Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, уның төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары Фуат Кейекбаев менән Гүзәл Байдәүләтова, Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин, ауыл халҡы һәм балалар ҡатнашты.
Гранит таҡтаташҡа һуғыш яланында батырҙарса һәләк булған 20 яугирҙың һәм Еңеү менән ҡайтҡан 19 геройҙың исемдәре теркәлгән. Шулай уҡ һуғыш йылдарында хеҙмәт армияһында ҡатнашҡан һигеҙ ҡаһармандың да исеме урын алған.
Обелиск төҙөү Римма Ишмырҙина етәкселегендәге “Табын” социаль-мәҙәни-иҡтисади үҫеш фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған һәм артабан һүҙ проект авторы һәм етәксеһе Римма Камил ҡыҙына бирелде.
- Быйыл Туғай ауылында матур мемориаль комплекс барлыҡҡа килде. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яулау өсөн ҡан ҡойған атай-олатайҙар хаҡында онотмау, йәш быуынға патриотик рухта тәрбиә биреү өсөн был бик мөһим, изге эш.
“Тере тарих” тип аталған проектыбыҙ БР Башлығы гранттары фонды сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ – ауыл халҡының теләге буйынса беҙ һәр бер яугирҙың фамилияһы менән генә сикләнмәйенсә, тулыһынса исемен, атаһының исемен дә индерҙек. Обелиск төҙөү һәм уны асыу – ул проектыбыҙҙың башы ғына. Проект сиктәрендә ауыл халҡы, айырыуса – балалар, йәш быуын өсөн ике тиҫтәгә яҡын сара үткәреү планлаштырылған. Бөтә саралар ҙа патриотик йүнәлешле. Бында экскурсиялар, конкурстар, ололар өсөн шулай уҡ мәҙәни саралар ойоштороу, бүләктәр ҙә ҡаралған. Ә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылап, яҙ көнө бергәләп Еңеү Аллеяһын булдырырбыҙ. Шуға Туғай ауылы халҡы был эштәрҙә лә әүҙем булыр, тип ышанабыҙ. Ауыл уртаһында ҡалҡҡан һәйкәл һәр кем өсөн ҡәҙерле, изге урын булыр, тип уйлайбыҙ. Батырҙарыбыҙҙың рухтары шат, ил-көнөбөҙ тыныс булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ, - тине Римма Ишмырҙина.
Иҫтәлекле, тантаналы көндә батырҙар рухы шатланып, ауылдаш яугирҙарҙың исемдәре тыуған ерҙәрендә ташҡа баҫылып, мәңгеләштерелеүе өсөн Туғай ауылы халҡы ла күңелдәренә тыныслыҡ алғандыр.