Донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштерәсәк мөһим сарала башҡорт теле, илһөйәрлек, телһөйәрлек, берҙәмлек темалары, бөгөнгө йәштәрҙең көнүҙәк проблемалары, сәләмәт ғаилә нигеҙҙәре, социаль-иҡтисади үҫеш, эшҡыуарлыҡ, туризм, тәбиғәт ресурстары һәм экология, Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың тормошо, махсус хәрби операция темалары тикшереләсәк, шулай уҡ туған телде, мәҙәниәтте, рухи мираҫты һаҡлау, үҫтереү бу-йынса фекер алышыуҙар булыр тип көтөлә.
- Беҙ, ысынлап та, Бөтә донъя башҡорт Ҡоролтайын көтәбеҙ, был бик етди ваҡиға милләт, республика өсөн мөһим ваҡиға буласаҡ. Был ҡоролтайҙы ҡатмарлы осорҙа йыябыҙ. Сөнки беҙ башҡорт милләтен аҡылһыҙ кешеләр тарҡатырға маташҡан ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ. Әммә уны тарҡатыу мөмкин түгел. Сит илдән нимәлер һөйләргә маташҡан кешеләр бар. Улар бик әҙ.
Башҡорттарҙың күпселеге урыҫ ҡәрҙәштәре, татарҙар һәм башҡалар менән бергә илебеҙ тыныслығы өсөн алғы һыҙыҡта һуғыша. Шуға күрә был бик мөһим Ҡоролтай буласаҡ. Уның нисек үтеүен һәм унда ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителеүен ҡарарбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ үткән Тура бәйләнеш ваҡытында.
Әүҙем йәмәғәтсе, Табын ырыуы башҡорттары ойошмаһының почётлы рәйесе, күп йылдар һуҙымында районыбыҙ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булған, бөгөнгө көндә башҡарма комитеттың кәңәшсе органы булараҡ ойошторолған “Аҡһаҡалдар ҡоро” етәксеһе Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙиндан оло йыйынды ниндәй уй-өмөттәр, тәҡдимдәр менән ҡаршылауы тураһында һораштыҡ.
- Уҙған быуаттың 80-се йылдарынан алып башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙемсеһе булараҡ, был көнүҙәк тема буйынса үҙ ҡарашым да, оло тәжрибәм дә, халҡыбыҙға әйтер фекерҙәр ҙә, Ҡоролтайыбыҙға тәҡдимдәр ҙә бар, әлбиттә. Ысынлап та, башҡорт милли хәрәкәте төрлө ваҡыт арауығында төрлөсә аталып, 1995 йылдың 1-2 июнендә үткән тәүге ойоштороу съезында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булып формалашты һәм күп йәмәғәт ойошмалары, дәүләт власы органдары менән берлектә, тығыҙ бәйләнештә ҡабул ителгән Программаларҙы, мөһим ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эшләне һәм эшләүен дауам итә.
Миңә быға тиклем үткән 5 съездың 4-һендә делегат булараҡ ҡатнашыу бәхете тейҙе. Уларҙың беренсеһе, минеңсә, үҙ масштабы, күтәрелгән мәсьәләләрҙең ҡырҡыулығы, ҡабул ителгән Программа- ҡарарҙарҙың әһәмиәте буйынса ла айырылып тора. Сөнки тап ул оҙаҡ йылдарға республикабыҙҙа милли-мәҙәни сәйәсәткә нигеҙ һалды, уның күп милләтле халҡына үҫеш юлдарын күрһәтте. Ошо һынылыш йылдарында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына арҙаҡлы яҡташыбыҙ, фән докторы, академик, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Нияз Мәжитов етәкселек итте. Уның етәкселегендәге башҡарма комитеттың фиҙаҡәр эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡоролтайыбыҙ Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, тотош донъя кимәлендә танылыу яуланы, тиһәк тә һис арттырыу булмаҫ. Тап ошо йылдарҙа башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә милли мөхит тыуҙырылды, туған телебеҙҙе өйрәнеү, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү өсөн Башҡортостан тарафынан һәр яҡлап ярҙам күрһәтелде, республикабыҙ райондары ошондай төбәктәр менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итте. Шулай уҡ республикабыҙҙағы төрлө милләт вәкилдәренең дә милли ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү сараһы күрелде. Быны районыбыҙ миҫалында ла күрә алабыҙ. Рустарҙың Соборын, татарҙарҙың Конгресын, сыуаштарҙың Канашын әҙерләп уҙғарыуға методик ярҙам күрһәтелде, улар ра-
йон башҡорттары ҡоролтайы ултырыштарына ла саҡырылды. Был традиция оҙаҡ йылдар дауам итеп, бөгөн дә районыбыҙҙа милләт-ара берҙәмлек, татыулыҡ һәм хеҙмәттәшлек дауам итә.
