вахтаһы - 24” экспедицияһында ҡатнашты. Уларҙың Вөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡаты алыштар барған Волгоград өлкәһенең Самофаловка ауыл биләмәһе янындағы эше хаҡында гәзитебеҙҙә мәҡәләләр ҙә бирелеп барҙы. Бөгөнгө сарала иһә тотош экспедицияның быйылғы эшенә йомғаҡ яһау, анализлау, уҡыусыларҙы эҙләнеү һөҙөмтәләре менән таныштырыу, уларҙа ошо әһәмиәтле лә, яуаплы ла булған эҙәрмәнлек эшенә ылыҡтырыу маҡсаты ла ҡуйылғайны. Осрашыуҙа гимназияның Йәш шайморатовсылар класы уҡыусылары, Ҡырмыҫҡалы районы хәрби-патриотик клубы етәкселәре һәм эҙәрмәндәре, МХО ветераны, республиканың Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам фонды директоры Роберт Абҡадиров, район ветерандары советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова, райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы милли белем биреү бүлегенең баш белгесе Г.В.Ғәлиева, район мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ю.А.Судовикова, “Башкиновидеопрокат” ойошмаһы етәксеһе А.Н.Тимерғазин, гимназия уҡыусылары һәм башҡалар ҡатнашты.

Уҡыусылар тәьҫорат уртаҡлашты

Сара бик тантаналы шарттарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан Гимндары менән башланды һәм гимназия уҡыусыларының бер тауыштан Гимндарҙы башҡарыуы бик тә тулҡынландырғыс күренеш булды.
Артабан һүҙ гимназияның “Батыр” эҙәрмәндәр отряды ағзаларына бирелеп, Элина Йосопова менән Айһылыу Яҡшыбаева тәьҫораттары, эҙләнеү эштәре барасаҡ лагерҙа нисек урынлашыуҙары, эҙәрмәндәрҙең эш һәм көн тәртибе тураһында, ә Байрас Вәлиев эштең нисек ойошторолоуы, ҡаҙыныуҙар ваҡытында яуҙа һәләк булғандарҙың шәхси әйберҙәре, шулай уҡ медальондары һәм башҡа артифакттар табылыуы тураһында һөйләне. Данис Ғәзизов иһә “Батыр” эҙәрмәндәр отрядының һуғыш йылдарында һәләк булған яугир ятҡан урынға тап булып, уның ҡалдыҡтарын йыйып алыуҙары, медальонын, шәхси әйберҙәрен табыуҙары тураһында бәйән итте. Август айында Ғафури эҙәрмәндәре исеменән Данистың махсус саҡырыу буйынса Поляков фамилиялы был яугирҙың ҡалдыҡтарын Мамай ҡурғаны янындағы “Билдәһеҙ һалдат” мемориаль ҡәберлегенә ерләү сараһында ҡатнашыуы хаҡында ла гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙарҙыр. Был мемориаль ҡәберлектә “Хәтер Вахтаһы” Бөтә Рәсәй патриотик акцияһында ҡатнашып, Волгоград өлкәһе биләмәһендә эҙләнеүҙәр алып барған эҙәрмәндәр тарафынан табылған 1361 яугирҙың ҡалдыҡтары ерләнгән.
Данистың сығышынан һуң сарала ҡатнашыусыларҙың бар иғтибары экранға төбәлде. Волгоград өлкәһенең Городнищенский районының Самофаловка ауыл биләмәһе башлығы Сергей Александрович Песковатсковтың эҙәрмәндәргә видеомөрәжәғәтен һәр кем тулҡынланып, шул уҡ ваҡытта ошо изге эштә районыбыҙ уҡыусыларының да ҡатнашыуына ғорурланып тыңланы. Сергей Александрович “Батыр” эҙәрмәндәр отряды ағзаларына һәм уларҙың командиры Р.Р.Шаймарҙановҡа изге эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. “Үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү эшенә, илебеҙ тарихын һәм уның азатлығы хаҡына һәләк булған яугирҙар тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлауға индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ”, - тигән юлдар бар Сергей Песковатсковтың Ришат Раян улына Данис аша тапшырған Рәхмәт хатында.

Нисек эҙәрмән булырға?

Ришат Шаймарҙанов үҙенең сығышында залда ултырған һәр икенсе уҡыусыны ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреп, ошондай изге һәм әһәмиәтле эштәрҙә ҡатнашыусы эҙәрмән булыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеген аңлатты.
– Беренсе сиратта эҙәрмәндәр отрядына инеү өсөн ғариза яҙырға һәм Эҙәрмән мәктәбен үтергә кәрәк буласаҡ, - тип аңлатты ул. - Бында инде кешенең анатомияһы буйынса белемде нығытырға, эҙләнеү эштәре, топография, хәрби археология методикаһын өйрәнәсәкһегеҙ. Быйылғы экспедицияла ҡатнашыусылар физик йәһәттән дә ныҡлы әҙерлекле булдылар, эш барышында үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп, һынауҙы уңышлы үттеләр. Атай-әсәйҙәре, уҡытыусылары улар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала, - тине Ришат Раян улы һәм алдағы йылда ла “Хәтер Вахтаһы - 25” экспедицияһында мотлаҡ ҡатнашасаҡтары тураһында белдерҙе.

