+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2024, 10:39

Берҙәмлек менән көслөбөҙ

3 декабрҙә уҙған “Тура бәйләнештә” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы  - бөгөн беҙҙең  иғтибар үҙәгендәге төп кеше. Яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн берләшеп барыһын да эшләргә тейешбеҙ”, - тине. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге республика волонтерҙар штабының бер филиалы булған “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” Ғафури районы ирекмәндәре штабы махсус хәрби операция биләмәһендә  илебеҙ именлеген һаҡлаған яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам туплау оҙатыу йәһәтенән баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡара.

Берҙәмлек менән көслөбөҙБерҙәмлек менән көслөбөҙ
Берҙәмлек менән көслөбөҙ

Рәмзиә Насирова етәкселегендәге  ирекмәндәр штабы 6 кешене берләштерә: Олег Афанасьев, Жанна Хизбуллина, Светлана Таһирова, Марина Виноградова һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны Илфат Зәкиров. Райондан оҙатылған сираттағы һәр гумконвой алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың һорауҙарынан сығып туплана. Ватсапта һәм Бәйләнеш селтәрендә ирекмәндәр штабы чаты һәм төркөмө булдырылған.  Яугирҙарға беренсе сиратта нимәләр кәрәге шунда яҙыла, әленән-әле төрлө акциялар иғлан ителә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар генератор, рациялар, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡалар кәрәк тип яҙалар, шылтыраталар һәм уларҙы алырға аҡса йыйыу башлана. Ауылдар халҡы бергә йыйылып, маскировка селтәрҙәре үрә, носки, эске кейем, еүеш салфетка кеүек беренсе кәрәк-яраҡтар йыялар, тупланған аҡсаға кәрәкле әйберҙәрҙе алына. Уның араһында кемдер бирсәткә-ойоҡтар бәйләй, ҡорот киптерә, башҡа күстәнәстәр әҙерләй. Ауылдарҙан ылау-ылау булып посылкалар килә. Ирекмәндәр пунктында уларҙы ҡаптарға тултырып, түгелеп-сәсәлмәҫлек итеп нығытып ҡуялар.

Хәрбиҙәрҙән килгән кәрәкле әйберҙәр исемлеге көндөн-көн тулылана бара. Ҡаҙауҙар, сүкеш, көрәк, балта, резина итектәр, биноколь, газ баллондары, окоп шәмдәре, электр йылытҡысы, эсәр һыу, машиналар өсөн запас частар, тәгәрмәстәр, төҙөлөш материалдары һб.-лар.

 Махсус операция башланғандан алып, дөйөм көс менән райондан махсус операция биләмәһендәге яугирҙарға 14 млн һумлыҡ ярҙам ебәрелгән. Шул иҫәптән 43 автомобиль , 36 генератор, тиҫтәнән ашыу квадрокоптер, тепловизорҙар,  тактик наушниктар, 40 радиостанция, 18 мейес (буржуйка), 31 бензобысҡы,68 шуруповерт, 800-гә яҡын маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы япмалар, мунсалар,  төҙөлөш материалдары, һәм юғарыла әйтеп үтелгән әйберҙәр оҙатылды. Ә дарыуҙар, медицина кәрәк-яраҡтары, башҡа әйберҙәр тултырылған посылкаларҙың иҫәбенә сығырлыҡ та түгел. Сираттағы гумконвой әҙерләнә тигән хәбәр алыу менән штабҡа һәр ауылдан 10-15-ләгән посылка килтерелә.

-Бында кемделер айырып күрһәтеү мөмкин дә түгел, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларынан башлап һәр предприятие, һәр ойошма-учреждение, ауыл биләмәләре, шәхси эшҡыуарҙар, барса йәмәғәт ойошмалары, һәр ғаилә ҙур өлөш индерә. Ватсапта, шулай уҡ “Бәйләнештә”ге төркөмдә штабтың эшмәкәрлеге, сираттағы гумконвойҙы әҙерләүҙә район халҡының нисек ҡатнашыуы менән һәр кем таныша ала,- ти ирекмәндәр.

Шулай ҙа  бер нисә ваҡиға тураһында айырым әйтеп китке килә. Алғы һыҙыҡтағы бер яҡташыбыҙ, офицер “подразделениелар араһында даими бәйләнеш булдырыу өсөн бик кәрәк һәм уңайлы булған ҡеүәтле “питбайк” таба алмаҫһығыҙмы?”, тип мөрәжәғәт иткәс, районыбыҙҙа төпләнгән әрмән һәм изидтар тиҙ арала аҡса туплап, өр-яңы техника һатып алғандар һәм уны яҡташыбыҙға оҙатыу өсөн штабҡа тапшырғандар. Йәнә гуманитар ярҙам алып барыусы машинаны дрондарҙан һаҡлау өсөн РЭБ (радио-электрон һуғыш системаһы) һатып алыуға (был системаның хаҡы - 150 мең һум самаһы)  Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың ҡатыны Любовь Александровна беренселәрҙән булып 40 мең һум аҡса күсергән.  Тотош район халҡы ла был башланғысты дәррәү күтәреп алып, бер нисә көн өсөн  кәрәкле сумманы туплап, сираттағы гумконвой был система менән йыһазландырып оҙатылған.