- Ғәлинур Зиннур улы, ә бына һуңғы биш йылда алда һанап үтелгән йүнәлештәр буйынса, ғөмүмән, Ҡоролтайҙың V съезы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән районда нимәләр эшләнде, ниндәй мәсьәләләр иғтибарҙан ситтә ҡалды тип уйлайһығыҙ?
- 2019-2024 йылдар арауығындағы биш йыл илебеҙ, республикабыҙ, районыбыҙ, шул иҫәптән ҡоролтай башҡарма комитеты өсөн дә, көсөргәнешле эш, ныҡлы һынау, хатта һынылыш йылдары булды, тип әйтергә була. Был йылдарҙа районыбыҙ республика кимәлендәге күп төрлө йүнәлештәге милли-мәҙәни сараларҙы ҡабул итеп кенә ҡалманы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын үтәү йүнәлешендә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә халҡыбыҙҙың йолаларын, мәҙәниәтен сағылдырған һабантуй байрамдарын ойоштороуға үҙ өлөшөн индерҙе. Уларға әҙерлек барышында мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди базаһы нығытылды, күләмле ремонт эштәре башҡарылды, районыбыҙ биләмәһендә киң масштаблы төҙөкләндереү эштәре алып барылды. Был ыңғай үҙгәрештәр Красноусол ауылы миҫалында ла асыҡ күренә. Бар ыңғай башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа район етәкселеге, район, ауыл Советтары депутаттары менән бер рәттән район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла берҙәй ныҡлы терәк һәм таяныс булып, халыҡ араһында аңлатыу-ойоштороу эштәре уртаһында ҡайнаны.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, урындағы ҡоролтайҙар халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу менән бер рәттән, мөһим сараларҙы әҙерләп уҙғарыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Тап ойошҡанлыҡ менән районыбыҙ республика, төбәк-ара кимәлдәге милли-мәҙәни сараларҙы юғары кимәлдә уҙғара алды. Улар иҫәбенә 2019 йылда үткән “Мәргән уҡсы” Халыҡ-ара фестивален, шул уҡ йылда “Башҡортостандың географик үҙәге” стелаһын асыуҙы индерергә була. 2021 йылдың авгусында Һабантуй майҙаны республикабыҙҙың “Бал байрамы” үҙәгенә әүерелде. 2022 йылдың июнендә Еҙем буйындағы “Башҡортостан йөрәге” майҙансығы Табын ырыуы йәштәренең 4-се төбәк-ара “Табынфест” фестивален ҡабул итте һәм ул юғары кимәлдә уҙғарылып, “өлгөлө сара” баһаһын алды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң уңышлы проекттарының береһе булған “Айыҡ ауыл” конкурсында ла районыбыҙ ауылдары даими ҡатнаша. Оло Үтәш ауылы, мәҫәлән, бәләкәй ауылдар араһында республикабыҙҙа 2-се урынды алды. Ошо конкурс сиктәрендә бында бик күп күләмле һәм сағыу саралар уҙғарылды, шуларҙан “Ҡышҡы һабантуй”, “Мәргән уҡсы” ярышын, “Ауылым – минең ҡәлғәм” сараларын атарға була. “Айыҡ ауыл” конкурсының быйылғыһында яугилделәр ҙә уңышлы сығыш яһаны. 2023 йыл аҙағында Яугилде ауылында Солтанморатовтар йортонда башҡорт йолаларына нигеҙләнгән бай йөкмәткеле “Ҡаҙ өмәһе”, ә 2024 йылдың 15 февралендә шул уҡ Яугилделә “Ҡышҡы ғаилә уйындары” гөрләп уҙҙы.
Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа районда традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса төрлө ярыштар уҙғарыла, уҡсылар һаны йылдам үҫә. Уҡлыҡая янындағы хозур тәбиғәт, тәрән мәғәнәле һәйкәл-стелаларҙы үҙ эсенә алған “Башҡортостан йөрәге” майҙаны йыл да тиерлек мәргән уҡсыларҙы йыя. 2023 йылда бында “Уҡлыҡая уғатары” тип нарыҡланған һыбай килеш традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса республика фестивале лә уҙғарылды. Ошонда алға китеп булһа ла районда мәргән уҡсылар тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләп үтке килә. Мәҫәлән, уҙған йыл Юлыҡ ауылының Мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт үҫешенә булышлыҡ итеү фондының “Традицион йәйәнән уҡ атыу” спорт-патриотик клубы” проекты республика Башлығы грантына конкурста еңеүгә өлгәшеп, был йүнәлештә ҙур эш алып барыла, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Районыбыҙ башҡорттарының май айында үткән ҡоролтайында башҡарма комитет рәйесе Фаил Зәйнетдиновтың отчёт докладын тыңлағандан һуң фекер алышыуҙа сығыш яһаусылар, районда Ҡоролтайҙың V съезы ҡарарҙары башлыса үтәлде, башҡарма комитет эше ҡәнәғәтләнерлек, тип баһаланы.
“Атайсал – Кесе Ватанға ярҙам” проекты уңышлы эшләне һәм эшләй. Красноусол башҡорт гимназия-интернатына яҡташыбыҙ Нияз Мәжитов исемен биреү, Табын ырыуҙары йәштәренең “Табынфест - 2022” фестивален уҙғарыу, ауыл биләмәләре сиктәрендә башҡорт телендә билдәләр ҡуйыу, яҡташыбыҙ, Дан орденының тулы кавалеры Хөснулла Яркаловтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған ауылы Игенйылғала бюст урынлаштырыу һәм башҡа эштәрҙе билдәләп үтергә була.
Бөгөн республикабыҙҙа халыҡтың аң-кимәлен күтәреү, тыуған төйәк проблемаларын хәл итеүҙә урындағы халыҡтың потенциалын файҙаланыу, граждандар йәмғиәтен формалаштырыу һәм үҫтереү буйынса ла күп нәмәләр эшләнә.
Башҡортостан Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсында ла районыбыҙҙың ойошмалары әүҙем ҡатнашып, еңеүгә өлгәшә. Мәҫәлән, 2023 йылда Ташлы ауыл биләмәһенең “Ташлинка” коммерциялы булмаған ойошмаһы гранттар конкурсында “Башҡорт телен теләп өйрәнәм” проекты менән еңеүгә өлгәшеп, Ташлы мәктәбендә заманса йыһазландырылған башҡорт теле кабинеты асылды. Грант конкурсы сиктәрендә иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала “Йыйын” - нәҫелдәр байрамы уҙғарылды. Быйыл иһә районыбыҙҙан йәнә ике проект конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүгә өлгәште. “Табын” социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фондының “Башҡорт теле – туған телем” проекты грантҡа эйә булды. Был проектта мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт теле үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен уларға тел белгесе Ж.Кейекбаев, халыҡ шағиры М.Ғафури һәм районыбыҙ сәсәндәре, мөнәжәтселәре ижады аша мауыҡтырғыс итеп төшөндөрөү, туған тел тураһында белем биреү маҡсаты ҡуйыла. Шулай уҡ “Киләсәк мәктәбе” мәғарифты үҫтереү һәм яҡлау фонды тарафынан ебәрелгән “Урал батыр: халыҡ эпосын өйрәнеү аша туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау” проекты ла эксперттар тарафынан юғары баһа алып, грант отто. Был проект сиктәрендә халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, һынлы сәнғәтте өйрәнеү һәм милли спорт төрҙәре аша башҡорт телен һаҡлау һәм камиллаштырыу, район уҡыусыларын башҡорт халыҡ ижады сығанаҡтарына йәлеп итеү төп маҡсат итеп ҡуйыла. “Мәҙәни ынтылыш” мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижадты үҫтереү фондының “Шағир данлаған Атайсал” проекты иһә мәктәп уҡыусыларын шағир һәм композитор Рәмил Ғимраниҙың ижады менән таныштырыуға арнала. Билдәле яҡташыбыҙҙың балаларға туған телен һәм әҙәбиәтен, мәҙәниәтен төплө өйрәнергә ярҙам итәсәк әҫәрҙәрен туплап, “Тыуған яғым – моңтөйәк” китабы нәшер ителде. Телде һаҡлау һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһында ла ғафуриҙар йылдың-йылы әүҙем ҡатнашып, диктант яҙыусылар һаны артҡандан-арта. Милли кейем көнө, Башҡорт теле көнө лә киң билдәләнә.