Һүҙ – ҡунаҡтарға

Иҫке Бәпес урта мәктәбенең 2015 йылда ойошторолған Радик Талипов исемендәге эҙәрмәндәр отряды командиры Рамаҙан Шаймарҙанов Ленинград, Смоленск, Волгоград өлкәләрендә эҙләнеү эштәре алып барып, 14 билдәһеҙ яугирҙың ҡалдыҡтарын табыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Табылған бар нимәләр ҙә индентификациялау һәм экспертиза үткәреү өсөн тапшырыла. Әлеге көнгә тиклем Волгоград ере һуғыш осорондағы тимерҙәр–снарядтар, бысаҡтар, кортиктар, аттарҙың ҡамыт-дуғаларының ҡалдыҡтары менән тулы. Эҙләнеү эштәре ауыр ҙа, хәүефле лә, шуға ла һәр яҡлап әҙерлекле булыу кәрәк, - тип билдәләне Рамаҙан Раян улы. “Батыр” эҙәрмәндәр клубы ағзаларының да был изге эшкә ҡушылыуын хуплап, артабан да шулай бергә эшләргә булһын, тигән теләктәрен дә еткерҙе.
- Прибельский урта мәктәбенең С.И.Солтанғәлиев исемендәге хәрби-патриотик клубы эҙәрмәндәре лә бына алты йыл инде Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың ҡалдыҡтарын эҙләү, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү менән шөғөлләнә, - тине клуб етәксеһе Рәмзит Ғәлиәкбәров. Артабан Рәмзит Сәғит улы йыйылыусыларҙы эҙәрмәндәрҙең эш ҡоралдары менән таныштырып, улар менән нисек эш итергә кәрәклеген аңлатты, муляж ярҙамында яугирҙың ҡалдыҡтарын тапҡан осраҡта уны нисек ер өҫтөнә күтәрергә кәрәклеген күрһәтте. Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һәр һорауға төплө яуап бирҙе.

Илһөйәрҙәр тәрбиәләйҙәр

- Еңеүсе һалдаттарҙың ейән-ейәнсәрҙәренең яуҙа һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләүҙә ҡатнашыуы оло әһәмиәткә эйә, - тине район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы. - Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүгә тос өлөш индергән, уларҙы тарихи хәтерҙе тергеҙеүгә йәлеп иткәнегеҙ өсөн Ришат Раян улына һәм гимназия етәкселегенә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
МХО ветераны, республиканың Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам фонды директоры Роберт Абҡадиров, Мәғариф һәм фән министрлығы белгесе Гөлназ Ғәлиева, район мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Юлия Судовикова үҙ сығыштарында Красноусол башҡорт гимназия-интернаты коллективының балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү йүнәлешендәге эшмәкәрлеген юғары баһаланы, эҙәрмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға бик тә кәрәкле һәм изге эштәрендә уңыштар теләне. Башҡортостанда төбәк “Кинодәрестәр” бүлеген ойоштороусы Азамат Нил улы бөгөнгө сараны “илһөйәрлек темаһына ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөү өсөн әҙер сценарий” тип баһаланы һәм “Батыр” фильмы (режиссёры Елена Дубровская) менән гимназияға мотлаҡ киләсәкбеҙ, тип ышандырҙы.
- 500-ҙән ашыу уҡыусы бала араһынан иң ышаныслылар һәм әҙерлекле тип табылған ошо 4 уҡыусыны алыҫ сәфәргә сығарып ебәреү еңелдән булманы. Шуныһына шатмын, улар беҙҙең барыбыҙҙың да ышанысты аҡланы, - тине Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова. Артабан Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларҙың изге Мамай ҡурғанында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Башҡортостан яугирҙары иҫтәлегенә йәш быуындан стела төҙөү тураһындағы ҡарар- мөрәжәғәтен уҡып ишеттерҙе. Был ҡарарҙы Ғафури һәм Ҡырмыҫҡалы райондары эҙләнеү отрядтары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре бер тауыштан хупланы.
Илһөйәрлек темаһына арналған әһәмиәтле сара афған һуғышы ветераны Марс Хәйруллиндың йыры менән тамамланды.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Эҙәрмәндәр эшенә йомғаҡ яһалды
Эҙәрмәндәр эшенә йомғаҡ яһалды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: