+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2024, 04:05

Радий Хәбиров менән тура бәйләнештән иң мөһимдәре

Башҡортостан Башлығы йылдағыса «Тура бәйләнеш» үткәрҙе. Быйыл эфир 4 сәғәт 13 минут барҙы. Ошо ваҡыт дауамында Радий Хәбиров халыҡтың, журналистарҙың һәм йәмәғәтселәрҙең 65 һорауына яуап бирҙе.

Радий Хәбиров менән тура бәйләнештән  иң мөһимдәреРадий Хәбиров менән тура бәйләнештән  иң мөһимдәре
Радий Хәбиров менән тура бәйләнештән иң мөһимдәре

Президенттың сәфәре нисек үтте
Президенттың килеүе – ул һәр ваҡыт ҙур яуаплылыҡ. Ил башлығының беҙҙең республикаға аҙаҡҡы сәфәре «Рәсәй – спорт державаһы» форумының эше менән бәйле булды. Камера алдында аралашыуҙан тыш, ябыҡ өлөштәге һөйләшеү, машинала барғанда әңгәмәләшеү мөмкинлеге булды. Мин был ваҡытты Башҡортостандағы хәлдәрҙең торошо, нимә менән шөғөлләнеүебеҙ, ниндәй эштәр башҡарыуыбыҙ хаҡында һөйләү өсөн файҙаландым. Ғөмүмән, ғәҙәти тыныс һөйләшеү булды. Шуны әйткем килә: ил Президенты беҙҙең республикаға ла, уның халҡына ла һәр саҡ тәрән ихтирам менән ҡарай.

Эштән китеү тураһында уйҙырмалар
Минең эштән китеүемә бәйле имеш-мимеш 2018 йылдың 12 октябренән, йәғни эш башлауымдың икенсе көнөнән башланды. Был – ғәҙәти күренеш, тимәк, кемгәлер ошо хаҡта һөйләү оҡшай. Бындай хәбәрҙәргә тыныс ҡарайым, уларҙы юғары вазифа биләгән кешенең эшмәкәрлегенә бәйле мотлаҡ була торған күренеш тип ҡабул итәм. Һинең хаҡта уйлап сығарып һөйләүҙәре – барыһы ла эшмәкәрлектең бер өлөшө. Уларға бер ҡайҙа ла китмәйәсәгемде ҡабул итеп, тыныс ҡына эшләй башларға ваҡыттыр.

Яңы район башлыҡтарын нисек һайлайҙар
Муниципалитет башлыҡтарын һайлағанда мин кешенең шәхсән сифаттарына һәм һөнәри оҫталығына ҡарайым. Уҫал булмаһын. Тәү сиратта изге күңеллелекте баһалайым. Кеше һөнәри яҡтан оҫталыҡҡа эйә булып та, уҫал булһа, ярамаған эштәр ҡылып ташлауы бар. Изге күңелле, әммә эшлекһеҙ булһа ла насар. Башлыҡтар буйынса бик етди эшләнек, элекке составтан 12 кеше генә ҡалды. Уларҙың уртаса йәш күрһәткесе 53-тән 45 йәшкәсә кәмене. Ҡатын-ҡыҙ башлыҡтар барлыҡҡа килде. Улар ир-егеттәргә ҡарағанда ла яуаплыраҡ. Мин был райондар өсөн тынысмын, уларҙа яуаплы, намыҫлы кешеләр эшләй.

Нимә вәғәҙә иткәнмен – эшләйем
Кешеләрҙең проблемалары күп, әммә нимәлер вәғәҙә иткәнһең икән – мотлаҡ үтәргә кәрәк. Әгәр «Бына ошоно эшләйбеҙ» тип әйтәм икән, тимәк, эшләйбеҙ. Мин ете йылда бихисап эштәр ҡуштым. Әлеге хәл-торош арҡаһында ҡайһы берҙәре буйынса тотҡарлыҡтар бар, әммә бер мәсьәләне лә төшөрөп ҡалдырмайбыҙ, мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ.

МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында
Әлегә был проблема беҙгә бөтә тулылығында ҡағылмай. Башҡортостандан МХО-ла бер нисә тиҫтә мең яугир иҫәпләнә, ә хәрби хеҙмәтен тамамлап ҡайтыусылар әлегә һирәк. Беҙ яйлап мәсьәләне хәл итеү өсөн егеттәр менән хеҙмәттәшлекте башланыҡ. Берәүҙәр элекке эш урынына ҡайтыр, икенселәрҙең донъяға ҡарашы үҙгәреп, тормошто яңы йүнәлештә башларға теләр. Беҙ уларҙы хакимиәт башлыҡтары, депутат, муниципалитет белгестәре итеп саҡырасаҡбыҙ. Илеш районынан МХО-ла ҡатнашыусы ауыл биләмәһе башлығы булып китте. Улар беҙҙең идара вертикален һәм идара итеү командаһын ныҡ ҡына көсәйтәсәк.

Өфөлә МХО өсөн дрондар эшләйҙәр
Һуңғы ярты йылда бик һөҙөмтәле FPV-дрондар етештереүҙе яйға һалдыҡ. Улар теүәллек йәһәтенән бик юғары баһалана. Двигателдәре бында, Өфөлә, эшләнә. Ай һайын «Башҡортостан» полкына, «шайморатовсыларға», «доставаловсыларға» һәм башҡа бүлексәләргә 500 дрон ебәреп торабыҙ. Пилотһыҙ осоу авиацияһы тиҙҙән беҙҙең ғәҙәти тормоштоң да бер өлөшөнә әйләнәсәк.

Ҡурайсылар ансамбленә нисек эләгергә
Милли ҡурайсылар ансамбле булдырҙыҡ, ул әле үк республика буйлап гастролдәргә сыға башланы. Ансамбль ҡурай сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән әйҙәүсе көс булып сығыш яһай. Унда эләгергә мөмкинме? Ҡурай уйнарға өйрәнергә кәрәк! Беҙҙең сәнғәт училищеларында, сәнғәт институтында ҡурай бүлектәре бар, кешеләр һөнәри, юғары белем ала. Ошо юлды үтергә һәм үҙеңә ышанырға кәрәк.

«Әр-Рәхим» мәсетен өс-дүрт йылда төҙөйәсәктәр
Йылдар дауамында эшләнмәй торған бинаның торошона анализ яһаныҡ. Объект оҙаҡ торҙо, ни тиклем оҙайлы ваҡыт үтһә, бина шул тиклем күберәк проблемалар тыуҙыра. Һөҙөмтә шундай: фундамент яҡшы, стеналар һәйбәт, көмбәҙ һәйбәт, ҡайһы бер урындарҙа ҡыйыҡты алмаштырырға кәрәк. Быны башланыҡ, нимә эшләргә кәрәклекте аңлайбыҙ. Бының менән шөғөлләнгән команда, финанслау бар. Һүҙ бюджеттан тыш бер нисә миллиард һум аҡса тураһында бара. Реаль эш ваҡыты – өс-дүрт йыл.
Әле манараларҙы эшләйбеҙ. Быйыл уларҙы тамамларбыҙ тип уйлайым. Артабан фасадты йөҙләй башлайбыҙ. 2025 йылдың тәүге яртыһында уны тамамлап, бер үк ваҡытта коммуникация эштәрен алып барасаҡбыҙ. Был йәһәттән ҡатмарлы, әммә хәл итерлек мәсьәләләр бар. Киләһе ҡышҡа йылытыуҙы тамамлап инербеҙ, тип уйлайым.

2025 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу башлана
Һәйкәлдең торошо беҙҙе бик борсой. Бөтә өлөштәре лә тиерлек, бигерәк тә аттың артҡы аяҡтары – төп ауырлыҡ төшкән өлөш коррозиянан ныҡ зыян күргән. Был һәйкәлдең артабанғы яҙмышына ҙур хәүеф менән янай. Өҫтәүенә постамент буйынса һорауҙар бар. Бөгөн проект Дәүләт федераль экспертизаһының ыңғай баһаһын алды. Реставрация процесы бик ҡатмарлы. Ул хатта һәйкәлдең ҡайһы бер өлөштәрен алмаштырыуҙы күҙ уңында тота, сөнки улар тут арҡаһында яраҡһыҙ хәлгә килгән.
Яңы йылдан һуң республика бюджетында кәрәкле сумманы әҙерләй башлаясаҡбыҙ һәм шунда уҡ эшкә тотонабыҙ. Тағы ла бер-ике йыл торһон әле тип йөрөһәк, һәйкәлде бөтөнләй юғалтыуыбыҙ ихтимал. Эштәр йыл ярым самаһы дауам итәсәк, уның ҡарауы һәйкәлде киләһе быуындар һәм республика өсөн һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ.

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса комиссия эшен дауам итәсәк
Кешеләрҙән мыҫҡыл иткән оятһыҙҙарға бәйле һорауҙарҙы хәл итеү өсөн ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия төҙөнөк. Ошо комиссияға барыһын да тупланыҡ, прокуратура һәм Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү хеҙмәте беҙҙе хупланы, һөҙөмтәлә бер нисә айырыуса намыҫһыҙ компанияны лицензиянан мәхрүм итеүгә өлгәштек. Улар хәҙер миллиондарса һумға тиң штраф түләргә тейеш. Әйткәндәй, башҡалар шунда уҡ шымып ҡалды һәм нимәлер эшләргә әҙер булыуын белдерҙе, барыһы ла законды һанлауын күрһәтергә тырыша. Был комиссия эшмәкәрлегенең һөҙөмтәле булыуын күрәбеҙ, уны бөтөрмәйбеҙ. Ул үҙ эшен дауам итәсәк.

Шәхси нәмәләр тураһында
Власть, аҡса – бик мәкерле нәмәләр. Улар кешене «ашауы» ихтимал, ә ул үҙе бөтөнләй һиҙмәүе, мине власть боҙманы тип уйлауы бар. Ошолар мине боҙмаһын өсөн һәр ваҡыт үҙ өҫтөмдә эшләйем.
«Рим Хәсәнов үҙенең йырҙары яҙылған флешка биргәйне, уларҙы машинала тыңлайым. Бер йырҙы егермешәр тапҡыр тыңлай алам».
Улдарым менән күрешеү өсөн ҡайһы берҙә уларҙы эшкә алып килеүҙе һорайым. Малайҙар эш бүлмәмдә йөрөй, сәй эсеп алабыҙ, һөйләшәбеҙ. Быны улар минең республика Башлығы булыуымды белһен өсөн эшләмәйем, уларҙың тормошонда ҡатнашыу өсөн шулай итәм.
Карина Владимировна миңә әйтмәй генә ҡайҙалыр йөрөнө һәм байрам ваҡытында ҡурайҙа уйнаны. Мин хайран ҡалдым. Баҡтиһәң, ул дәрестәр алған икән, өйрәнеү бик ауыр булды, ти. Әле лә ул миңә әйтмәйенсә ҡайҙалыр йөрөй, моғайын, тиҙҙән тағы берәй нәмә менән ғәжәпләндерәсәк.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас