Ләйсәндең быға тиклем дә Башҡортостан һәм Рәсәйҙә үткән бер нисә гүзәллек ярышында еңеүсе булғаны бар. Мәҫәлән, быйыл “Леди Совершенство России-2024” Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе, ә инде “World Russian Beauty” фестивалендә ҡатнашып, “Best photo model-2024” номинацияһында ла Гран-при яулаған булған.
Рәсәй гүзәле ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, Риана, Таһир һәм Асель исемле өс бала үҫтерәләр.
Ләйсән Ғәзиз ҡыҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури нәҫеленән. Атаһының ҡарт өләсәһе Зәйнәб яҙыусы менән бер туған булған.
Бына шулай, мәшһүр ижадсының нәҫеле дауам итә, йәш быуын да, данлыҡлы ҡарт олаталары кеүек, республикабыҙ, районыбыҙ данына тап төшөрмәй. Яҡташыбыҙҙы еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.