Һигеҙ номинация ҡаралған. Төп номинациялар – “Старт нөктәһе”, “Масштаб”, “Балалар спортта”, "Спортта трансформация”, “Сикһеҙ мөмкинлектәр”. Конкурс партнерҙарынан номинациялар – “Корпоратив спорт”, “Спорт туризмы”, “Медиа”. Һәр номинацияла еңеүселәр үҙҙәренең проект үҫеше өсөн 300 мең һум аҡса аласаҡ. Миҙгелдең иң яҡшы проекты өсөн 1 миллион һум күләмендә гран-при ҡаралған. Халыҡ тауыш биреүенда һәм партнерҙар номинацияларында еңеүселәр конкурс партнерҙары бүләктәренә лайыҡ буласаҡ.
Башҡортостандан “Олотау йыйыны” проекты дүртенсе миҙгелдә партнерҙар номинацияһында (#НашСпортЗдесь (Триколор) еңеүсе булғайны. Ул – ауыл командалары араһында мини-футбол буйынса үткәрелгән ғәҙәттәгесә турнир. Учалы районының Ҡотой ауылы халҡы сараны ойоштора. Ярыштар йыл һайын Олотау буйында үткәрелә. 2019 йылдың 19 июленән ойошторола башланған был фестивалгә хәҙер күрше өлкәләрҙән дә киләләр. “Был спорт менеджменты һәм маркетингы өлкәләренең иң яҡшы белгестәренән экспертиза алыу мөмкинлеге. Еңеүселәр араһына инеү- конкурста ҡатнашыусылар өсөн ҙур бонус. Иң мөһиме – беҙ уларға булдырған ярҙам итеү системаһы”, – тип белдергән “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерцияға ҡарамаған йәмғиәтенең генераль директоры София Малявина.
Конкурста Рәсәйҙең 18 йәше тулған, даими йәшәгән граждандары, шулай уҡ спорт проекттарын, шул иҫәптән 18 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашҡан ғаилә проекттары ҡатнаша ала. Ғаризаны биреү өсөн тывигре.рф. сайтындағы форманы тултырырға кәрәк.
Сығанаҡ: mgazeta.com/articles/sport/2024-12-03/sportivnye-proekty-iz-bashkirii-poboryutsya-uzhe-v-pyatyy-raz-za-pobedu-v