Бөгөнгө көндә яугирҙарға сираттағы гумконвой  туплана һәм ирекмәндәр штабынан халыҡ өҙөлмәй, һәр кем  алғы һыҡыҡтағы яҡташтарға ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп, уларға кәрәкле әйберҙәр килтерергә тырыша. Мәктәптәр уҡыусылары ла ситтә ҡалмай. Кемдәрҙер яугирҙар тыуған йорт йылыһын тойғандай булһындар тип бауырһаҡ, сәк-сәк бешерә, туҡмас киҫә, төрлө консервалар әҙерләй, икенселәр йылы башалтай, бирсәткә бәйләй.

Ә штаб теге йәки был ҙур сумма талап ителгән әйберҙе алыуға  аҡса туплау маҡсатында әләнән-әле төрлө акциялар иғлан итә. Бөгөн, мәҫәлән, изге йома көнөндә  район халҡы, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, хәрби операция  тиҙерәк еңеү менән тамамланып, алғы һыҙыҡтағы ир-уландар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын тигән теләк-доғалар менән дөйөм иҫәпкә хәйер-аҡса күсерә.

Штаб етәксеһенә яҡындарының һорауы буйынса оҙаҡ ваҡыт бәйләнешкә сыҡмаған яугирҙарҙы эҙләп табырға ла тура килгеләй. Рәмзиә Сергеевна яраланыусыларҙың ҡайҙа, ниндәй госпиталдә икәнен табып, ул төбәктең ирекмәндәре менән бәйленешкә инеп яугирға ярҙам итеүҙәрен һорай. Үтенесте берәү ҙә кире ҡаҡмай, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп, беҙҙең менән даими бәйләнештә булалар,- ти ул. МХО-лағыларҙың һорауҙары буйынса кемдеңдер ата-әсәһенә утын килтерелә, башҡа төр ярҙамдар ҙа күрһәтелә.

 Билдәле булыуынса, районда МХО-лағы яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге эшләй. Улар менән берлектә балалар өсөн айырым саралар үткәрелде, бик күптәр шифаханала һәм ял-һауыҡтырыу лагерында ял итте. Шулай уҡ фонды ярҙамы менән район хакимиәте, “Красноусол” шифаханаһы һәм “Ватанды һаҡлыусылар” яугирҙарҙың ата-әсәләренә лә шифаханала ял итеү мөмкинлеге бирелде. Ғөмүмән, уларҙың барыһы ла иғтибар үҙәгендә һәм кәрәк саҡта һәр береһенә тейешле ярҙам күрһәтелә.

 

Мәрхәбә Собханғолова.

 

Радий Хәбиров, Республика Башлығы:

“Ике йыл буйына «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләре ҡарамағындағы штаб әүҙемселәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн байтаҡ эш башҡара. Хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар һатып алыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итә, оло йәштәге туғандары менән ултыра, балаларҙы мәктәптән ҡаршы ала. Мөрәжәғәттәр күп, ике йыл эсендә штабтың ҡыҙыу элемтәһе 15 мең шылтыратыу ҡабул иткән. Шул уҡ ваҡытта ирекмәндәрҙең үҙ ғаиләһе, мәшәҡәте бар. Штаб эшенең тағы бер мөһим йүнәлеше — хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренә ярҙам күрһәтеү. Волонтерҙар гуманитар йөк йыя, маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, ҡоро душтар, күстәнәстәр әҙерләй. Барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм.”

 

Рәмзиә НАСИРОВА, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” район ирекмәндәре штабы етәксеһе:

Райондаштарыбыҙҙың берҙәмлегенә һоҡланып бөтә алмайым. Беҙҙең көсөбөҙ, ысынлап та, халыҡтың берҙәмлеге, татыулығында. Бөйөк Ватан һуғышы  йылдарындағы кеүек үк бөгөн дә  80-де үткән әбей- бабайҙарҙан алып, 8 йәшлек балаларға тиклем Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә.   Артабан да әлегеләй берҙәм булып, алғы һыҙыҡта илебеҙ именлеге, тыныслығын һаҡлаған ир-егеттәребеҙгә ихлас ярҙам итеп, Еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ тип ышанам. Тотош район халҡына, барса хеҙмәт коллективтарына берҙәмлектәре, ихлас ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтке килә.

Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас