Тап ошо көндә районыбыҙҙың “Диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусыларға” обелискыһы янында Рәсәйҙең Диңгеҙ пехотаһы көнөнә арналған тантаналы митинг булып үтте. Сарала район хакимиәте һәм район Советы вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, хәрби хәрәкәт ветерандары һәм ҡатнашыусылары, “Йәш армия”, “Десант” хәрби-патриотик ойошмалары ағзалары булды. Улар араһында хәрби-диңгеҙ флоты формаһы кейгән төрлө йәштәге ир-егеттәр айырылып, сараға йәм биреп торҙо.
Көгөш йылғаһы ярындағы обелиск – тирә-яғы сылбыр менән уратылған гранит постаментта ҡара ташҡа төшөрөлгән Андреев флагы, плитка түшәлгән майҙансыҡ, флагштоктар һәм хатта хәрби моряктарҙың судно ҡыңғырауы ҡуйып эшләнгән. Был урын диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусыларға ҙур хөрмәт күрһәтеп, ғорурлыҡ билдәһе булып тора.
Район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы, икенсе ранг капитаны В.И.Герасимов тантананы асыҡ тип иғлан иткәс, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Гимндары яңғыраны, флагтар күтәрелде. Артабан Владимир Ильич барлыҡ йыйылыусыларҙы Диңгеҙ пехотаһы көнө менән тәбрикләне. Район ветерандар ойошмаһы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова ла был иҫтәлекле көн менән ҡотлап, изге теләктәрен юлланы. Артабан майор С.Н.Коновалов үҙ сығышында диңгеҙ пехотаһына 326 йыл тулыуҙы билдәләп, тарихҡа бер аҙ байҡау яһаны.
- Диңгеҙ пехотасылары Рус-төрөк һуғышында (1768-1774 йылдар) һәм адмирал Фёдор Ушаковтың Урта диңгеҙ походында (1798-1800 йылдар) ҡатнаша. Диңгеҙ пехотаһы ғәскәрҙәре Рәсәйҙең барлыҡ флоттары составына – Төньяҡ, Тымыҡ океан, Балтика, Ҡара диңгеҙ, шулай уҡ Каспий флотилияларына инә. Хәрби-диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итеү - ғүмерлек тормош дәресе, ныҡлыҡҡа һынау ул. Бөгөн хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Ғафури егете, Красноусолдың 3-сө мәктәбендә уҡыған матрос Максим Карпунинды ла иҫкә алып үтәйек, - тине үҙенең бай йөкмәткеле сығышында Сергей Николаевич.
Яҡташыбыҙ Дамир Ғәлим улы Камалов Ҡырымда 810-сы айырым гвардия диңгеҙ пехотаһы бригадаһында хеҙмәт итеүе тураһында һөйләп, үҙ сығышын тыныс күк йөҙө, барыһына һаулыҡ теләп тамамланы.
Сығыштарҙан һуң, арабыҙҙан киткән диңгеҙсе яугирҙарҙың яҡты иҫтәлеге бер минут тын ҡалып иҫкә алынды. Обелискыға тантаналы шарттарҙа сәскә гөлләмәләре һалынды, күкте ярып автомат залпы яңғыраны. Аҙаҡтан Марс Хәйруллин йыр бүләк итте.