+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2024, 05:20

Тайғаҡ юлда йөрөү: имен булыу, бәләгә тарымау өсөн биш аҙым

Быйыл метеорологтар ноябрь аҙағының аномаль йылы булыуын вәғәҙәләй. Температура уртаса күрһәткестәрҙән 4-6 градусҡа юғарыраҡ. Төндә 0-дән -5 градус арауығында тирбәлһә, көндөҙ -2 менән +3 градус араһында була. Бындай һауа торошонда юлдарҙа һәм тротуарҙарҙа боҙ барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ошондай юлда йөрөгәндә йәрәхәтләнеү хәүефен кәметергә мөмкин. Бөгөн ошо хаҡта һөйләйбеҙ.

Тайғаҡ юлда йөрөү: имен булыу,  бәләгә тарымау өсөн биш аҙымТайғаҡ юлда йөрөү: имен булыу,  бәләгә тарымау өсөн биш аҙым
Тайғаҡ юлда йөрөү: имен булыу, бәләгә тарымау өсөн биш аҙым

1-се аҙым. Өйҙә ултырабыҙ

Хәҙерге заман ололарының эштәре бик күп. Әммә ялтырап ятҡан боҙлауыҡ – һаулығың (бәлки, ғүмерең) хаҡына дөрөҫ һайлау яһарға кәрәк булған осраҡ. Мөмкин икән, өйҙә ҡалыу хәйерлерәк. Бындай осраҡҡа ризыҡ һәм дарыуҙар запасын алдан хәстәрләргә мөмкин, ә саф һауала йөрөүҙе йорт янындағы эскәмйәлә ултырыу менән алмаштыра алаһығыҙ.
! Шулай уҡ оло йәштәге атай-әсәйегеҙ менән матур итеп һөйләшеп алығыҙ, уларҙың хәлен белешегеҙ, аҙыҡ-түлек килтерегеҙ. Әгәр икенсе ҡалала йәшәйһегеҙ икән, боҙлауыҡ көндәрендә яҡындарығыҙға аҙыҡ-түлек илтеп биреүҙе ойошторорға тырышығыҙ. Бәләгә тарыуы тураһында ваҡытында хәбәр итһен өсөн оло кешегә хәүеф хаҡында иҫкәртеү төймәһе һәм геолокацияһы булған беләҙек һатып алып бирегеҙ.

2-се аҙым. Аяҡ кейеме һәм кәрәк-яраҡ әҙерләйбеҙ

Төрлө эштәр буйынса мотлаҡ берәй ергә барырға тура килеүе бар. Бының өсөн алдан әҙерләнергә кәрәк. Ҡан баҫымын үлсәгеҙ, көн дә эскән дарыуҙарығыҙҙы ҡабул итергә онотмағыҙ.
Аяҡ кейеменең табаны тайғаҡ булмаһын, ә айырым осраҡтар өсөн махсус ҡулайламалар һатып алырға кәрәк. Боҙлауыҡ ваҡытында табанға йәбештергес (150 һум тирәһе тора) ҡуйырға, аяҡ кейеменә махсус ҡулайлама (300 һум самаһы) кейҙерергә мөмкин. Баш әйләнеү борсоһа, таяҡ менән йөрөргә тырышығыҙ, тайғаҡ мәл өсөн махсус таяҡтар ҙа (500 һум тирәһе) һатыла. «Боҙлауыҡҡа ҡаршы амуниция»ны киң билдәле онлайн-платформаларҙа йәки ортопедик тауарҙар магазиндарында табырға мөмкин.
! Аяҡ кейеменең табанына бер нисә рәт лейкопластырь йәки наждак ҡағыҙы йәбештерергә була. Тик шуныһы: тайғаҡтан һаҡланыуҙың был халыҡ алымдары эшләй, тик оҙаҡҡа түгел.

3-сө аҙым. Дөрөҫ атлайбыҙ

Иң мөһиме – тайғаҡ юлдан мөмкин тиклем иғтибарлыраҡ, ашыҡмайынса йөрөргә кәрәк. Урауыраҡ булһа ла, таҙартылған, ҡом йәки махсус ҡатнашма һибелгән юлды һайлау яҡшы. Табанға ныҡлы баҫып, ваҡ аҙымдар менән атларға тырышығыҙ. Ҡулдар буш булһын, улар тигеҙлекте һаҡларға ярҙам итә. Тайғаҡ юлда ҡулды кеҫәгә тығып йөрөргә ярамай!