Шулай уҡ районыбыҙҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттары, милли ғорурлыҡ, рух ныҡлығы кеүек һыҙаттарға эйә булған шәхес тәрбиәләүгә лә етди иғтибар бирелә һәм был йүнәлештә балаларҙы арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләү уңышлы алым булып тора. Район кимәлендә үткән әһәмиәтле сараларҙа яҡташтарыбыҙ теләп ҡатнаша, билдәле шәхестәребеҙҙең юбилейҙары киң билдәләнә. Улар араһында балаларҙы ижадҡа ылыҡтырыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, республикала киң билдәле яҙыусы, шағирә Гөлнур Яҡупова хәҙер сирек быуат инде “Табын” ра-
йон гәзите менән берлектә уҡыусылар араһында “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһе ойоштора. Халыҡ сәсәне, Ғафури сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина балаларҙы ижадҡа ылыҡтырыуға тос өлөш индерә. Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия- интернатының илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләү йүнәлешендә өлгөлө традициялары бар, бай тәжрибә тупланған. Был уҡыу йортоноң үҙ телевидениеһы, музейҙары бар, “Батыр” эҙәрмәндәр төркөмө эшләй, әленән-әле илһөйәрлек темаһына республика кимәлендәге әһәмиәтле саралар ойошторола.
Ошо маҡсатлы эштәр араһында иғтибарҙан ситтә ҡалған бер нисә проблеманы ла билдәләп үтергә кәрәктер. Беренсенән, Юрматы башҡорттары көн иткән ауылдарҙа ҡоролтайҙың тәүге ойошмаларын булдырыу хәл ителеп бөтмәгән. Йәнә биләмәбеҙҙәге тәбиғи һәм тарихи ҡомартҡыларҙы иҫәпкә алыу, аңлатмалы билдәләр ҡуйыу яйға һалынмаған. Бынан бер нисә йыл элек Рус география йәмғиәтенең респуб-лика бүлексәһе Башҡортостан, шул иҫәптән районыбыҙ биләмәһендәге айырыуса билдәле тәбиғәт объекттарының атамалары яҙылған аншлагтар урынлаштырҙы, тик улар рус һәм инглиз телендә генә яҙылған. Башҡортса атамалары юҡ. Ошо факт та тел тураһындағы законды боҙоу осрағы булып һанала, әммә ғәйеплеләр уны төҙәтергә ашыҡмай. Был хәл рәсми ҡағыҙҙарҙа, алтаҡтаталарҙа ла күҙәтелә. Бына ошондай хаталар өҫтөндә эшләп еткермәйбеҙ.
Йәнә килеп, туған телебеҙҙең киләсәгенә хәүеф янай түгелме? Иң аяныслыһы, республика етәкселеге, йә булмаһа тел бу-
йынса яуаплы белгестәр түгел, үҙебеҙ үк тел тамырына балта сабабыҙ. Ҡасандыр, рус телен өйрәнеү проб-лема булһа, бөгөн балаларыбыҙға башҡорт телен өйрәтеү проблемаһы ҡалҡып сыҡты. Йәштәр тарафынан туған телгә битарафлыҡ, уны инҡар итеү күҙәтелә. Был проблемаға фәнни - ғәмәли нигеҙҙә яуап булырға тейештер һәм уны алда торған съезыбыҙ көн ҡаҙығына ҡуйыр, тип ышанғы килә.
- Ғәлинур Зиннур улы, милли мәҙәниәтте, рухты, туған телде һаҡлау һәм артабан үҫтереү йәһәтенән тағы нимәләр эшләргә кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ һәм Ҡоролтайҙың VI съезынан нимәләр көтәһегеҙ?
- Минеңсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп бурысы — илебеҙҙең ҡеүәте, мәнфәғәте хаҡына хеҙмәт итеү, республикала ғына түгел, тотош дәүләттә халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау. Бары халҡыбыҙҙың берҙәмлегенә, рухи ныҡлығына таянып ҡына бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға аласаҡбыҙ. VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт халҡының рухын сағылдырыу, туғандарса берҙәмлекте, традицияларҙы һаҡлау һәм арттырыу, быуындар бәйләнешен раҫлау символы булыр тип өмөтләнәм.
- Ғәлинур Зиннур улы, мауыҡтырғыс һәм фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт. Яҡын киләсәктә, Ҡоролтайҙың VI съезына районыбыҙҙан һайланған делегаттар менән түңәрәк өҫтәл артында осрашып, тәьҫораттар менән уртаҡлашырбыҙ. Бары тик илебеҙҙә именлек, тыныслыҡ булһын.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әңгәмәләште.