3 декабрҙә Красноусолдың Геройҙар аллеяһында Билдәһеҙ һалдат көнөнә арналған митинг ойошторолдо. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова сығыш яһап, был көндөң иҫтәлекле булыуын һәм әһәмиәтен билдәләп, илебеҙ тыныслығы өсөн үҙен ҡорбан иткәндәрҙең яҡты иҫтәлеге йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасағын әйтеп үтте. А.П.Мигунов исемендәге район ДОСААФ бүлексәһе рәйесе Василий Калачигов үҙе яҙған шиғырҙы уҡыны.
Сараға йыйылыусылар бер минут тын ҡалып, билдәһеҙ һалдаттарҙы иҫкә алғас, митингыла ҡатнашыусы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Геройҙар аллеяһындағы Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды.
Был көндө күптәр үҙенең яуҙа башын һалған, билдәһеҙ яҙмышҡа дусар булған атай-олатайҙарын, яҡындарын, туғандарын иҫкә алып, улар хаҡында уйланғандыр, илен, ерен һаҡлап, беҙҙең киләсәк өсөн яуға юлланып, һәләк булғандарҙы мәңге хәтерҙә тоторға бурыслыбыҙ.