4-се аҙым. Дөрөҫ йығылабыҙ

Йығылыуҙан ҡасып булмай икән, быны дөрөҫ эшләү зарур. Травматологтар ҡолағанда ҡулдарҙы алға һуҙмаҫҡа кәңәш итә, сөнки улар кәүҙәнең бөтә ауырлығын үҙенә ала һәм шул сәбәпле һыныу хәүефе арта. Бер аҙ алға эйелеп, ҡулдарҙы – терһәк, аяҡтарҙы тубыҡ тәңгәленән аҙ ғына бөгөп, йомарланырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ҡырын ҡоларға тырышығыҙ. Был бәрелеүҙе йомшартырға, һөйәк һыныу һәм башҡа йәрәхәтләнеү хәүефен кәметергә ярҙам итәсәк. Арҡаға ҡолағанда эйәкте күкрәккә ҡыҫырға, ә ҡулдарҙы ситкә һуҙырға кәрәк.

5-се аҙым. Скандинавса йөрөүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ

Ҡышын боҙлауыҡ ваҡытында ғына түгел, башҡа мәлдә лә хәүеф янауы ихтимал, сөнки йәйәүлеләр тапағандан йәш ҡар бик тиҙ һырғалаҡҡа әйләнә. Шуға күрә ҡыш буйына һаҡ булырға кәрәк. Ҡышҡы ялда хәүефте кәметеүҙең бер ысулы – урамда йөрөүҙе скандинавса йөрөү менән берләштереү. Был популяр сәләмәтләндереү һәм физик әүҙемлек алымы бөтә йәштәге кешеләр, бигерәк тә ололар өсөн ҡулай.
Скандинавса атлау бер үк ваҡытта кәүҙәнең өҫкө һәм аҫҡы өлөштәре мускулдарында тонусты яҡшырта, ҡан әйләнешен әүҙемләштерә, йөрәк һәм үпкә эшмәкәрлеген көйләй, иммун системаһын нығыта, атлаған ваҡытта тубыҡтарға һәм быуындарға баҫымды кәметә. Бынан тыш, ҡышҡы юлдан бер юлы ике таяҡ менән йөрөү бик уңайлы, сөнки өҫтәмә тотороҡлоҡ барлыҡҡа килә. Шулай уҡ ҡышҡы осорҙа йөрөү өсөн таяҡтарға өҫтәмә ҡулайлама һатып алырға кәрәк буласаҡ.
Йәйәү йөрөр алдынан бер аҙ күнекмәләр эшләгеҙ – бер нисә тапҡыр сүкәйеп, ҡулдарҙы ситкә йәйеп алығыҙ. Скандинавса йөрөгәндә ғәҙәти һәм талғын аҙымдар яһарға кәрәк. Төп ҡағиҙә: табанды башта үксәгә, унан һуң аяҡ осона баҫтырырға кәрәк. Уң аяҡ менән аҙым яһағанда һул ҡул алға сыға һәм – киреһенсә. Арҡаны тура тоторға кәрәк. Күберәк файҙа алыу өсөн интернетта өйрәтеүсе видео табып ҡарағыҙ йәки, эргә-тирәгеҙҙә шундай мөмкинлек булһа, скандинавса йөрөү түңәрәгенә яҙылығыҙ.

 

КЕМДӘР ХӘҮЕФ ТӨРКӨМӨНДӘ?

Боҙло юл 55 йәштән өлкәндәр өсөн айырыуса хәүефле. Эш шунда: өлкән йәштә организмда алмашыу процестары әкренәйә. Күреү, ишетеү һәләте насарая, фекерләү тиҙлеге кәмей, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системалары ауырыуҙары арҡаһында баш әйләнә. Бынан тыш, өлкән йәштәге кешеләрҙең юлдаштары – артрит, остеохондроз, остеоартроз, подагра һәм ревматизм.
Был ауырыуҙар хәрәкәт иткәндә ауыртыу тыуҙыра һәм йыш ҡына оло йәштәге кешеләрҙең йығылыуына сәбәп булып тора. Оло йәштәге йәйәүлеләрҙең өстән бер өлөшө тап дөйөм хәл-торошо ҡапыл насарайыу арҡаһында йығыла.
Ололарҙың кәүҙәһенең иң нескә өлөштәре – тәндең өҫкө һәм аҫҡы өлөштәре. Уларҙың күбеһенсә умрау, ҡул һәм янбаш һөйәктәре һына.
! Янбаш һөйәгенең һыныуы кеше өсөн иң насар йәрәхәттәрҙең береһе булып һанала. Үҙеңде хеҙмәтләндереү һәләте бер йылға тиклем юғала. Бындай йәрәхәттән һуң ҡайһы бер ололар бөтөнләй тормай, «ятҡан» сирлеләргә әйләнә. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, бындай бәләгә тарығандарҙың 20-50 проценты бәхетһеҙ осраҡтан һуң йыл дауамында вафат була.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас