+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2024, 10:40

Йырҙары күңелгә дауа булып яғылды

30 ноябрҙә Красноусол район мәҙәниәт һарайында автор һәм башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшиндың концерты үтте. Концерт Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фондының “Йән табиптары. Бөтә ғаилә менән концертҡа” тип аталған проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙҙы. Был көндө концертҡа район уҡытыусылары, тәрбиәселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, өлкән быуын кешеләре йыйылғайны.

Йырҙары күңелгә дауа булып яғылдыЙырҙары күңелгә дауа булып яғылды
Йырҙары күңелгә дауа булып яғылды

Проект ике йылдан ашыу ғәмәлгә ашырылып, ошо осорҙа ижади төркөм республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында бик күп хәйриә мәҙәни сараһы ойоштороп үткәргән. Ул һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Рәмил Шәүҡәт улы автор һәм башҡарыусы, музыкант, режиссер һәм продюсер, төрлө йыр фестивалдәренең лауреаты, Бөтә Рәсәй буйынса концерттар һәм фестивалдәр ойоштороусы. Ул район халҡына яҡшы таныш, быйыл март айында “Йыр юлдары ағыла” (икенсе төрлө “Гитара ла автомат”) тип аталған патриотик темаға арналған программаһы менән сығыш яһап, тамашасыларҙың һөйөүен яулағайны. Унда яугирҙарҙы данлаған, ир-егеттәрҙең батырлығы, ҡаһарманлығы, тормош, илһөйәрлек хаҡында йырҙар яңғырағайны.

Район халҡының көтөп алған артисының сираттағы килеүе лә ҙур шатлыҡ булды. Рәмил Шәүҡәт улы билдәләүенсә, уның сығыштарының маҡсаты – арт-терапия һәм сәнғәт ярҙамында кешеләрҙең күңелен дауалау. Концерттың исеме лә был хаҡта әйтеп тора бит.

  • Минең был концертым юмор ҡатыш. Тамашасы бөтә концертты минең менән бер тулҡында үткәрергә тейеш. Сөнки, залдағы кеше менән аралашҡанда уларҙы сит уйҙарҙан ситләтеү мөһим. Кешеләрҙең нимә менән йәшәүен, нимә тураһында хыялланыуын, ҡайҙа эшләүен белергә теләйем, йыш ҡына улар менән һөйләшеп, уларға ярҙам итеү өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе табырға мөмкин. Әммә минең төп бурысым - кеше эштә алған көсөргәнешлекте бөтөрөү, - тип һөйләп үтте концерт барышында Рәмил Бәҙәмшин.

Башта фойела проект сараһында ҡатнашҡан Өфөнән килгән рәссам Любовь Чистякова һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. "Усолочка" һаулыҡ һаҡлау ветерандарының вокаль ансамбле сығышы, республика конкурстары лауреаттары Рөстәм Баймырҙин һәм Лиана Муллагилдинаның йыры, Илшат Ҡотовтың бейеүе лә тамашасылар күңеленә хуш килде. Ә артистың гитарала башҡарған йырҙары тамашасыны фәлсәфәүи кәйеф атмосфераһына сумдырып, һәр йыры тамашасыларға онотолмаҫлыҡ тәьҫир ҡалдырҙы. Улар бергә ҡушылып йырланы, бейеп тә алды, ял сәғәттәрен күңел күтәренкелегендә уҙғарҙы. Ғафуриҙар артисты көслө алҡыштар менән ҡаршы алып, башҡарылған һәр йырҙы ҡул сабыуҙар менән оҙата барҙы. Концерт һуңында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова сәхнәгә күтәрелеп, Рәмил Шәүҡәт улына тамашасылар исеменән рәхмәт әйтеп, тағы ла килеүен теләне. Был концерттан  һәр кем үҙенә рухи көс, илһам алып ҡайтҡандыр.

Йырҙары күңелгә дауа булып яғылды
Йырҙары күңелгә дауа булып яғылды
Йырҙары күңелгә дауа булып яғылды
Йырҙары күңелгә дауа булып яғылды
Йырҙары күңелгә дауа булып яғылды
Йырҙары күңелгә дауа булып яғылды
Йырҙары күңелгә дауа булып яғылды
Йырҙары күңелгә дауа булып яғылды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас