+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2024, 08:05

Фронт этенә ҡайтырға ирекмәндәр ярҙам иткән

Поезда һәм машинала 1500 километрҙан ашыу ара, дүрт регион һәм биш тораҡ пункт. Башҡортостандан МХО яугиры ғаиләһенә ҡайтып етер өсөн фронт эте Арей шундай юл үткән. Уға ҡайтырға Халыҡ фронтының йәш  ирекмәндәре ярҙам итә.

Фронт этенә ҡайтырға ирекмәндәр ярҙам иткәнФронт этенә ҡайтырға ирекмәндәр ярҙам иткән
Фронт этенә ҡайтырға ирекмәндәр ярҙам иткән

Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе ҡатын социаль селтәр аша ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән. Ул ире хәрби бәрелештәр һыҙығында осратҡан һәм дауалап алған этен МХО-нан алып сығырға ярҙам итеүҙәрен һорай. Арей эте Кременная районында хәрби бурыстарын үтәүсе медицина батальонының талисманы була. Ул подразделениеға көтөй сағында уҡ эләгә. Хәрбиҙәр менән окоптарҙа йәшәй, улар менән бергә хәрби заданиеларға йөрөй. Яугирҙар әйтеүенсә, эткә алғы һыҙыҡта еңел түгел, шуға күрә хәрбиҙәр уны хәүефһеҙ урынға нисек алып барырға икәнлеге тураһында уйлай башлай. "Волжский" позывнойлы батальон командиры Арейҙы Башҡортостанға ғаиләһенә ебәрергә ҡарар итә. 

"Арей өсөн хәрби часть ғаилә була, ул башҡа бер кемде лә ҡабул итмәй. Беҙҙең атайыбыҙ уның өсөн "әсәй" кеүек була. Ул күҙҙәрен асҡас, иң тәүҙә иремде күрә. Уның менән һәр ерҙә йөрөй. Шуға күрә хәрби заданиеларҙы үтәгәндә яугирҙар күсеп йөрөү ваҡытында этте юғалтыуҙан ҡурҡа", - тип һөйләй яугирҙың ҡатыны Регина.

Бер аҙна самаһы ҡатын ире менән этте нисек өйгә алып ҡайтырға икәнен хәл итә. Төрлө ойошмаларға үтенестәр менән мөрәжәғәт итәләр, әммә һөҙөмтә булмай. Урындағы гәзиттән Регина Халыҡ фронтының башҡорт йәштәре командаһы ҡатнашыусыларының Курскиҙа эшләүе тураһында уҡый һәм уларға яҙырға ҡарар итә. Ирекмәндәрҙең яуабы ҡыҫҡа була: "Ярҙам итәйек!” Арейҙың сәйәхәте Белгородтан башлана, унда уны "Волжский" алып килә. Халыҡ фронтының йәш ирекмәндәре этте поезда Курскҡа оҙата, унда Башҡортостан гуманитар миссияһында ҡатнашыусылар ҡаршы ала. Улар этте командирҙың ҡатынына алып килә.

"Арейға махсус хәрби операция  зонаһынан беҙгә тиклем бер нисә мең километр юл үтергә тура килә. Курскҡа тиклем поезда ул бер үҙе килә, һуңынан Мәскәүгә Һәм Башҡортостанға бара. Беҙ уның менән Приют станцияһына тиклем, һуңынан машина менән Бәләбәйгә барып еттек. Эт - ысын герой, оҙон юлды сыҙам ғына үтте. Беҙ был  ярҙамды күрһәткән төрлө төбәктәр ирекмәндәренә бик рәхмәтлебеҙ", - тип һөйләй Халыҡ фронтының Башҡортостандағы Йәштәр командаһы координаторы Рөстәм Сәләхетдинов.

Бәләбәйҙә Арейҙы яугирҙың ҡатыны һәм ике балаһы ҡаршы ала. Урындағылар әйтеүенсә:"Хәҙер атай кешенең Еңеү менән ҡайтыуын көтөргә ҡала".

Сығанағы: https://onf.ru/news/volontyory-molodyozhnogo-kryla-narodnogo-fronta-pomogli-bojcu-perevezti-sobaku-iz-zony-svo?ysclid=m46qy9n6l2599025487

Фронт этенә ҡайтырға ирекмәндәр ярҙам иткән
Фронт этенә ҡайтырға ирекмәндәр ярҙам иткән
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас